Туймазы нефть ятҡылығы

нефть һәм газ биреүсе ятҡылыҡ

Туймазы нефть ятҡылығы — Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы, Туймазы ҡалаһы янында. Волга-Урал нефть-газ провинцияһына ҡарай. 1937 йылда асыла.

Туймазы нефть ятҡылығы
Карта

Туймазинское нефтяное месторождение
<maplink>: JSON хатаһы: Синтаксис хатаһы
Страна Россия
Регион Республика Башкортостан
Открыто 1937 год
Статус в разработке
Недропользователь Башнефть
Россия
Туймазинское нефтяное месторождение
Башкортостан
Туймазинское нефтяное месторождение

1-1,7 км тәрәнлектә нефтле девон һәм карбон балсыҡлы ҡомташы. Нефттең уртаса тығыҙлығы 0,89 г/см³, көкөрт миҡдары 2,7-3,0 %.

1944 йылда яңы 100-сө һанлы, 1700 метр тәрәнлектә һәм дебиты (билдәле бер ваҡытта скважинанан сыҡҡан нефть миҡдары) 2500 тоннанан ашыу булған нефть скважинаһы файҙаланыуға тапшырыла. Ул ошоға тиклем 57 скважина биргән нефттән артығыраҡ күләмдә нефть бирә башлай. Тәүге алты девон скважинаһы тәүлегенә 1100 тонна нефть бирә. Девон ҡатламын асыу менән Туймазы ятҡылығы донъялағы уникаль, нефть запасы буйынса ғәйәт эре биш ятҡылыҡ иҫәбенә инә. Артабан тикшереүҙәр ятҡылыҡтың 40 км-ға х 20 км майҙанды биләүен күрһәтә.

1948 йылдың декабрендә ятҡылыҡта илебеҙ тарихында беренсе тапҡыр ятҡылыҡ менән сикләшкән ҡатламдарға һыу һурҙыртыу ғәмәлгә ашырыла. Ғөмүмән Туймазы ятҡылығында донъя практикаһында тәүге тапҡыр ятҡылыҡтан ситтәге, сиктәш һәм ятҡылыҡ эсендәге ҡатламдарға һыу һурҙыртыу ярҙамында ҡатлам баҫымын һаҡлау ысулы ҡулланыла. Ошо яңылыҡты ҡулланыу ятҡылыҡта булған нефть запасының төп өлөшөн 20 йыл эсендә сығарыу мөмкинлеген бирә. Шуға ла девон ҡатламдарынан нефть, ғәҙәти скважиналар менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк сығарыла.

1956 йылда илебеҙҙә беренсе тапҡыр Туймазы ятҡылығында промысла шарттарында нефтте тоҙһоҙландырыу ысулы ла үҙләштерелә. Шул ваҡытта тәүге экспорт кондицияһындағы нефть әҙерләнелә.

1983 йылдың апрелендә Туймазы ятҡылығында 300-миллионынсы тонна нефть сығарыла. Ә 1989 йылда предприятиела тирә-йүндәге мөхит һағы хеҙмәте булдырыла.

1990-сы йылдарҙа сығарылыусы шыйыҡлыҡ күләме кәмеү сәбәпле, йыйыу, ППД һәм нефтте әҙерләү системаларын комплекслы реконструкциялау башлана, был эш әлегәсә дауам итә. 2001 йылда «Башнефть» АНК-һында беренсе тапҡыр үҙ территорияһында нефть шламын (таҙа нефтте айырып алғандан һуң ҡалған ҡалдыҡ) эшкәртеү ҡоролмаһы файҙаланыуға тапшырыла. Бер йыл эсендә 5582 тонна нефть шламы экәртелә, 1872 тонна нефть сырьеһы алына.

2004 йылға «Туймазынефть» НГДУ-һында дүрт нефть һәм газ сығарыу цехы эшләй, файҙаланылған нефть скважиналары фонды 1494 берәмеккә етә, планда ҡаралғанса, йылына 900 мең тонна нефть сығарыла.

Һылтанмалар үҙгәртергә