Ҡумыҙ

(Ҡубыҙ битенән йүнәлтелде)

Ҡумыҙ — бик боронғо башҡорт милли музыка ҡоралдарының береһе.

Ҡумыҙ
изображение
Бөрйән районында йәшәүсе Гөлназ Ҡыуандыҡованың ҡумыҙы
Классификация

үҙ яңғырашлы телле музыка инструменты

Туғандаш инструменттар

Варган, хомус, комус

Логотип Викисклада Ҡумыҙ Викиһаҡлағыста

Һүҙҙең килеп сығышы

үҙгәртергә

Матбуғатта «Башҡорт телендә „ҡумыҙ“ һүҙенең аныҡ ҡына мәғәнәһе юҡ» тигән фекер өҫтөнлөк итә. Әммә санскрит һүҙлеккә мөрәжәғәт иткәндә, ул атамала ошондай мәғәнәне табырға була: (ҡу + мыҙ) ку — звучать, кай-звучать, башҡортса: көй, madhya — средний, промежуточный, посередине, среди чего-либо, в, между, внутри (ауыҙ эсендә тауыш сығарыу тип аңлап була).

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә
 

Ҡумыҙ — уртаһында теле булған дуға формаһындағы металл. Ағастан, ҡаҙ һөйәгенән һәм ҡатынан, тимерҙән эшләнгән ҡумыҙҙар була. Элек уны хатта дөйә тояғынан да яһағандар. Уйнағанда уны, һул ҡул менән тотоп, тешкә терәйҙәр ҙә ирендәр менән ҡымтыйҙар. Теленә бәйләнгән епте тартыуҙан төрлө-төрлө тауыш сыға. Ҡумыҙҙа тамсы тамған, ат тояҡтары тупылдаған, поезд сапҡан тауыштар, хатта ҡоштар һайрауын да ишеттереп була.

Ҡумыҙҙың нимәнән эшләнеүенә һәм тауышы нисек сығыуына ҡарап төрҙәргә бүләләр:

  • ҡыл-ҡумыҙ — ҡыллы ҡумыҙ, вертикаль скрипканың бер төрө;
  • ағас ҡумыҙ — ағастан эшләнгән ҡумыҙ;
  • тимер ҡумыҙ — тимерҙән эшләнгән ҡумыҙ;
  • йәйә (янҡыл) ҡумыҙ — Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында уҡтан атҡанда йәйәнең сығарған тауышына оҡшатып ҡушылған[1].

Рәсәй территорияһында ҡумыҙға оҡшаған, шулай уҡ уйналған музыка ҡоралын «варган» тип атайҙар. 1789 йылғы Рәсәй фәндәр академияһы һүҙлегендә «варган» һүҙенә «ябай музыка ҡоралы… зубанка» тигән аңлатма бирелә.

 
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, виртуоз музыкант, ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Вики-һабантуйҙа сығыш яһай.

Ҡумыҙҙың тауышы ул эшләнгән тимерҙең ауырлығынан, киңлегенән тора. Шулай уҡ уйнаған саҡта башҡарыусының бармаҡтары, тыны, теле, ирене актив эшләргә тейеш. Башҡорттарҙың уйнауында үҙҙәренең сере бар тип иҫәпләй ғалимдар. Улар ҡумыҙҙы тотҡан ҡулын резонатор кеүек тә ҡулланалар, шуға күрә тауыш моңлораҡ сыға. Бик күп уйнау төрҙәре билдәле. Оҫта башҡарыусы шул төрҙәргә эйә булырға тейеш. Улар ярҙамында төрлө импровизациялар, «тояҡ тауыштары», «бал ҡорто», «һыу ағыу», «кәкүк» һәм башҡа тауыштар сығарып була.

Башҡорт ҡумыҙынан, варгандан тыш, тағы вьетнам ҡумыҙы була. Ул үтә ябай, тауышы нәҙегерәк, уйнауы ла еңел. Тешкә терәү урынына ул иренгә генә терәлеп уйнала.

Ағас ҡумыҙҙың оҙонлоғо — 15—20 см, киңлеге — 1,5—2,5 см, йыуанлығы — 2 мм. Ағас пластинканың уртаһында теле ҡырҡыла, теленең төбөнә ныҡлы еп бәйләнә. Уйнағанда бер ҡул менән шул ептән тартып, икенсеһе менән ҡумыҙҙы тотоп ауыҙға терәтеп уйнала. Ағас ҡумыҙҙар күбеһенсә имәндән эшләнә. Унан ҡырҡылған пластинкалар ике йыл күләгәле еләҫ урында һаҡлана, һуңынан бысаҡ менән ҡырҡып ирегән һыйыр йәки ҡаҙ майында тотола. Ошонан һуң ғына матур тауышҡа өмөт итергә була. Был ҡумыҙҙың тауышы тимер ҡумыҙҙыҡына бөтөнләй оҡшамаған: струна ҡалтырауы, бубен һуғыуы, серәкәй сеңләүе тауыштары ҡушылып киткән төҫлө була уның моңонда. үҙенең ябайлығы арҡаһындамы ағас ҡумыҙ ғалимдарға XX быуат баштарына тиклем билдәле булмаған. Бөгөн дә уны тәүге күреүселәр етерлек. Ҡумыҙҙың ҡулланылыу өлкәһе лә сәхнә генә түгел[1].

Ҡумыҙ — башҡорт халҡының быуаттарҙан-быуаттарға, быуындан-быуынға тапшырылып, яҡшы һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы. Музыка белгесе һәм фольклорсы Л. Н. Лебединский ҙа ҡумыҙҙың, ҡурай һымаҡ уҡ, бик боронғо булыуы тураһында яҙған. Уның барлыҡҡа килеүе неолит дәүеренә, йәки б. э. тиклем 6—4 мең йыллыҡтар тирәһенә ҡарай. Башҡортостан археологы Нияз Мәжитов тарафынан табылған ҡула (бронза) телле пластинка башҡорт ҡумыҙының мең йылдар тәпкөлөнән һаҡланып ҡалған бик һирәк ҡомартҡыһы иҫәпләнә.

  ...ҡумыҙ тигәндә, бер-береһенән бик ныҡ айырмалы, асылда ике төрлө ҡоралды күҙ уңында тоторға кәрәк. Беренсеһе — ҡылҡумыҙ, йәғни ҡумыҙҙың ҡыллы музыка ҡоралдарына ҡараған үҙенсәлекле һәм бик боронғо төрө.<...> Башҡорттоң ҡыл ҡумыҙы нәҡ ана шул ҡаҙаҡтыҡы менән төрҙәш булған. Үкенескә ҡаршы, ул һуңғы йылдарҙа осрамай. Ҡыл ҡумыҙҙың Мәсетле районында табылған моделе иһә (ул 1986 йылда Өфөлә «Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары» күргәҙмәһендә куйыла) был уйын ҡоралының оригиналь төрҙәрен табыуға ышаныс тыуҙыра...
 

Донъя йөҙөндәге 150 милләттә ҡумыҙ сәнғәте бар. Шуларҙан Австрия, Норвегия, Япония, Америкала, Рәсәйҙә — Саха Республикаһында һәм Башҡортостанда ошо музыка ҡоралында уйнау киң таралған.[3]

Риүәйәттәр, иҫтәлектәр

үҙгәртергә

Унда көтөүсе улы Бикбайҙың йәмле йәй көндәрендә егеттәр, ҡыҙҙар менән бергә, ҡымыҙлыҡҡа сығып, төрлө уйындар уйнауы һәм, шулай бер ваҡыт саған ағасынан ҡумыҙ эшләп, бейеү көйҙәрен көйләп, йәштәштәрен бейетеүе тураһында һөйләнелә. Күренеүенсә, легенда ҡумыҙҙың бер төрөнөң саған ағасынан эшләнеүен хәбәр итә. Егет кешенең йәштәштәрен ҡымыҙлыҡҡа сыҡҡанда бейеткәне өсөн, тип үҙенсә раҫлана халыҡ ижады әҫәрендә, был музыка ҡоралына ҡумыҙ тип исем бирелә. Легендала ҡумыҙҙа ғына уйнала торған бейеү көйөнөң («Бикбай көйө») булыуы хаҡында әйтелеүе ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Йәнә халыҡ ижады ҡомартҡыһынан борон был ҡоралдың йәш-елкенсәк һәм егеттәр араһында киң. таралғаны асыҡлана. Дөрөҫ, йәштәрҙең ҡымыҙлыҡҡа йөрөгәндәге уйындары ололар күҙенән ситтә үткән, ул күңел асыуҙар үҙҙәренең бар булмышы менән балаларса бер ҡатлылыҡ, әҙәплелек менән айырылып торған[2].

Башҡорт фольклоры менән ҡыҙыҡһынған рус ғалимдары ҡумыҙҙы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һәм балалары араһында ғына таралған музыка ҡоралы тип иҫәпләй. Ҡайһылары был фекерен башҡорттар араһында ир-егеттәрҙең ҡумыҙ уйнағанын күргәне булмауы менән дәлилләй. "Был хаҡта Л. Н. Лебединский ап-асыҡ әйтеп үткән.

  Ҡурайҙан айырмалы рәүештә, ҡумыҙ — ҡатын-ҡыҙ һәм балалар музыка ҡоралы: ирҙәр араһында миңә ҡумыҙҙа уйнаусы ғына түгел, унан тауыш сығара белеүсене лә күрергә тура килмәне,— тип яҙа ул, — Өҫтәүенә, айырым осраҡтарҙа мин өлкән ир-аттың ҡумыҙҙы һанға һуҡмау осраҡтарын да күрҙем. Бәлки, был хәл ниндәйҙер боронғо ҡараштарҙан киләлер: уның сәбәбен мин асыҡлай алманым
Л. Н. Лебединский[2]
 

.

С. И. Руденко: «Башҡорт ҡатындарына, ислам диненә ярашлы, артыҡ тауыш сығарырға, көлөргә, музыка менән шөғөлләнергә тыйылған, ә ҡумыҙ ҡатын-ҡыҙға уйнағанда артыҡ тауыш сығармауы, йәшерен уйнағанда тиҙ генә берәй ҡайҙа йәшереү мөмкинселеге булыуы менән бик тә уңай», — тип яҙып ҡалдырған[4].

Ҡумыҙҙың төҙөлөшө

үҙгәртергә

Ҡумыҙ, варгандарҙың барлыҡ төрҙәре кеүек үк, телле-сиртмә уйын ҡоралы булып иҫәпләнә, тип билдәләй танылган ҡумыҙ оҫтаһы Роберт Заһретдинов. Баштараҡ ҡумыҙҙы Э. Хорнбостель һәм К. Закс төркөмләүе буйынса үҙ яңғырашлы сиртмә уйын ҡоралы иҫәбенә индерәләр ине. Әммә ләкин варгандарҙың акустика һәм төҙөлөш үҙенсәлектәре, шулай уҡ тауыш сығарыу ысулы был уйын ҡоралының аталған төркөмләүгә ярашлы түгеллеген иҫбатланы. Башҡарыусы көс һалмайынса, ҡумыҙ яңғырамай. Яңғырашының барлыҡ гаммаһы ҡумыҙ теле тирбәлеүе менән генә түгел, ә бәлки башҡарыусының тын алыу-артикуляция аппараты (ауыҙ-тел) эшмәкәрлеге менән дә бәйле.

Башҡорттар эшләгән боронғо тимер ҡумыҙ дуға рәүешендәге өлөштән тора, шуның дауамы булып 2 яҡтан бөгөлгән "дек"тары аҙаҡҡа ҡарай ҡыҫыла төшә. һығылмалы ҡорос «теле» яҫы осо менән дуғаның эске яғына йәбештерелә. Ул ике «дек» тың ҡап уртаһында торорға тейеш. «Тел» дең нәҙек осо, «дек» тарҙың оҙонлоғон буйлағас, тура мөйөш яһап бөгөлә, ә иң осо ырғаҡ кеүек төрөлә. Төрөлгәндән ҡалған күҙәү эсенә ҡурғаш ҡойола, уның ауырлығы «тел» дең тирбәлеү йышлығын, йәғни төп тауыштың юғарылығын билдәләй[5].

Тимер ҡумыҙҙың төҙөлөшө

үҙгәртергә

Ҡумыҙ төҙөлөшөн Роберт Заһретдинов буйынса бирәбеҙ[5]. Ҡумыҙҙың яңғыраусы өлөшө — тел, ә телде тирбәлдереүсе ҡумыҙсының бармағы — тауыш ҡуҙғытыусы. Артикуляция аппараты (ауыҙ ҡыуышлығы, ирендәр, тештәр, тел, тын юлдары, тамаҡ төбө, диафрагма, баш һөйәге) резонатор ролен үтәй. Ҡайһы ваҡыт өҫтәлмә резонатор булдырыу маҡсатында ҡумыҙсы уйын ҡоралының төп өлөшөн тотҡан усын да файҙалана. Артикуляция аппараты ярашлы позицияла торһа, уйнаусының өргән тынынан барлыҡҡа килгән һауа ағымы тауышты көсәйтә. Бынан тыш, тауыштың көслөлөгө телгә бармаҡ менән һуғыу көсөнә лә бәйләнгән.

Телдең тирбәлеүенән төп тон — бурдон яңғырай. Уның бейеклеге уйын ҡоралының ҙурлығына (ул ни тиклем бәләкәй булһа, бурдон шул тиклем юғары), теленең ҡалынлығына һәм уның осона бәйле. Бурдон башлыса бәләкәй октавала (бик һирәк ҙур октавала һәм беренсе октавала) ишетелә. Асыҡ тамаҡ менән уйнағанда бер октаваға түбән тауыш сыға, башҡарыусының яңаҡ мускулдары бушай, ауыҙ ҡыуышлығы һауа менән тула. Ҡумыҙҙа, төп тондан тыш, обертондар — төрлө юғарылыҡтағы тауыштар бар. Улар ҡумыҙ теленең урта өлөшөн йә ситтәрен тирбәлдергәндә барлыҡҡа килә. Обертондарҙың йы-йылмаһы ҡумыҙҙың тауыш теҙмәһен (звукоряд) барлыҡҡа килтерә. Уны түбәндәгесә күҙ алдына килтерергә мөмкин:

до до СОЛЬ до1 ми1 СОЛЬ1 си-бемоль1
1 2 3 4 5 6 7
ми2 фа-диез2 соль2 ЛЯ2 си-бемоль2 си-бекар2 ДО3 һ.б.
10 11 12 13 14 15 16

Һәр обертондың номеры ҡумыҙ теленең ҡайһы өлөшө менән тауыш сығарылғанын аңлата. Мәҫәлән,

  • 1 — бөтөн телдең тирбәлеүе,
  • 2 — уның яртыһын тирбәлдереү,
  • 3 — өстән бер өлөшөн тирбәлдереү һ. б.

Ҡумыҙ теленең тирбәлеүҙәр йышлығы иғтибарһыҙ йәки музыкаль тауышты «ишетмәгән» кешегә бер генә тауыш сығара һымаҡ тойола. Иғтибарлыраҡ тыңлағанда төп тондан башҡа тауыштарҙы ла ишетергә була. Бигерәк тә төп тон менән октава йәки квинта интервалдарын барлыҡҡа килтереүсе 4-се һәм 6-сы обертондар яҡшы ишетелә. Уйнау техникаһын үҙгәртеү һөҙөмтәһендә обертон шкалаһының түбәнге рәтенә инеүсе бер нисә гармоник тауышты көсәйтергә була: 5, 6, 7, 8, 9-сы өлөштәр менән ярашлы рәүештә ми, соль, си бемоль1, до2, ре2 тыуа. Ҡумыҙ ни тиклем түбәнгәрәк көйләнеп эшләнгән булһа, уның обертондар диапазоны шул тиклем киңерәк була. Гармоник тауыштар яңғырашы башҡарыусының уйнау техникаһына, уның ауыҙ ҡыуышлығы күләмен үҙгәртә белеүенә, өргән тындың көслөлөгөнә бәйләнгән.

Ҡумыҙҙы төрлөсә көйләп була. Башлап уйнаусылар өсөн фа диез, соль, соль диез, ля, си, си бемоль (бәләкәй октава) ҡумыҙҙары уңайлыраҡ. Уларҙа тиҙ генә көй сығарып була. Тәжрибәле, оҫта башҡарыусы-импровизаторҙар түбәнерәк көйләнгән уйын ҡоралын ҡулланалар. Уларҙа обертон тауыштар диапазоны киңерәк: до, до диез, ре, ре диез, ми, фа, фа диез[5].

Хәҙерге башҡорт ҡумыҙҙарың төрҙәре

үҙгәртергә

«Ҡумыҙҙа уйнау сәнғәте» тигән хеҙмәтендә Р. Заһретдинов боронғо ҡумыҙҙар менән бер рәттән музыка оҫталары яһаған уйын ҡоралдары ла киң ҡулланылыуын билдәләй һәм ҡумыҙҙарҙың түбәндәге төрҙәрен айырым күрһәтә:

  • Бер телле «ля» бәләкәй октава ҡумыҙы. Яңғыҙ, ансамблдә һәм аккомпанемент (оҙатма) башҡарыу өсөн ҡулланыла[5].
  • Ике телле ҡумыҙ. Бер телле ҡумыҙҙан икенсе тел иҫәбенә тауыш оҙонлоғоноң 2 тапҡырға артығыраҡ булыуы менән айырыла. Яй темптағы әҫәрҙәрҙе яңғыҙ башҡарыу өсөн ҡулланыла. Ансамблдә уны остинат партияларҙы башҡарғанда ҡулланырға була. Көйләнеше — «соль» бәләкәй октава. Түбәнерәк көйләнгән (фа диез, фа, ми, ми бемоль) ҡумыҙҙар яңғыраш оҙонлоғон арттыра[5].
  • Өс телле ҡумыҙ. Бер телле ҡумыҙ менән сағыштырғанда тауыш оҙонлоғо 2-ғЗ тапҡырға артығыраҡ. Ирендәр менән ҡымтып ҡуйыла. Оҙон көйҙәр башҡарыу өсөн ҡулланыла[5].
  • «Ми-ля» ға көйләнгән ике тонлы ҡумыҙ. Уйын ваҡытында ҡумыҙ тональность позицияһында винт менән нығытыла
  • Өс тонлы ҡумыҙ — ике тонлы ҡумыҙҙың ҡатмарлыраҡ төрө. Көйләнеше — «ми-ля-до».
  • Хроматик типтағы 12 тауышлы винтлы ҡумыҙ. Уйнағанда тейешле тауыш винт менән көйләнә. Көйләнеше — «ре» бәләкәй октаванан «ре» беренсе октаваға тиклем.
  • «Груша» ҡумыҙ. Был уйын ҡоралының резонатор — яңғыраткысы груша рәүешендә. Унда айырыуса 3 октавалағы һәм 5 ҙур терция интервалын — дағы обертондар асыҡ ишетелә. Тембрының үҙенсәлекле булыуы уйҙырма һәм әкиәт образдары тыуҙырыуға, тәбиғәт күренештәрен йәнләндереүгә булышлыҡ итә.
  • Ҡыңғыраулы ҡумыҙ. Уйын ҡоралының төп өлөшөнә көмөш ҡыңғырау тауыштары сығарып сыңлап тороусы түңәрәк барабан ҡуйылған. Ҡумыҙҙың тембр палитраһын ҡуйыртыу һәм үҙенсәлекле образдар тыуҙырыу өсөн ҡулайлы.

Күп тонлы кулиса ҡумыҙы. Пистолет рәүешендә эшләнгән. Кулисаның «һабы» тондарҙы көйләүсе ролен үтәй. 15 тонды эсенә алыусы хроматик тауыш рәтле уйын ҡоралы. Уның өҫтөнлөгө модуляциялар менән байытылған көйҙәрҙе башҡарғанда, күп тауышлы башҡарылышта гармоник оҙатма (бас-гитара һымаҡ) яһағанда, бас-остинато партияһын алып барғанда күренә. Унда поезд йөрөшөн, сепаратор тауышын имитациялап, хроматик глиссандо һ. б. башҡарып була.

  • Электрон ҡумыҙ. Ҡумыҙ теле бармаҡ менән түгел, ә электр көсө менән хәрәкәткә килә. Төп тон — бурдон сыға. Башҡарыусы ҡумыҙҙы тештәренә тейҙермәйенсә ирендәре менән ҡымтып тота. Ауыҙ ҡыуышлығын, тамаҡтың, иреңдәрҙең торошон үҙгәртеп, бурдондың юғарылығын һәм, шул нигеҙҙә, тональносты, яңғыраш диапазонын үҙгәртеп була. Уйын ҡоралының көйләнешенән уның диапазоны киңерәк йә киреһенсә була. Түбәнгә көйләнеш диапазонды киңәйтә. Юғарылыҡ шкалаһы сиктәре 1-^-2, 5 октавалар эсендә тирбәлә, ә мөмкин булған тональностар хроматик гамманың 12 баҫҡысы менән билдәләнә.Башҡарыусы уйнаған көйө өсөн үҙе оҙатма тон һайлай. Әҫәрләндерерлек тауыштар сығарыу өсөн башҡарыусы ҡумыҙҙы ирендәре араһында дерелдәтергә, ҡумыҙ телен ирендәре йә баш бармағы менән тотоп торорға, өргән тындың йүнәлешен үҙгәртергә мөмкин. Уйын ҡоралы имитациялау, импровизациялау һәм 2³ тауыш (өзләү менән бергә) сығарыу өсөн бик яйлы. Электр ҡумыҙының техник мөмкинлектәре бихисап, тауышы ла күп тембрлы, шуға күрә яңғыҙ һәм күмәк башҡарыу өсөн яйлы инструмент булараҡ, халыҡ уйын ҡоралдары, симфоник, эстрада оркестрҙарында лайыҡлы урынын алды, оҙатма башҡарыуҙа ла алыштырғыһыҙ булып тора. Һуңғы йылдарҙа ишәйеп киткән ҡумыҙ төрҙәре уның инструменталь һәм башҡарыу сәнғәтенең йылдам үҫеүен күрһәтә, ә был күренеш башҡорт варган музыкаһының артабанғы яҙмышына ҙур өмөттәр уята[5].

Ҡумыҙҙа башҡарылған көй төрҙәре

үҙгәртергә

Художестволы биҙәү һәм башҡарыу ысулы буйынса ҡумыҙ көйҙәре төп 3 төргә бүленә[6]:

  1. көйләп башҡарыу;
  2. аныҡ төп көйө булмаған башҡарыу;
  3. инструменталь-тауыш ҡабатлауҙарға ҡоролған көйҙәрҙе башҡарыу.

Интонацияһы камиллашҡан көйлө импровизациялар, йыр һәм инструменталь әҫәрҙәр көйләп башҡарыла.

Көйләп башҡарыу

үҙгәртергә

Көйлө импровизациялар бурдонға һәм уның обертондар шкалаһына, йәғни ҡумыҙҙың тәбиғи тауыш рәтенә таяна. Ладтағы тауыш рәте һәм көйҙәрҙең интонация һыҙатланышы уйын ҡоралының үҙенең акустика (тауыш) юғарылығы мөмкинлектәре һәм башҡарылыу оҫталығы менән яйлана. Был осраҡта көйҙөң «һүрәте» ябай һәм лад ҙур түгел, сөнки улар обертондар рәтенең бары тик сикләнгән өлөшөнә генә таяна. Ундай көйҙәрҙе ҡумыҙҙың махсус, үҙ инструменталь музыкаһы тип атайыҡ.

Көйләп башҡарыуҙың тағы бер төрөнә вокаль һәм инструменталь әҫәрҙәрҙе уйнау йәки имитациялау инә. Улар ҡумыҙ өсөн махсус ижад ителмәгән халыҡ һәм автор йырҙарын, инструменталь көйҙәрҙе, композитор әҫәрҙәрен үҙ эсенә ала. Был әҫәрҙәр музыкаль төҙөлөшө менән ҡумыҙҙың обертондар рәтенә мөмкин тиклем яҡынайтып көйгә һалына. Бының өсөн көйҙөң ҡумыҙ менән тап килмәгән тондары төшөрөп ҡалдырыла йәки оҡшаш обертондар менән алмаштырыла. Һөҙөмтәлә төп көйгә тартым трансформацияланған вариант барлыҡҡа килә. Ҡулайлаштырылған ошондай көйҙәрҙе ҡумыҙ өсөн төп әшкәртмәләр тип йөрөтөргә мөмкин.

Аныҡ төп көйө булмаған башҡарыу

үҙгәртергә

Аныҡ төп көйһөҙ башҡарылыусы әшкәртмәләр төп тондың тембр-регистрҙарын үҙгәртеп, уның ритмик варианттарын барлыҡҡа килтереүгә нигеҙләнгән. Башҡарыусы төп иғтибарҙы тауыштарҙы матур һәм бай колоритлы итеп сығарыуға, тембр һәм ритм «драматургия»һын асып биреүгә йүнәлтә. Көйһөҙ башҡарылыуға имитация алымдары, киң ҡулланылған ирекле-импровизациялы башланғыс хас. Был башҡарылыу уйнау оҫталығының һәм артикуляция — тын алыу аппаратының, ҡулдарҙың мөмкин булған бөтә резонатор-яңғыратҡыстарын файҙаланыу менән бәйләнгән. Ул — йыр-көйҙәрҙе ҡумыҙға һалыуға ҡоролмаған импровизация һәм имитацияға (оҡшатыуға) хас инструменталь ысул.

Инструменталь-тауыш ҡабатлауҙарға ҡоролған көйҙәрҙе башҡарыу

үҙгәртергә

Инструменталь-тауыш ҡабатлауҙарға ҡоролған башҡарыу йырҙы һәм телмәрҙе ҡумыҙ аша бирә. Ҡумыҙ был осраҡта кеше тауышын үҙенсәлекле рәүештә инструмент теленә һалыусы ролен үтәй. Был симбиоз ҡумыҙ музыкаһының үҙенсәлекле төрөн барлыҡҡа килтерә. Унда этник интонация ярылып ята, сөнки ул милли сәнғәттең фонетик, лексик, телмәр һәм музыкаль тауыш формаларын үҙендә туплаған. Бындай башҡарылыш тембр төрҙәренә бай була, ҡумыҙ музыкаһының образдар палитраһын ҡуйырта. Йыш ҡына уникаль күренеш — ике тауышты бер юлы башҡарыу — өзләү ҡулланыла Ҡумыҙҙа башҡарылыусы көйҙәрҙең һанап үтелгән өс төрө лә ғәмәлдә иһә айырым да, берләштерелеп тә ҡулланыла.

Ҡумыҙҙа уйнау төрҙәре

үҙгәртергә

«Ҡумыҙҙа уйнау сәнғәте» тигән китабында Р. Заһретдинов ҡумыҙҙа уйнау төрҙәренә ҙур иғтибар бүлә[6]. Ҡумыҙ концерттарҙа ла, тормош-көнкүреш байрамдарында ла, яңғыҙ башҡарыу уйын ҡоралы булараҡ та ҡулланыла. Ҡумыҙсы үҙен ижади эҙләнеүҙәргә дусар иткән, хис-тойғоларҙы, күңел моңдарын тыңлаусыға еткерергә тырыша. Шуға күрә был яңғыҙ башҡарыу ҡумыҙ сиртеү оҫталығын сағылдырыусы шәхси ысулдарҙың күп төрлөлөгө, тембр-ритм буяуҙарға бай булыуы, тема һәм образдарҙы ирекле һайлай алыуы, уйнау стиле һәм репертуары менән айырылып тора. Ҡумыҙсы үҙенең ижади уй-хыялдарының сағылышын, башҡарыу оҫталығын бар тулылығында күрһәтә.

 
Ҡумыҙсылар сығышы

Ансамблдә ҡумыҙ дөңгөр, һорнай, скрипка һ. б. халыҡ уйын ҡоралдары менән бергә отошло күренә. Айырым осраҡтарҙа «һуҡма» уйын ҡоралы сифатында күнәк йә батмус ҡулланыла, башҡарыусы ритмды бармаҡсы кейгән бармаҡтары менән һуға. Ҡумыҙҙан ғына торған ансамблдәрҙә бер иш һәм төрлөсә көйләнгән уйын ҡоралдары берләштерелә, һөҙөмтәлә бай яңғырашлы композиция хасил була.

Төрлө уйын ҡоралдарынан торған ансамблдәрҙә һәм оркестрҙарҙа ҡумыҙ ритм биреүсе һәм милли колорит өҫтәүсе инструмент булараҡ баһалана. Күп тауыш өсөн яҙылған әҫәрҙәрҙең айырым фрагменттарында ҡумыҙҙың яңғыҙ сығышы ла инҡар ителмәй. Ҡумыҙҙа уйнауҙың тағы бер төрө — оҙатма (аккомпанемент) башҡарыу. Ул йырға, бейеүгә оҙатма яһай ала, башҡа төр оҙатма инструменттар араһында ла ҡулланыла. Күп осраҡтарҙа ҡумыҙ партияһының роле көслө тауыштарға остинатлы ритм-гармония фоны тыуҙырыуға ҡайтып ҡала.

Ҡумыҙҙа уйнауҙың 3 төрөн айырып йөрөтәләр:

  1. традицион, йәғни боронғоса уйнау;
  2. имитация яһау;
  3. импровизациялау.

Традицион, йәғни боронғоса уйнау

үҙгәртергә

Боронғоса уйнау — бер бармаҡ менән ҡумыҙ теленә һуғып (сиртеп), тауыш сығарыуға ҡайтып ҡалған уйын стиле. Был тор уйын көнкүрештә, ансамблдәр составында, оҙатма уйын ҡоралы ролен үтәгән ҡумыҙ сығыштарында ҡулланыла. Традицион уйнау йырлы-бейеүле көнкүреш уйындарын, оҙатма яһағанда, ҡумыҙ өсөн яҙылған бик үк ҡатмарлы булмаған әҫәрҙәрҙе башҡарғанда, «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе» кеүек милли уйындарҙағы ҡумыҙ сығыштарына хас.

Имитация яһау

үҙгәртергә

Имитация яһау әйләнә-тирә мөхиттәге, тәбиғәттәге тауыштарҙы ҡумыҙҙа ҡабатлауға, уларға оҡшатып тауыш сығарыуға ҡайтып ҡала. Ҡумыҙсы- имитациялаусы төрлөсә башҡарыу ысулдарын үҙләштерергә, үҙ оҫталығын камиллаштыра барыу өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләргә, яңы уйын алымдарын ижад итергә тейеш.

Әйләнә-тирәләге оҡшатырға мөмкин булған әйбер-күренештәр: ҡоштар һайрауы, ҡысҡырыуҙары (ҡаҙ ҡаҡылдауы, буҙ турғай йыры, кәкүк саҡырыуы Һ. 6.), хайуан тауыштары (һыйыр мөңрәүе, һарыҡ баҡырыуы, йылҡы кешнәүе Һ. б.), тәбиғәт тауыштары (ел иҫеүе, тулҡын шауы, күк күкрәүе, самолёт геүләүе, тояҡтар тупылдауы, шишмә сылтырауы, яҙғы тамсы тамыуы, сәғәт һуғыуы, һөт айырғыс әйләнеүе, аяҡ тауышы, ҡыштырлау Һ. б.). Бындай башҡарылыш башлыса яңғыҙ сығыш өсөн хас.

Импровизациялау

үҙгәртергә

Импровизациялау — ҡумыҙҙа башҡарыуҙың иң ҡатмарлы төрө. Ул юғары уйнау оҫталығын ғына талап итеп ҡалмай, бәлки ижади башланғысты, бай фантазия һәм күҙаллауҙарҙы, мөмкин тиклем күберәк ишетеү һәм сағыштыра-оҡшата белеү һәләтенә эйә булыуҙы күҙ уңында тота. Башҡа уйнау төрҙәренән айырмалы рәүештә импровизациялауҙың үҙ темаһы һәм сюжеты була. Башҡарыусы йөкмәткене, ҡумыҙ тауышы тыуҙырған образдарҙы айырым-аныҡ күрһәтеү юлы менән асып бирә. Импровизацияны, виртуоз башҡарыусылыҡ төрө булараҡ, бик оҫта (юғары класлы) ҡумыҙсылар ғына ҡуллана.

Ҡумыҙ музыкаһы жанрҙары

үҙгәртергә

Роберт Заһретдинов башҡорт ҡумыҙы музыкаһында төп ике жанр йүнәлешен айырып күрһәтә[5]:

  1. ҡумыҙҙың үҙ әҫәрҙәре жанры;
  2. халыҡ йырҙары менән бәйле әҫәрҙәр жанры.

Беренсе йүнәлеш жанрҙарға түбәндәгеләр инә:

  1. Интим-камерный характерҙағы лирик инструменталь миниатюралар.

Улар борон киң таралған ҡатын-ҡыҙҙар ҡумыҙы музыкаһы менән генетик рәүештә бәйле һәм тәрән шәхси хис-тойғоларҙы сағылдыра. Ирекле импровизация бурдон яңғырашҡа булышлыҡ итә. Ҡумыҙ тауышы талғын, йомоҡ. Сөнки был уйнау башҡаларға түгел, ә башҡарыусының үҙенә генә «тәғәйенләнгән».

  1. Төрлө тембр һәм ритм төҙөлөшөнә нигеҙләнгән аныҡ төп көйө булмаған инструменталь әҫәрҙәр. Йырлы-бейеүле уйындарҙа, халыҡ байрамдарында киң ҡулланыла. Йырға йәки башҡа төрлө инструменталь музыкаға ритмлы оҙатма ролен үтәй.
  2. Тамаҡ төбө менән йырлау йәки өзләү.
  3. Йөкмәткене һүрәтләүсе (программалы) әҫәрҙәр. Улар тәбиғи шау- шыуҙарға, ысынбарлыҡтағы тауыштарға, көнкүреш күренештәренә өн оҡшаш (имитация) тауыштар сығара. Ғаилә, дуҫ-иш табынында һәм концерт сәхнәләрендә лә башҡарыла.
  4. Бирелгән йәки ирекле темаға импровизация. Ҡумыҙсы йыш ҡына яйлап асыла барған сюжетлы әҫәр башҡара. Уларҙың йөкмәткеһе бихисап гөрлө булырға мөмкин: тауышлы һүрәтләмә, көнкүреш күренештәре, ауыл һәм ҡала тормошонан сәхнәләр, әкиәт йәки хыял тыуҙырған образдар, тәбиғәт картиналары һ.б. Был музыкаль композициялар бер-бер артлы килгән өлөштәрҙән тора: улар бер-береһенән аныҡ темптары, тембр биҙәлештәре, төрлө юғарылыҡтағы тауыштары менән айырыла. Уларҙың инеш һәм йомғаҡлау өлөштәре булырға мөмкин. Импровизация — яңғыҙ башҡарыла торған концерт жанры.

Йыр традициялары менән бәйле жанрҙарҙы ҡумыҙҙа башҡарылышҡа бөтөнләйе менән күсереү дөрөҫөрәк булмаҫ. Улар ғәҙәттә теге йәки был йыр йә инструменталь жанр исеме аҫтында йөрөй. Көйҙөң мәғәнәһе уның йөкмәткеһенә ярашлы була.

Башҡорт йыр фольклорының классик жанры — оҙон көй. Уртаҡ тема менән берләшкән вокаль һәм инструменталь оҙон көйҙәрҙең ҙур циклдары бар. Урал тәбиғәтен данлаған, уның йылғалары, күлдәре, тау һәм туғайҙары тураһында, көтөүсе тормошон һүрәтләгән, һунарсылыҡ кәсебен, башҡорт атын маҡтаған «Ағиҙел», «Алатау», «Һандуғас», «Кәмәлек», «Саптар юрға», «Бөҙрә тал» кеүек йырҙар бар. Мөхәббәткә, ҡатын-ҡыҙ матурлығына бағышланған, ғаилә тормошо, тиңһеҙ никах һ. б. тураһында йырҙар күп: «Сәлимәкәй», «Күсбикә», «Шәүрә», «Зөлхизә», «Ашҡаҙар». Фәлсәфәүи йырҙар циклына тәҡдир, ауыр яҙмыш, ғүмерҙең фанилығы тураһында «Аҡ сабаҡ», «Үткән ғүмер», «Элмәлек», «Мал» кеүек йырҙар инә.

Музыкаль яҡтан ҡарағанда оҙон көйҙәр үҙҙәренең бай биҙәкле моңо, йырҙың һүҙҙәренә ярашлы үҙенсәлекле үлсәмгә ҡоролған ритмы булыуы менән айырылып торалар. Ангемитоника (ярымтонһыҙлыҡ) һәм диатоника уларҙың лад нигеҙен тәшкил итә. Оҙон көй иркен, һығылмалы ағыла, фразалар аҙағындағы тауыштар һуҙып йырлана. Монолог рәүешендәге йыр бай композициялы структураға әүерелә. Ҡумыҙсылар оҙон көйҙө һирәк башҡара. Уйын ҡоралының диапазоны сикләнгән булғанлыҡтан оҙон көйҙөң юғары урындарын алып булмай. Шуға күрә көй яҡынса ғына уйнала, ғөмүмән ҡумыҙсы төп иғтибарын ладтың төп нигеҙ тауышын ҡабатлап тороуға йүнәлтә, башҡарылған әҫәрҙе, йөкмәткеһенә ярашлы, тауышлы образдар (ҡоштар һайрауы, ат тояғы тупырлауы һ.б.) менән байытырға тырыша.

Ҡыҫка көй — ҡумыҙ музыкаһы өсөн иң яйлы жанр. Төрлө йөкмәткегә ҡоролған бик күп вокаль һәм инструменталь ҡыҫҡа көй бар. Улар ғәҙәттә тормош-көнкүреш, лирика һәм тарихи темаларҙы яҡтырта.Ҡыҫка көйҙәргә куплетлы форма, ҡушымта (припев), фразаларҙың ҡабатланып килеүе, ладтарҙың (пентатоника, гексатоника һәм диатоника) бейеү, марш хәрәкәттәренә ярашлы акцентлы ритмика хас.

Ҡумыҙға һалынған ҡыҫҡа көйҙәр бер нисә жанр-төркөмсәләргә бүленә:

  • Һалмаҡ көй темпы — яй, характеры — тыныс. Уларҙа башлыса тыуған яҡ, уның тәбиғәте, ауыл-ҡала һ.б. йырлана: «Түңәрәк күл», «Уралым», «Өфө», «Төйәләҫ», «Ялан Йәркәй», «Алтынҡай», «Учалы», «Бөрө», «Мәсетле», «Колхоз уттары», «Ауыл көйө», «Ағиҙел буйҙары» һ.б. Марш, гимн характерындағы йырҙар бар: «Алға», «Уян, илем».
  • Етеҙ темплы лирик ҡыҫҡа көйҙәр. Уларға маҡтау, лирик, шаян, мөхәббәт йырҙары инә. Күтәренке кәйеф менән, тантаналы, күңелле, шаян итеп башҡарыла: «Ирәндек», «Үҙән буйы», «Мәскәү урамдары», «Мөғлифә», «Ҡара тауыҡ», «Суҡ муйыл», «Хәтирә», «Ғәйшә, „Бөрйән егеттәре“ һ.б.
  • Бейеү көйҙәре. Уларҙа бейеүгә һалынған мәғәнә (шаян, мут, лирик һ. б.) сағыла: „Ҡыр ҡаҙҙары“, „Бүҙәнә“, „Ҡолонсаҡ“ һ. б. Мөхәббәт көйҙәре ҡатын-ҡыҙҙың исеме менән атала: „Зарифа“, „Мөғлифә“, „Заһиҙә“. „Ете ҡыҙ“, „Алты егет“, „Һимеҙ ҡаҙ“, „Ике ҡыҙ“ кеүек бейеү көйҙәре йәш-елкенсәктәргә арналған.
  • Ҡыланып бейеү. Иң таралғаны — „Ҡара юрға“. Ул инструменталь көй генә түгел, һүҙҙәре менән бергә йыр рәүешендә лә йәшәй. Унда кешеләрсә һөйләшә белгән тылсымлы ат тураһында бәйән ителә. Был көй ғәҙәттә ирҙәр бейегәндә уйнала.

Ҡыҫҡа бейеү көйҙәре — таҡмаҡтар. Йырлы-бейеүле уйындар йолалар башҡарылғанда оҙатма рәүешендә лирик, шаян, төртмә һүҙҙәр менән башҡарыла. Таҡмаҡтар XIX быуат аҙағында барлыҡҡа килгән, ныҡ үҫешкән һәм хәҙерге ваҡытта киң таралған. „Ҡарабай“, „Шәл бәйләнем“, „Наза“, „Хәтирә“ кеүек көй-таҡмаҡтар яратып башҡарыла.

  • Марш көйҙәре. Яу орандары, марштарҙа баҫып йөрөү кеүек һ.б. интонацияларҙы сағылдыра. Етеҙ, тантаналы, тигеҙ марш ритмы характерында башҡарыла. Йөкмәткеләре тарихи ваҡиғалар, ғәскәри тормош, яу юлдары, халыҡ күтәрелештәре батырҙары, бәйге тотҡан ир-егет тураһында һөйләй. Был көйҙәр ҡумыҙсылар репертуарында ныҡлы урын алды. Иң киң билдәлеләре: „Перовский“ (1853 йылда башҡорт ғәскәрҙәрен Аҡ Мәсеткә — Коканд ҡәлғәһенә яуға алып барыусы), „Аҡ Мәсет“ (Коканд ҡәлғәһе), „Манеж“, „Развод“, „Бонапарт“, „Маршрут“, „Порт-Артур“, „Салауат“ һ.б.

Һанап үтелгән жанрҙарҙан тыш ҡумыҙсылар репертуарында башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре һәм башҡа халыҡтар көйҙәре лә урын алған.»[5]

Ҡумыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге

үҙгәртергә
 
 

Рәшит Шәкүр билдәләүенсә[2], ҡумыҙҙың һуңғы осорҙа ныҡлап ир-егеттәр ҡулына ла күсеүе, ҡумыҙҙың яңы төрҙәренең барлыҡҡа килеүе ҡумыҙсыларҙың ижадын өр-яңы юғарылыҡҡа күтәрҙе. Етеҙ ритмикалы, тәбиғәттәге күп төрлө тауыштарҙы һәм хәрәкәттәрҙе тасуир итеүсе көйҙәр хәҙерге күренекле башҡарыусыларҙың репертуарында төп урынды алды. Халыҡ көйҙәрен, композиторҙар әҫәрҙәрен башҡарыу йәһәтенән дә ҡумыҙҙың диапазоны бермә-бер киңәйҙе. Был сал боронғо халыҡ ҡоралының оҫталар тарафынан камиллаштырылған яңы төрҙәре ансамблдәр, оркестрҙар составында ла яңғырай.

Ҡәрҙәш халыҡтарҙан бигерәк тә сахаларҙа ҡумыҙға оҡшаш уйын ҡоралының (хомус) ҙур оҫталары, атаҡлы башҡарыусылары бар. Саха Республикаһында ҡумыҙҙың алыҫ туғаны хомусты уйнаусылар айырыуса тәбиғәт стихияһын (ел, буран, нартала боландар сабышы һ. б.) тасуирлауҙа камиллыҡҡа өлгәшкәндәр. Башҡорт ҡумыҙы иһә, был йүнәлеште лә үҙ иткән хәлдә лә, барыбер иң элек моң тылсымы булараҡ үҙенең аһәңле яңғырашын дауам итә. Был йәһәттән, мәҫәлән, атаҡлы ҡумыҙсы Миңнулла Дәүләтбаевтың ошондай фекере характерлы: «Ҡумыҙ тураһында һөйләгәндә, — ти ул, — мотлаҡ уның яңғырау көсө, сифаты, моңо иң беренсе планда торорға тейеш». Миңнулла ағай ҡумыҙҙың сифатына ҡарата шундай талап ҡуя: уның тауышы көслө, ярмаланып сыҡһын, моңло, сәхнәлә микрофонһыҙ уйнарлыҡ булһын. «Әгәр ҙә тауыш тоноҡ сыға икән, — тип раҫлай М. Дәүләтбаев, — тимәк, ундай ҡумыҙҙың корпусы менән тел араһы ярашлы дорөҫ эшләнмәгән. Симметрия ни тиклем дөрөҫ булһа, тауышы ла шул тиклем үк көслө, моңло була».

Күп йыллыҡ эш тәжрибәһенә таянып, М. Дәүләтбаев кумыҙҙарҙы сифат яғынан дүрткә бүлеп ҡарау яғында тора:

  1. түбән сифат,
  2. юғарыраҡ сифат,
  3. юғары сифат (тауыш гөрләп, бөтөн диапазон буйынса ярмаланып сыға, обертондары ла ҡолаҡҡа яҡшы ишетелә,
  4. был сифатты халыҡ оҫтаһы квинтдецима сифаты тип атай.

Миңнулла Дәүләтбаевтың ҡумыҙҙың тауышын, сифатын камиллаштырыу буйынса эҙләнеүҙәре, бай тәжрибәһе бик ҙур иғтибарға лайыҡлы. Шул уҡ ваҡытта Миңнулла ағай, әйткәнебеҙсә, күренекле халыҡ музыканты, киң популярлыҡ яулаған ҡумыҙсы, ҡатыны Мәфрүзә Күсимова менән бергә республика фольклор байрамдарында дан ҡаҙанған ғаилә ансамбленең етәксеһе.

Ҡумыҙҙы профессиональ кимәлгә күтәрешеүсе оҫталарыбыҙҙың йәнә береһе — Роберт Заһретдинов. Уның был музыка ҡоралын камиллаштырыуға индергән өлөшө иң элек уйын ҡоралының өр-яңы төрҙәрен эшләүҙән тора. Шуларҙың бер нисәһе — 8-әр һәм 13-әр тауышлы тромбон-ҡумыҙҙар. Роберт Абдрахман улы ҡумыҙҙың промышленностә етештереү өсөн тәғәйенләнгән өлгөһөн дә эшләне. Уның үҙ ҡулдары менән яһалған йөҙҙәрсә ҡумыҙҙары бик күп һәүәҫкәрҙәр ҡулында яңғырай…"

«Башҡортостандың ҡала һәм райондарында йәшәүсе талантлы үҙешмәкәр ҡумыҙсылар һәм һирәгерәк ҡумыҙ эшләү оҫталарының исемдәре киң билдәле. Элекке СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең) „Ҡобайыр“ ансамблендә ҡатнашыусы Урия Яруллина, мәҫәлән, үҙенең тыуған Салауат яҡтарындағы традицияға тоғролоҡтар һаҡлап, тимер ҡумыҙҙа ла, ағас ҡумыҙҙа ла оҫта уйнай. Өфөлә Баймаҡ яҡтарының оҫта йырсыһы, ҡурайсыһы, ҡумыҙсыһы Айрат Ғафаровты ла күптәр белә. Ул Урал аръяғы башҡорттарының йыр-моңға, музыкаға һәүәҫлеген һаҡлауы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Белорет районының Шығай ауылы иһә күп йылдар буйы Үҙәнбаевтарҙың ҡумыҙсылар ғаилә ансамбле менән данлыҡлы булды. Ғаилә башлығы, элекке колхоз тимерсеһе Ханнан Үҙәнбаев бабай шул төбәктә ҡумыҙ эшләү оҫтаһы булып та танылғайны. Үҙәнбаевтар ҡурайҙа, мандолинала, скрипкала, ҡумыҙҙа берҙәй дәрт, илһам менән уйнай. Ҡыйғы районынан ҡумыҙсы апай һәм әбейҙәрҙән торған үҙешмәкәр ансамблдең, республика смотрҙарында сығыш яһап, күп тапҡырҙар уңыш ҡаҙаныуы ла хәтерҙә. Хәйер, Әй-Йүрүҙән буйҙарында, Салауат, Ҡыйғы яҡтарында ҡумыҙ айырыуса популяр шул инде.

Ҡумыҙ хәҙерге ваҡытта үҙенең яңырыуын, йәшәреүен кисерә. Ул, ҡурай, мандолина, скрипка, гармун, думбыра менән бергә, республика күләмендәге фольклор байрамдарында яңғырай, профессиональ концерт репертуарҙарында ла урын ала бара. Ҡумыҙ моңо, ҡумыҙ сыңы үҙенең серле, тылсымлы тауышы менән күңелдәрҙә дәрт, илһам, шатлыҡ тойғолары уята, хыял ҡанаттарын нығыта.»[2]

Күренекле ҡумыҙсылар

үҙгәртергә
  • Урал-Иҙел төбәге буйынса варган (хомус) музыкаһының милли үҙәге рәйесе Роберт Заһретдинов тарафынан ҡумыҙ яңынан тергеҙелә. Роберт Заһретдинов — күп йырҙар һәм инструменталь пьесалар, шул иҫәптән өсөн әҫәрҙәр авторы. Башҡорт музыка ҡоралын тергеҙеүҙәге һәм пропагандалауҙағы хеҙмәттәре өсөн уға республиканың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. «Донъяның иң виртуоз ҡумыҙсыһы» тигән дипломы менән бүләкләнде.
  • Р. Заһретдиновтың уҡыусыһы, яҡташы Ғәфүр Зәйнетдинов Австрияның Мольн ҡалаһында уҙғарылған, утыҙ илдән өс йөҙ конкурсант ҡатнашҡан 3-сө халыҡ-ара ҡумыҙсылар конгресында дипломант исемен яуланы.
  • Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Йомабай Иҫәнбаев һәм Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге ҡумыҙсылар бәйгеһе, Австралияла уҙған Халыҡ-ара ҡумыҙсылар фестивале, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәре дәүләт премияһы лауреаты, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» исемдәренә эйә, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ҡумыҙҙың дауаһы

үҙгәртергә

Ҡумыҙҙың дауаһы ла бик үҙенсәлекле: ҡумыҙҙа уйнаған кеше ҡумыҙ теле ҡалтырауын һәр күҙәнәге менән һиҙә. Был организмға ыңғай тәьҫир итә:

  1. Баш ауыртыуын бөтөрә.
  2. Ҡан баҫымын нормала тота.
  3. Ҡумыҙҙа уйнаған кешенең тештәре һәм ҡаҙналары вибрациянан массаж алып тора, шунлыҡтан ҡумыҙсының тештәре һау була.
  4. Көйҙәр сығарыуы күңелде тынысландыра, йәнгә рәхәтлек бирә.
  5. Юғары тауышлы ҡумыҙҙарҙы шамандар трансты туҡтатыу өсөн файҙаланғандар.

Ҡумыҙ тураһында фекерҙәр

үҙгәртергә
 
  • Ус аяһындай ғына был музыка ҡоралы донъяның әллә күпме моң, тауыш тылсымдарын һыйҙырған үҙенә. Кешелек тарихының алыҫ-алыҫтағы боронғо дәүерҙәренең шаһиты был уйын ҡоралы-ҡумыҙ. Рәшит Шәкүр [2]
  • "Ошо бәләкәй генә тимер йәки ағас киҫәгендә быуаттарҙы эсенә алган музыка- көй, йәғни башҡортса-моң, ята..Башҡорттарҙың йәшәйеше борон борондан еңел булмаған. Яҙмыштары, тормоштары ауыр-ауыр һынауҙар менән тулы. Шулай ҙа улар төшөнкөлөккә бирелмәгәндәр. Йөрәк әрнеүҙәрен, тормош ауырлыҡтарын йырҙары, моңдары, бейеүҙәренә һалып еңгәндәр…Бына ни өсөн башҡорт йыры оҙон,сағыу һәм моңло-көйлө. Башҡортостанда тыуыуым, башҡорт булып тыуыуым менән шундай ғорурмын!.Айрат Хөснуллин.


  • Ҡурайҙан айырмалы рәүештә, ҡумыҙ-ҡатын-ҡыҙ һәм балалар музыка ҡоралы: ирҙәр араһында миңә ҡумыҙҙа ғына түгел, унан тауыш сығара белеүенсене лә күрергә тура килмәне. Лебединский Л. Н.[7].

 

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Археологтар ауыҙ (ирен) ҡумыҙының таралыу ваҡытын һуң неолит (беҙҙең э. т. V—III мең йй.) ваҡыты менән билдәләй
  • Тәүге тимер ҡумыҙ Салауат районында Иҙелбай ҡурғанында табылған. Ул, археологик тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, IX—X быуаттан бирле һаҡлана һәм бөгөн Өфөләге археология музейының бер экспонатын тәшкил итә.
  • Донъя йөҙөндәге 150 милләттә ҡумыҙ сәнғәте бар. Шуларҙан Австрияла, Норвегияла, Японияла, Америкала, Рәсәйҙә — Саха Республикаһында һәм Башҡортостанда был музыка ҡоралында уйнау киң таралған

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Яйыҡ. Учалы районы һәм ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите. 14.07.2014 2016 йыл 23 апрель архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Р. Шәкүр «Сыңрау торналар иле» — Өфө: «Китап», 1996
  3. С. Нәзиров. Донъяны иңләй ҡумыҙ. Башҡортостан. 02.09.2014
  4. Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006. — 376 с. ISBN 5-295-03899-8
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 5,8 «Ҡумыҙҙа уйнау сәнғәте» Р. Заһретдинов.
  6. 6,0 6,1 Р. Заһретдинов. «Ҡумыҙҙа уйнау сәнғәте». — Өфө, «Белая река», 1997.
  7. Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши.— М., 1962
  • Баһуманова М. Етмеш төрлө һөнәр эйәһе // Ватандаш. — 1997. — № 2. — С. 47—52. — ISSN 1683-3554.
  • Галин С. Тел асҡысы халыҡта. — Өфө: «Китап», 1999.
  • Загретдинов Р. Школа игры на кубызе: учебно-методическое пособие. — Уфа: Издательство «Белая река», 1997, — 280 с.
  • Ҡумыҙҙа уйнау сәнғәте. — Өфө: Белая река, 1997.
  • Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. — М., 1962; Уфа, 1989.
  • Музыкальный энциклопедический словарь. — М., 1996
  • Рахимов Р. Г. Башкирская народная инструментальная культура: этноорганологическое исследование. 2-е изд., доп. — Уфа: изд-во БГПУ, 2010. — 188 с. — ISBN 5-87978-297-2
  • Рахимов Р. Г. Башкирский кубыз (варган). Фольклорный сборник. — Уфа: Узорица, 1997. — 36 с.
  • Рахимов Р. Г. Башкирский кубыз (маультроммель). Фольклорный сборник. — М.: TA-MUSICA, 2004. — 46 с.
  • Рахимов Р. Г. Башкирский кубыз // Вопросы инструментоведения. — СПб, 1995. — Вып.2. — С. 95—98.
  • Рахимов Р. Г. Башкирский кубыз / Р. Г. Рахимов // Ватандаш. — 2005. — № 6. — С. 180—186.
  • Шәкүр Р. Сыңрау торналар иле. — Өфө: «Китап», 1996

Һылтанмалар

үҙгәртергә