Өзләү — башҡорт вокаль сәнғәтенең бер төрө, башҡа төрки һәм монгол халыҡтарында ла (тыва, хакас, шор, алтай, монгол һ. б.) таралған. Мосолман дине тоткан халыҡтар араһында ти башҡорттарҙа ғына һаҡланған. Өзләүҙең башҡа локаль атамалары: һоҙҙау (Белорет районы), ҡайҙау (Арғаяш яҡтары), тамаҡ-ҡурай.

Өзләү төрҙәреҮҙгәртергә

Өзләүҙең төп ике төрө бар:

  1. Соло өзләү — кеше бер үҙе, йә думбыра йәки ҡыл-ҡумыҙ аккомпанементы менән башҡара.
  2. Ҡурай йәки ҡумыҙҙа уйнағанда өҙләү ҡүшыу.

Соло өзләү, үҙ сиратында, өс өлөшкә бүленә:

  1. Ҡара өзләү йәки Түбән өзләү;
  2. Юғары өзләү;
  3. Бала өзләү һәм Ҡатын өзләү

РепертуарҮҙгәртергә

Өзләү сәнғәте ярҙамында байтаҡ йырҙар һәм муызкаль әҫәрҙәр башҡарыла: оҙон көй, халыҡ марштары һәм бейеү көйҙәре, ҡош һйрауы һәм йәнлектәр тауышы. Шулай уҡ өҙләүҙе төрлө йырҙарға ҡушып ебәрәләр, ҡобайыр, эпостар башҡарғанда ҡулланалар.

Өзләргә өйрәнеү еңел түгел, ул тәжрибәле остаз менән байтаҡ шөғөлләнеүҙе талап итә.

ТарихҮҙгәртергә

Борон өҙләу башҡорт халҡында киң таралған булған һәм йола башҡарыуҙарҙа ҡулланылған, ул — исламға тиклемге дини ышаныуҙарҙың шаңдауы. Өзләүҙе боронғо баҡсылар (шамандар) ҡулланған. Халыҡ араһында ислам таралып, баҡсылар роле кәмегәс, өзләү ҙә юғала башлай. XIX быуат уртаһында уҡ ул башҡорттар араһыда онотолоп барған сәнғәткә әйләнгән.

Әммә, ҡыуанысҡа ҡаршы, өзләуҙе быуындан-быуынға һаҡлап килеүселәр булған. XX быуатта Башҡортостанда С. Юлмөхәмәтов, Р. Заһретдинов, М. Сәләмәтов өзләүҙәре менән билдәле булһа, Белорет районынан Бибизада Сөләймәнова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙры араһында берҙән-бер өзләүсе генә түгел, ә башҡа донъяла һис ишетелмәгән өҙләү төрө һаҡлаусыһы ла була.

Өзләү тураһында беренсе тапҡыр С. Г. Рыбаков XIX быуатта яҙып сыға, ә Л. Н. Лебединский һәм Х. С. Ихтисамов уны нотаға һала һәм өйрәнә.

Бөгөнгө көндә башҡорт сәхнәһендә өзләүҙе билдәле ҡурайсы Рәйес Низаметдинов башҡара, бығаса ҡулланылмаған боронғо төҙерен тергеҙә.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. — Өфө, 2007.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә