Үтәймулла (рус. Утеймуллино) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 379 кеше[1]. Почта индексы — 453499, ОКАТО коды — 80205828009.

Ауыл
Үтәймулла
Үтәймулла
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Нуғаҙаҡ

Координаталар

54°07′36″ с. ш. 56°14′31″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 828 009

ОКТМО коды

80 605 428 136

Үтәймулла (Рәсәй)
Үтәймулла
Үтәймулла
Үтәймулла (Башҡортостан Республикаһы)
Үтәймулла

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 379 191 188 50,4 49,6
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар[2].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Cитйылға йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан

  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 29 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татар Нуғаҙағы): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Төкөн): 8 км

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Ауыл Ситйылғаһы буйында урынлашҡан. Беренсе тапҡыр 1654 йылда телгә алынған. Ауылға Нуғай даруғаһы Бишауыл‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1654 йылдан алып Бишауыл (Бишул) исеме менән билдәле. 19 быуаттан Үтәймулла исеме менән йөрөй. 1865 йылда 58 йортта 370 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, урман промыслалары менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда мәсет, мәктәп, һыу тирмәне булыуы тураһында яҙма мәғлүмәт бар. 1906 йылда ауылда мәктәп, тимерлек, бакалея лавкаһы, тирмән булыуы теркәлгән[3].

Бөгөнгө көндә ауылда урта мәктәп ябылған. Ауылда фермер хужалыҡтары, башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет эшләй. Ауыл эргәһендә бик күп инештәр бар. Шуларҙың ин ҙуры — Тоҡанбаш шишмәһе. Ауылдан йыраҡ түгел Ҡуҙйылға йылғаһы аға.

Ҡарауыл тауы Үтәймулла ауылының төньяғындағы ҡуйы имәнлек эсендә урынлашҡан һәм йыраҡтан күренеп тора. Ул диңгеҙ кимәленән 330 метр бейеклектә, тирә-яҡта иң бейеге һанала.

 
 
 
 
Шәжәрә байрамы. 15.02.2017


Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
  • Күҙбеләк урманы
  • Ҡарауыл тауы
  • Ҡуҙйылға йылғаһы
  • Тоҡанбаш шишмәһе
  • Ситйылға йылғаһы
  • Көшкәр күле[4]

Урамдары

үҙгәртергә
  • М.Ғафури урамы (рус. улица М. Гафури)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Йылға урамы (рус. Речная улица)
  • Ф.Иҫәнғолов урамы (рус. улица Ф. Исангулова)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5]

Видеояҙмаларҙа

үҙгәртергә

Утеймуллино[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә