Потеряхин Владимир Александрович
Потеряхин Владимир Александрович (2 март 1928 йыл, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Воскресенск районы Верхотор ауылы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) — июнь 2013 йыл, Салауат) — инженер-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист һәм энциклопедист. Доцент, техник фәндәр кандидаты (1971), документаль-тарихи китаптар, техник уйлап табыуҙар авторы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Ресубликаһының журналистар союзы ағзаһы (1999). «Күп милләтле Санкт-Петербург» Яҙыусылар союзының почетлы ағзаһы (2002). «Башҡорт энциклопедияһында» мәҡәләләр авторы.
Потеряхин Владимир Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 2 март 1928 |
Тыуған урыны | Верхотор, Рәсәй |
Вафат булған көнө | июнь 2013 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Газпром Нефтехим Салауат |
Уҡыу йорто | Грозный дәүләт нефть техник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Төп фәнни хеҙмәттәре нефтехимия һәм нефть эшкәртеүҙә каталитик процестарҙы ҡулланыу менән бәйле.
86-сы йәшендә вафат була[1]
Белеме
үҙгәртергә1936 йылдан 1947 йылға тиклем Верхотор һәм Воскресенск урта мәктәптәрендә уҡый
1958 йылда Грозный нефть институтын, 1971 йылда аспирантураны тамамлай.
Хеҙмәт итеүе
үҙгәртергә1948 йылдан 1951 йылға тиклем армияла хеҙмәт итә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБөйөк Ватан һуғышы йылдарында — «Восток» колхозында колхозсы (хәҙерге Ишембай районында) rodina.pomni-yanaul.ru/gorod-salavat/p.htm
1951 йылда дүрт йыллыҡ армия хеҙмәтенән һуң. Потеряхин Владимир Ишембай тимер юл вокзалының перронында төшә. Верхотор ауылындағы ата-әсәһенә бара һәм ике аҙна ял итеп алғандан һуң, эшкә сығып китә.
1951 йылдан 1988 йылға тиклем Салауат нефть химияһы комбинатында төрлө инженер вазифаларында эшләй: 1951 йылда — катализатор фабрикаһында оператор ярҙамсыһы, һуңынан катализатор фабрикаһының смена начальнигы, өлкән инженер-технолог, тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире урынбаҫары, начальник урынбаҫары, цех начальнигы, Тәжрибә заводының фән буйынса директор урынбаҫары. 1971 йылдан — Өфө нефть институтының Салауат филиалы уҡытыусыһы; 1984—1988 йылдарҙа. — Бөтә союз ғилми-тикшеренеү институтының үҙе ойошторған органик синтез лабораторияһында эшләй (Салауат ҡалаһы).
Эшенә параллель юғары уҡыу йортонда (1958) һәм аспирантурала уҡыуын тамамлай, 1971 йылда, тәжрибә-тикшеренеү цехында етәксе булып, ул И. М. Губкин исемендәге дәүләт нефть һәм газ университетында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Яҙыусылыҡ һәм журналистик эшмәкәрлеге
үҙгәртергәА. Потеряхиндың «Башкирские березы» шиғри китабы профессионалдар тарафынан юғары баһалана. Тыуған ауылының юбилейына ҡарата шиғырҙар яҙған, улар музыкаға һалынған һәм Верхотор ауылы гимнына әүерелгән.
Библиографияһы
үҙгәртергә100-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә һәм 11 монография авторы, уйлап табыуға 20 авторлыҡ таныҡлығы
Потеряхин, В. А. Башкирские березы : Стихотворения. Публицистика. Юморист. рассказы / Владимир Потеряхин. Сменялись годы за годами … : Стихотворения. Сатира / Николай Краснощеков.-Уфа: Реактив, 2001.-206с.
Потеряхин, В. А. Гигант ремонтно-строительной индустрии, 30 лет / В. А. Потеряхин. Уфа : Реактив, 2000
Потеряхин, В. А. Изящные идеи: Сб. науч. статей/ В. А. Потеряхин, Г. И. Мещеряков, О. В. Потеряхина. — Уфа: Монография, 2002. — 123с.
Потеряхин, В. А. Мировой эфир : Аналит. обзор / В. А. Потеряхин, О. В. Потеряхина. — Уфа : Реактив, 1999
Потеряхин, В. А. Система химических элементов : (История и соврем. проблемы) / В. А. Потеряхин. — Уфа : Реактив, 1999 На стыке веков / В. А. Потеряхин Салават : Фобос, 2008
Потеряхин, В. А. Филиал Уфимского государственного нефтяного технического университета в городе Салавате / В. А. Потеряхин. Уфа : Скиф, 2006 (Уфа : Уфимский полиграфический комбинат)
Потеряхин, В. А. Салаватский хлеб / В. А. Потеряхин — Уфа : Реактив, 2001
Потеряхин, В. А. Мироздание : (материя, вселенная, человек) / В. А. Потеряхин. — Салават : [б. и.], 2009
- в энциклопедии «Башкирская энциклопедия»
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Потеряхин Владимир Александрович //Научная мысль. Родом из Ишимбая : Сборник /сост. Г. Вахитова.- Ишимбай: МБУК ЦБС ИКБ, 2014.-44с. С.29-30.
- Город и его люди //Восход.-2010.-13 августа.-С.2.
- Раиса ЗЫКИНА. Стояние на двух льдинах, или О результатах творческого поиска учёного Владимира Потеряхина //«Республика Башкортостан» № 16 — 2005 27 января
Һылтанмалар
үҙгәртергә- С. А. Ахметов. 2017 йыл 26 апрель [https://web.archive.org/web/20170426060023/http://xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/vvedenie/8-spisok/6401-poteryakhin-vladimir-aleksandrovich архивланған. Потеряхин, Владимир Александрович]. БАШКИРСКАЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Проверено 4 апреля 2017.
- Энциклопедия Урала 2019 йыл 28 февраль архивланған.
- Потеряхин, Владимир Александрович в Электронном каталоге Российской государственной библиотеки
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Газета «Выбор» 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.