Заварицкий Александр Николаевич

Заварицкий Александр Николаевич (14 март 1884 йыл — 23 июль 1952 йыл) — СССР ғалимы, геолог һәм петрограф. СССР Фәндәр академияһы академигы (1939). Тау тоҡомдары тураһында фәндең яңы тармағы — петрохимияға нигеҙ һалыусы. Ленин һәм ике Сталин премияһы лауреаты.

Заварицкий Александр Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Рәсәй республикаһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 2 (14) март 1884
Тыуған урыны Өфө, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 23 июль 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1] (68 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[1]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d][2]
Һөнәр төрө геолог
Эшмәкәрлек төрө геология
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт тау университеты
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт тау университеты
Ғилми исеме академик АН СССР[d]
Аспиранттар Пийп, Борис Иванович[d] һәм Иван Магакьян[d]
Уҡыусылар Пийп, Борис Иванович[d]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Ленин премияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Александр Николаевич Заварицкий 1884 йылдың 2(14) мартында ғаилә Өфөнән Ҡазанға сәфәре ваҡытында ауылда тыуған. Ғаиләлә алты ул һәм ҡыҙ була. Атаһы — Николай Александрович (1836—1923), Санкт-Петербургта тыуған, ғүмере буйына дәүләт хеҙмәтендә була, коллеж секретары вазифаһында башлай һәм Өфөлә коллеж асессоры булып тамамлай. Әсәһе, Филаретова Ирина Ильинична (1854—1936) иренән 20 йәшкә йәш була[3]

1890—1902 йылдарҙа Өфө ир-егетттәр хөкүмәт гимназияһында уҡый, уны алтын миҙалға тамамлай

1902 йылда Санкт-Петербург Тау институтының геология факультетына уҡырға инә. Институтта ете йыл уҡый, сөнки ул 1905 йылда революция ваҡиғалары ваҡытында ябыла. Заварицкийҙың беренсе мәҡәләһе —"Некоторые из образцов пород графитовых месторождений, принадлежащих минералогической коллекции Горного музея" (1908). Диплом эшенең темаһы Урта Урал массивтарының платиналылығы буйынса, диплом эше етәксеһе — профессор Василий Васильевич Никитин.[4].

1909 йылда, институтты тамамлағандан һуң К. И. Богданович етәкләгән мәғдән ятҡылыҡтарын кафедраһына ассистент итеп ҡалдырыла.

1921 йылдан Тау институтының мәғдән ятҡылыҡтарын кафедраһында профессор исемен ала.

1911—1912 йылдарҙа Магнит тауҙарының ятҡылыҡтарын тикшереү менән шөғөлләнә һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙы разведкалау менән етәкселек итә. Был эштең һөҙөмтәһе булып «Об исследовании г. Магнитной в 1911 г.» и «О запасах железных руд на горе Магнитной» (1913) мәҡәләһе тора.

1913 йылда адъюнкт-геолог итеп һайлана.

1915—1935 йылдарҙа Петроградта Геология комитетенда геолог булып эшләй.

1939 йылдан 1941 йылға тиклем — Мәскәүҙә СССР Геология фәндәре академияһы институтының директоры.

Һуғыш ваҡытында Уралға эвакуациялана.

1944 йылда СССР Фәндәр академияһының вулканология лабораторияһын ойоштора һәм уның директоры була.

1946 йылдан — СССР Фәндәр академияһының геология-география бүлегендә академик-секретарь

Региональ һәм теоретик петрография, мәғдән ятҡылыҡтарын өйрәнеү һәм элекке Советтар Союзының төрлө өлкәләрендәге вулканизмға ҡағылышлы фундаменталь тикшеренеүҙәр авторы.

Яңы петрохимия тармағына фәнни нигеҙ һалыусы.

Ғәмәли һәм теоретик петрография буйынса бер нисә дәреслек авторы, 1956—1963 йылдарҙа Мәскәүҙә Заварицкийҙың дүрт томлыҡ хеҙмәте баҫтырылып сыға.

 
А. Н. Заварицкийҙың Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында ҡәбере

1952 йылдың 23 июлендә Мәскәү ҡалаһында вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән[5].

1909 йылда Тау институты студенты Симонова Ольга Ивановна өйләнә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1943 — икенсе дәрәжәләге Сталин премияһы, фән һәм техника өлкәһендәге күренекле эштәре өсөн.
  • 1944 — Ленин ордены (17.03.1944)
  • 1945 — Ленин ордены (10.06.1945)
  • 1946 — беренсе дәрәжә Сталин премияһы, «Восточный Казахстан» («Геология СССР», том XX) һәм Ҡаҙағстандың йыйылма структур-тектоник картаһында дөйөмләштерелгән һәм баҫтырылып сыҡҡан Ҡаҙағстан территорияларындағы геологик тикшеренеүҙәр өсөн
  • 1958 — Ленин премияһы (үлгәндән һуң) — «Основные проблемы в учении о магматогенных рудных месторождениях» (1955) монографияһында яҡтыртылған тикшеренеүҙәре өсөн.

2010 йылда өфө ҡалаһының Глумилино биҫтәһендәге урамдарҙың береһенә А. Н. Заварицкий исеме бирелә. Шулай уҡ Магнитогорск һәм Петропавловск-Камчатский ҡалаларында урамдар атала. СССР Фәндәр академияһы Урал ғилми үҙәгенең Геология һәм геохимия институтына уның исеме бирелә (1970), шулай уҡ Заварицкий хөрмәтенә минерал заварицкит, ике вулкан һәм йөк судноһы «Академик Заварицкий» атала, Подкаменная Тунгуска вулкан торбаһы (1959 г.), Курил утрауҙарында боҙлоҡ, Франц-Иосиф ерендәге Галль утрауының көнбайыш ярында ҡаялар атала.

Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университеты бинаһында мемориаль таҡтаташы ҡуйылған. Екатеринбургта йыл һайын Урал геологияһы мәсьәләләре буйынса Заварицкий уҡыуҙары үткәрелә.

Библиография

үҙгәртергә

300-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә һәм монография авторы, улар араһында:

  • Заварицкий А. Н. Хром. Пг.: КЕПС, 1917. 9 с.
  • Заварицкий А. Н. Магнезит. Пг.: КЕПС, 1918. 12 с.
  • Заварицкий А. Н. Таналыкско-Баймакский меднорудный район. М., 1920. 38 с.
  • Заварицкий А. Н. Гора Магнитная и её месторождения железных руд: В 2 вып.; 3 ч. Пг. (Л.).: Геол. ком. 1922—1927.
  • Заварицкий А. Н. Описательная петрография: В 2 ч. 1922—1929.
  • Заварицкий А. Н. Физико-химические основы петрографии изверженных горных пород. Л.: Научхимтехиздат, 1926. 233 с.
  • Заварицкий А. Н. Коренные месторождения платины на Урале. Л.: Геол. ком., 1928. 56 с.
  • Заварицкий А. Н. Пересчет химических анализов изверженных горных пород. Л.; М.; Новосибирск: Горгеонефтиздат, 1933. 110 с.
  • Заварицкий А. Н. Петрография Бердяушского плутона. М., 1937. 406 с.
  • Заварицкий А. Н. Введение в петрохимию изверженных горных пород. М.; Л.: АН СССР, 1950. 400 с.
  • Заварицкий А. Н. Вулканы Камчатки. М.: Изд-во АН СССР, 1955. 84 с.
  • Заварицкий А. Н., Пийп Б. И., Горшков Г. С. Изучение вулканов Камчатки // Труды Лаборатории вулканологии АН СССР. 1954. Вып. 8. С. 18—57.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Заварицкий Александр Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. https://archive.is/20121225053809/novodevichye.narod.ru/zavaritskiy-an.html
  3. Архивированная копия
  4. ИГЕМ РАН 2011 йыл 26 август архивланған.
  5. Могила А. Н. Заварицкого на Новодевичьем кладбище
  • Бетехтин А. Г., О работах А. Н. Заварицкого в области учения о рудных месторождениях, «Записки Всесоюзного минералогического общества», 1953, т. 82, в. 2;
  • Горшков Г. С., Кваша Л. Г. Пийп Б. И. Александр Николаевич Заварицкий // Труды Лаборатории вулканологии АН СССР. 1954. Вып. 8. С. 5—17.
  • Шаталов Н. Н. Выдающийся петролог и вулканолог академик А. Н. Заварицкий // Минералогический журнал, 2013. № 3 , С. 113—115.

Һылтанмалар

үҙгәртергә