Ғайсина Рәйдә Мирғәле ҡыҙы

Ғайсина Рәйдә Мирғәле ҡыҙы (2 март 1938 йыл) — ғалим-урыҫ теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. Филология фәндәре докторы (1984), профессор (1984)[1].

Ғайсина Рәйдә Мирғәле ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 2 март 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Шишмә, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө филолог

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәйдә Мирғәле ҡыҙы Ғайсина 1938 йылдың 2 мартында Шишмә районы Шишмә эшселәр ҡасабаһында тыуған. 19962011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының хәҙерге урыҫ тел ғилеме кафедраһы мөдире. 19871996 йылдарҙа Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Телдә лингвистик — философик мөнәсәбәт категорияһын һәм релятивлыҡтың семантик категорияһын, телмәр контакты төшөнсәһен һәм уны белдереү системаһы сараларын өйрәнеүгә, когнитив лингвистикаға, сағыштырма семантика (урыҫ теле, башҡорт теле һәм татар теле материалында) проблемаларына; вузда лингвистика дисциплиналарҙы уҡытыуҙың методологик һәм методик мәсьәләләрен эшләүгә арналған 350-гә яҡын фәнни һәм фәнни-методик хеҙмәте бар, вуз дәреслектәре авторы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Межкатегориальный переход понятий и обогащение лексики. Уфа, 1985
  • Язык: философия, семантика, синтаксис: сб. избранных трудов. Уфа, 2008
  • Синтаксис простого предложения в современном русском языке. Теория, схемы и образцы анализа. М., 2010.
  • Современные проблемы общего языкознания и русистики, 2011, Белгород, НИУ «БелГУ»;
  • Курс «Русский язык» в рамках обучающего семинара для экспертов ЕГЭ, 2012, Уфа;
  • Дистанционные образовательные технологии: теория и практика, 2013, Уфа, БашГУ[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә