Хәсәнов Сафа Хөзәм улы
Хәсәнов Сафа Хөзәм улы (26 июнь 1916 йыл — 24 сентябрь 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының миномёт взводы командиры, гвардия өлкән лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1944)[2].
Хәсәнов Сафа Хөзәм улы | |||||
Тыуған ваҡыты | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Өмөтбай ауылы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, | ||||
Үлгән ваҡыты |
24 сентябрь 1973 (57 йәш) | ||||
Вафат урыны |
Йәлембәт ауылы, | ||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||
Ғәскәр төрө |
кавалерия | ||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1938—1946 | ||||
Хәрби звание | |||||
Часть | |||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергәСафа Хөзәм улы Хәсәнов 1916 йылдың 26 июнендә [3]Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Өмөтбай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1] тыуған.
Мәктәптә 7 класс тамамлай. Башҡорт. КПСС ағзаһы. Бригадир, хисапсы, колхоз рәйесе булып эшләгән. Стерлетамаҡта совет-партия мәктәбен тамамлаған.
1938—1940 йылдарҙа һәм 1941 йыллың декабренән алып Ҡыҙыл Армияла. Сафа Хөзәм улы 1942 йылдың майынан, кесе лейтенант курстарын тамамлағандан һуң, фронтҡа
саҡырыла.
Миномёт взводы командиры гвардия кесе лейтенанты С. Х. Хәсәнов Гомель өлкәһе Брагин районын азат иткән осорҙа батырлыҡ күрһәткән.
1943 йылдың 27 сентябрендә взвод тәүгеләрҙән булып Днепр йылғаһын аша сыға, баҫып алынған плацдармда дошмандың өс ут нөктәһен туҡтатып, эскадронға Днепр йылғаһын аша сығырға мөмкинлек бирә. Нивки ауылы өсөн һуғышта дошмандар уратып алған взвод сәғәт ярым дауамында дошман һөжүмен батырҙарса кире ҡаға[4].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы «Фронтта немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштең хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәне һәм шунда батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн» гвардия кесе лейтенанты Хәсәнов Сафа Хөзәм улына, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[5].
1946 йылдан алып өлкән лейтенант Хәсәнов С. Х. - запаста, 1969 йылға тиклем Стәрлебаш районында колхоз, ауыл советы рәйесе булып эшләй.
1973 йылдың 24 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районының Йәлембәт ауылында вафат була һәм ерләнә.
Батырлығы
үҙгәртергәБыл бүлек тамамланмаған. |
«Советтар Союзы Геройы» исеме 1944 йылдың 15 ғинуарында бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (15.01.1944)[6][7]
- Ленин ордены (15.01.1944)
- II дәрәжә Ватан Һуғышы ордены (31.03.1945)[8]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (27.09.1943)[9]
- Медаль «Золотая Звезда» Героя Советского Союза (15.01.1944)[4];
- миҙалдар[10]
Хәтер
үҙгәртергәБыл бүлек тамамланмаған. |
- Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылында бюст һәм мемориаль таҡта ҡуйылған.
- Стәрлебаш ауылындағы урам Герой исемен йөрөтә.
- 1975 йылда Геройҙың тыуған төйәгендә — Башҡортостандың Стәрлебаш районы Өмөтбай ауылында данлыҡлы яҡташтарына һәйкәл тантаналы асылды. Имя С. Х. Хәсәновтың исеме Башҡортостандың Милли музейында һәм 112-се Башҡорт кавалерия музейында ҡуйылған мемориаль таҡталарға 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының бөтә 78 Советтар Союзы Геройҙары менән бергә алтын хәрефтәр менән уйып яҙылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Стәрлебаш районы.
- ↑ Память народа. Хасанов Сафа Хузямович
- ↑ Хәсәнов Сафа Хөзәм улы . «Герои страны» сайты.
- ↑ 4,0 4,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 51, л. 202, 203).
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — № 4 (264). — С. 1.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Память народа. Хасанов Сафа Хузямович
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Подвиги их бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Слава башкирских конников. — Уфа: Китап, 2005.
- Славные сыны Башкирии. Книга 1. — Уфа, 1965.
- Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр. 174—204.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. — 624 с
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хәсәнов Сафа Хөзәм улы . «Герои страны» сайты.
- Хәсәнов Сафа Хөзәм улы . Республика Хәрби Дан музейы. Дата обращения: 10 апрель 2016.
- Каримова И. Г. Хәсәнов Сафа Хөзәм улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Республиканский музей Боевой Славы: Хасанов Сафа Хузямович.
- Память народа. Хасанов Сафа Хузямович
- az-libr.ru.
Был герой тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |