Мөхәмәтов Руслан Радаль улы

балет артисы, педагог

Мөхәмәтов Руслан Радаль улы (26 июнь 1975 йыл) — балет артисы, педагог. 1993—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 2007 йылдан Рудольф Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).

Мөхәмәтов Руслан Радаль улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 июнь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө балет артисы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Руслан Радаль улы Мөхәмәтов 1975 йылдың 26 июнендә Өфөлә тыуған.

1993 йылда Өфө хореография училищеһын (хәҙер Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы) (педагогы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ш. Ә. Тереғолов[1]) тамамлаған.

1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында эшләй, 1993 йылдан балеттың төп солисы.

2007 йылдан — Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында классик бейеү буйынса уҡыта, 2010 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры балет труппаһының педагог-репетиторы.

Репертуары

үҙгәртергә
  • Дебюты: П. Гертелдең «Тщетная предосторожность» балетында (Колен партияһы).

Башҡарған ролдәре:

  • Арлекин (Н. Сабитов, «Алтын асҡыс сере»)
  • Колен (П. Гертель, «Тщетная предосторожность»)
  • Гюрн (Х. Левенсхольд, «Сильфида»)
  • Альберт, Ганс (А. Адан, «Жизель»)
  • Люсьен (Л. Минкус, «Пахита»)
  • Базиль, Эспада, Болеро (Л. Минкус, «Дон Кихот»)
  • Солор, Ҡол, Индус бейеүе (Л. Минкус, «Баядерка»)
  • Шағир егет («Шопениана»)
  • Вакх (Ш . Гуно, «Вальпургиева ночь»)
  • Франц, Граф, Франт, Вакх (И. Штраус, «Зәңгәр Дунай»)
  • Зигфрид, Ротбард, Па-де-труа (П. Чайковский, «Аҡҡош күле»)
  • Дезире, Фея Карабос (П. Чайковский, «Спящая красавица»)
  • Щелкунчик-принц, Дроссельмейер, Испания, Һиндостан ҡурсаҡтары, Шайтан (П. Чайковский, «Щелкунчик»)
  • Гәрәй (Б. Асафьев, «Бахчисарайский фонтан»)
  • Тибальд, Меркуцио, Парис, Синьор Капулетти (С. Прокофьев, «Ромео һәм Джульетта»)
  • Үгәй әсәй, рус бейеүе (С. Прокофьев «Золушка»)
  • Тореро, Хозе, Коррехидор (Ж. Бизе — Р. Щедрин, «Кармен-сюита»)
  • Арыҫланбай (Л. Степанов, З. Исмәғилев «Сыңрау торна»)
  • Хужа, Әмир (Л. Исмәғилев, «Хужа Насретдиндең»)
  • Сур (Л. Исмәғилев, «Арҡайым»),

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә