Хафизов Миҙхәт Ғәбдрәүеф улы

Хафизов Миҙхәт Ғәбдрәүеф улы (26 июнь 1933 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1953—1999 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор, өлкән оператор һәм ҡоролма начальнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977). СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1978). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1981). СССР-ҙың һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1970—1974).

Хафизов Миҙхәт Ғәбдрәүеф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 26 июнь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (91 йәш)
Тыуған урыны Ҡырғыҙ-Миәкә, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены "СССР-ҙың уйлап табыусыһы" күкрәк билдәһе

Биографияһы

үҙгәртергә

Миҙхәт Ғәбдрәүеф улы Хафизов 1933 йылдың 26 июнендә хәҙерге Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. 1949 йылда ун класты тамамлағандан һуң Черниковка ҡалаһына килә, яңы төҙөлөп ятҡан Яңы-Өфө заводында төп һөнәр эшселәре һәм мастерҙар мәктәбенә уҡырға инә. Оператор һөнәре ала.

Хафизов армия сафына алына, тиҙләтелгән запастағы офицерҙар курсында уҡый (1954—1957). «Артиллерия һәм бомбардировкалау ҡоралдары буйынса техник-механик» хәрби һөнәрен ала. Венгрия Республикаһы территорияһында, Дебрецен ҡалаһында, Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмөндә хеҙмәт итә. 1957 йылдың авгусында, Өфө нефть институтында өҙөлгән уҡыуын дауам итергә саҡырыу менән бәйле, ваҡытынан алда запасҡа ебәрелә.

1976 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1953 йылда оператор алмашсыһы булып башлай, һуңынан, төп һөнәр эшселәре һәм мастерҙар мәктәбен тамамлағандан һуң, Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып эшләй. Армиянан демобилизацияланғандан һуң Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводына әйләнеп ҡайта, завод май блогының 22-се цехы операторы, өлкән операторы булып эшләй. 1967—1968 йылдарҙа Болгарияла Бургасский нефть химияһы комбинатын төҙөү, эшләтеп ебәреү, бензол етештереүҙе үҙләштереүҙә техник ярҙам күрһәтә[1].

М. Ғ. Хафизов продукция сығарыу күләмен арттырыу һәм сифатын яҡшыртыу, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, техник хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә йүнәлтелгән 200-ҙән ашыу рационализаторлыҡ тәҡдимдәре бирә һәм производствоға индерә. Һөҙөмтәлә маслоблок ҡоролмаһы ҡеүәте 1,5 тапҡырға арта, эшкәртеү тәрәнлеге 75 процентҡа етә. Йылына 1 миллион тонна нефть эшкәртеүгә иҫәпләнгән атмосфера-вакуум ҡулайламаһының, технологияны камиллаштырыу арҡаһында, эшкәртеү кимәле 1,5 миллион тоннаға еткерелә, шуның менән бергә эшселәр һаны 2 тапҡырға кәмей.

Өлкән оператор М. Ғ. Хафизов ҡоролмаһы башҡа ҡоролмалар, завод цехтары һәм идараһы өсөн дә кадрҙар әҙерләү урыны була. Унда үҫешеүсе илдәрҙең белгестәре лә практика үтә.

Завод ҡоролмаһы коллективы сығарған продукция сифаты буйынса илдә бер нисә тапҡыр беренсе урынды биләй.

1976 йыл социалистик йөкләмәһен һәм план заданиеләрен ваҡытынан алда үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1977 йылдың 13 майындағы Указы менән М. Ғ. Хафизовҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

19801999 йылдарҙа Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводының маслоблок ҡоролмаһы начальнигы булып эшләй.

Хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977)
  • Ленин ордены (1977)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1974),
  • «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (1970).
  • СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1981).
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана/ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хафизов Мидхат Габдраупович. Дата обращения: 29 март 2013. Архивировано 10 апрель 2013 года. 2013 йыл 23 июль архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә