Комета
Коме́та (бор. грекса κομήτης komḗtēs — сәсле, ялбыр) — һуҙылған конус киҫеме орбитаһы буйлап Ҡояш тирәләй хәрәкәт итеүсе ҙур булмаған күк есеме.
Комета | |
Изображается на | La Cometa[d] |
---|---|
Комета Викимилектә |
Ҡояшҡа яҡынлашҡанда, ул өйөр ҡиәфәтенә керә һәм ҡайһы саҡта ҡойроғо барлыҡҡа килә. 2018 йылдың уртаһына Ҡояш системаһының эске өлкәһенә йәки планеталар өлкәһенә төшкән 6339 комета табылған.
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәФараз ителеүенсә, эске Ҡояш системаһына Оорт болотонан күптәнге кометалар оса, унда бик күп комета йәҙрәһе бар. Ҡояш системаһы ситендә урынлашҡан есемдәр, ҡағиҙә булараҡ, Ҡояшҡа яҡынлашҡанда тиҙ осоусан матдәләрҙән (һыу, метан һәм башҡа газдарҙан) тора.
Әлегә 400-ҙән ашыу ҡыҫҡа ваҡытлы комета табылған[1]. Уларҙың 200-гә яҡыны перигелий үткәүелендә күҙәтелгән. Уларҙың күбеһе ғаиләләр составына инә. Мәҫәлән, иң ҡыҫҡа ваҡытлы кометаларҙың күпселеге (Ҡояш тирәләй уларҙың тулы әйләнеше 3-10 йыл дауам итә) Юпитер ғаиләһен тәшкил итә. Сатурн, Уран һәм Нептун ғаиләләре бер аҙ бәләкәйерәк (һуңғыһына, атап әйткәндә, данлыҡлы Галлей кометаһы инә).
Йыһан тәрәнлегенән килгән кометалар томанлы объекттарға оҡшаған, уның артынан ҡойроғо һуҙылған, ҡайһы берҙә оҙонлоғо бер нисә миллион километрға етә. Комета йәҙрәһе — кома тип аталған томанлы ҡабыҡ менән ҡапланған ҡаты киҫәксәләр есеменән ғибәрәт. Диаметры бер нисә километр булған йәҙрәнең үҙ тирәләй 80 мең киометрлыҡ кома булыуы мөмкин. Ҡояш нурҙары ағымы газ киҫәксәләрен команан ҡыуып сығара һәм артҡа ташлай, йыһанда уның артынан хәрәкәт иткән оҙон ҡойроҡ һуҙыла.
Кометаларҙың яҡтылығы уларҙың Ҡояштан алыҫлығына ныҡ бәйле. Бөтә кометаларҙан Ҡояш менән Ергә ҡоралһыҙ күҙ менән күренерлек бик бәләкәй генә өлөшө яҡынлаша. Уларҙың иң билдәлеләре ҡайһы берҙә «бөйөк кометалар» тип йөрөтөлә.
Беҙ күҙәткән метеорҙарҙың күбеһе («ҡолаған йондоҙҙар») кометалар сығышлы. Был планеталар атмосфераһына ингәндә яна торған комета киҫәксәләре.
Йондоҙ-ара комета спектрын тикшереү һөҙөмтәләре, C/2019 Q4 (Борисов) күрһәтеүенсә, башҡа планеталар системаһындағы кометалар Ҡояш системаһында Оорт болотонда кометаларҙы булдырған процестар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүе мөмкин[2].
Номенклатураһы
үҙгәртергәҺуңғы быуаттарҙа кометаларға исем биреү ҡағиҙәләре бер нисә тапҡыр үҙгәртелә һәм асыҡлана. ХХ быуат башына тиклем кометаларҙың күбеһе асылған йылы буйынса, ҡайһы берҙә, әгәр ул йылда бер нисә комета булһа, йылдың яҡтылығына йәки миҙгеленә ҡағылышлы өҫтәмә асыҡлыҡ менән аталған. Мәҫәлән, «1680 йылғы Ҙур комета», «1882 йылғы Ҙур сентябрь кометаһы», «1910 йылғы көн кометаһы» («1910 йылғыҘур ғинуар кометаһы»).
Эдмунд Галлей 1531, 1607 һәм 1682 йылдарҙағы кометаларҙың бер үк комета булыуын иҫбатлағандан һәм 1759 йылда уның кире ҡайтыуын фаразлағандан һуң, был комета Галлей кометаһы булараҡ билдәлелек ала. Билдәле булған икенсе һәм өсөнсө периодик кометалар ғалимдар хөрмәтенә Энке һәм Биэла тип атала. Һуңғыраҡ ваҡытҡа тура килгән кометаларға, ғәҙәттә, уларҙы асыусылар исеме бирелгән. Бер перигелийҙә генә күҙәтелгән кометаларға барлыҡҡа килгән йылы исеме ҡушыла.
XX быуат башында кометаларҙы асыу йыш ҡына ваҡиғаға әүерелгәс, кометаларға исем биреү тураһында килешеү төҙөлә, ул беҙҙең көндәргә тиклем көнүҙәк булып ҡала. Комета үҙ исемен өс бойондороҡһоҙ күҙәтеүсе асыҡлағандан һуң ғына ала. Һуңғы йылдарҙа ғалимдарҙың ҙур коллективтарын хеҙмәтләндергән инструменттар менән күп кометалар табыла; бындай осраҡтарҙа кометаларға инструменттар исеме бирелә. Мәҫәлән, Араки-Алкока кометаһын IRAS юлдашы һәм Геньити Араки һәм Джордж Алкок үҙ аллы асҡандар. Элек астрономдарҙың бер төркөмө бер нисә комета тапһа, исемдәргә номер өҫтәлә (тик ваҡытлы кометалар өсөн генә), мәҫәлән, Шумейкер-Леви кометалары 1-9. Хәҙер ҡайһы бер инструменттар йыл һайын бик күп кометалар аса, был система хәҙер уңайһыҙ күренә. Уның урынына кометаларҙы маркировкалауҙың махсус системаһы ҡулланыла.
1994 йылға тиклем кометаларға баштаваҡытлыса билдәләр бирелә, унда уларҙы асҡан йыл һәм латин хәрефе күрһәтелә, хәреф ағымдағы йылда асыш һанын билдәләй (мәҫәлән, Беннет кометаһы 1969 йылда асылған туғыҙынсы комета була, ә асыш ваҡытында уға ваҡытлыса 1969i билдәһе бирелә). Комета перигелийҙы үткәндән һуң уның орбитаһы ныҡлап билдәләнә һәм комета перигелийҙы үткән йылынан һәм рим һанынан торған даими билдәләмә ала. Шулай итеп, 1969i кометаһына даими 1970 II (1970 йылда перигелийҙы үткән икенсе комета һаны бирелә.
Табылған кометалар һаны артҡан һайын был процедура бик уңайһыҙға әйләнә. 1994 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы кометаларҙы билдәләүҙең яңы системаһын раҫлай. Хәҙер кометаның исеме асылған йылды, асыш булған айҙың яртыһын билдәләгән хәреф һәм айҙың ошо яртыһындағы асыш һанын үҙ эсенә ала. Был система астероидтарҙы атау өсөн ҡулланылған системаға оҡшаш. Шулай итеп, 2006 йылдың февраль айының икенсе яртыһында асылған дүртенсе комета 2006 D4 тип билдәләнә. Кометаны билдәләр алдынан кометаның тәбиғәтен күрһәткән префикс ҡуйыла. Түбәндәге префикстар ҡулланыла:
- P/ — ҡыҫҡа ваҡытлы комета (йәғни осоро 200 йылдан кәм булған ккомета, йәки ике һәм унан күберәк перигелийҙарҙы үтеүҙә күҙәтелгән комета);
- C/ — оҙайлы ваҡытлы комета;
- X/ — орбитаһын ышаныслы иҫәпләп булмай торған комета (ғәҙәттә тарихи кометалар өсөн);
- D/ — кометалар емерелгән йәки юғалған;
- A/ — комета тип хаталанған, әммә ысынында астероид булып сыҡҡан объекттар.
Мәҫәлән, 1995 йылдың август айының беренсе яртыһында асылған беренсе комета Хейл-Бопп кометаһы C/1995 O1 тип билдәләнгән.
Ғәҙәттә, икенсе тапҡыр күҙәтелгән перигелий аша үткәндән һуң ваҡытлы кометалар рәт һанын ала. Мәҫәлән, Галлей кометаһы тәүге тапҡыр 1682 йылда асыла. Хәҙерге заман системаһы буйынса уның билдәһе — 1P/1682 Q1.
Ҡояш системаһында кометалар исемлегенә лә, астероидтар исемлегенә лә индерелгән ете есем бар.
Кометаларҙың төҙөлөшө
үҙгәртергәКометаларҙың төп газ компоненттары[3][4]
Атомдар | Молекулалар | Иондар |
---|---|---|
Н | Н2O | H2O+ |
О | О2 | H3O+ |
С | С3 | OH+ |
S | CN | CO+ |
Na | СН | CO2+ |
Fe | СО | CH+ |
Co | HCN | CN+ |
Ni | СH3CN | |
H2CO |
Кометаларҙы өйрәнеүсе ғалимдар
үҙгәртергәЙыһан аппараттары ярҙамында тикшеренеүҙәр
үҙгәртергәКомета | Күренеү | Иҫкәрмәләр | |||
---|---|---|---|---|---|
Исеме | Асыу йылы | Космос аппараты | Датаһы | Яҡынайыу арауығы (км) | |
21P/Джакобини — Циннер | 1900 | «Халыҡ-ара кометаларҙы тикшеренеүсе» | 1985 | 7800 | Үтеп китеү |
Галлей кометаһы | Боронғо замандан билдәле (б.э.т. 240 йылда)[5]); 1705 йылда табыла. | «Вега-1» | 1986 | 8889 | Яҡынайыу |
Галлей кометаһы | «Вега-2» | 1986 | 8030 | Яҡынайыу | |
Галлей кометаһы | «Суйсэй» | 1986 | 151000 | Яҡынайыу | |
Галлей кометаһы | «Джотто» | 1986 | 596 | Яҡынайыу | |
26P/Григг — Скьеллеруп | 1902 | «Джотто» | 1992 | 200 | Яҡынайыу |
19P/Борелли | 1904 | Deep Space 1 | 2001 | ? | Яҡынайыу |
81P/Вильд 1978 | «Стардаст» | 2004 | 240 | Яҡынайыу; өлгөләрҙе Ергә ҡайтарыу | |
9P/Темпель 1867 | «Дип Импакт» | 2005 | 0 | Яҡынайыу; махсус модулдең йәҙрә менән бәрелеше | |
103P/Хартли | 1986 | «Дип Импакт» | 2010 | 700 | Яҡынайыу |
9P/Темпель | 1867 | «Стардаст» | 2011 | 181 | Яҡынайыу |
67P/Чурюмов — Герасименко | 1969 | «Розетта» | 2014 | 0 | квазиспутник сифатында орбитаға сыға; тарихта тәүге тапҡыр кометаға «Филы» аппараты ултыра) |
Өйрәнеү тарихы
үҙгәртергәКүктә сағыу күк есеменең барлыҡҡа килеүе кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Уларҙың ғәҙәти булмаған күренеше хөрәфәттәргә сәбәпсе булған һәм хафаға һалған. Боронғо кешеләр уның пәйҙә булыуын афәт һәм һуғыш булыуы менән бәйләгән. Яңырыу осоронда Тихо Браге өйрәнгәндән һуң, кометалар күк есеме статусын ала[6].
Кометаның йәҙрәһе
үҙгәртергәКометаның ҡаты йәҙрәһе, ғәҙәттә 1 — 10 км була. Йәҙрә боҙҙан, туңған газдарҙан һәм башҡа матдәләрҙең ҡаты өлөштәренән тора. Ҡояшҡа яҡыныйған һайын Йәҙрә йылына һәм уның матдәләре парға әйләнә. Йәҙрә тирәләй газ тышсаһы барыҡҡа килә һәм оҙон ҡойроҡ хасил була. Кометаның ҡойроғо икәү, береһе газдан, икенсеһе туҙандан тора. Кометаның ҡойроғо барлыҡҡа килеүе шулай аңлатыла.
Кометаның ҡойроғо
үҙгәртергәКометаның ҡойроғо газ һәм туҙандар тора. Ул һәр ваҡыт Ҡояштан кире яҡҡа йүнәлгән була. Комета Ҡояштан алыҫлашҡан һайын уның ҡойроғо менән газ тышсаһы юҡҡа сыға бара. Ҡояш йылыһы тәьҫирендә күп кометалар юҡҡа сыға бара. Уларғың өлөшсәләре ғаләм киңлегенә һибелә. Һайһы саҡта улар Ер атмосфераһына үтеп инәләр. Ҡараңғы төндә яҡты һыҙат булып күк йөҙөндә күренәләр. Был күренеште йөндоҙ атылыу тип атайҙар.
Кометаның яҡтылығы Ҡояшҡа тиклем ара менән билдәләнә. Ябай күҙ менән күҙәтелгән кометалар һирәк, астрономдар телескоп ярҙамында күҙәтә.
Һауала янып бөткән метеорид киҫәктәрен метеор тип атайҙар. Янып бөтмәйесә Ергә төшкәнен метеорит тип атайҙар.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Коитиро Томита / Беседы о кометах 2009 йыл 4 февраль архивланған. (рус.)
- Популярная статья о кометах 2008 йыл 20 ғинуар архивланған. (рус.)
- Статья «Кометы — странницы космических трасс» (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ [https://ssd.jpl.nasa.gov/dat/ELEMENTS.COMET HORIZONS System
- ↑ The Gran Telescopio Canarias (GTC) obtains the visible spectrum of C/2019 Q4 (Borisov), the first confirmed interstellar comet, Sep. 14, 2019
- ↑ Комета | Энциклопедия «Кругосвет»
- ↑ Гнедин Ю. Н. Астрономические наблюдения кометы века: новые, неожиданные результаты . Астронет.
- ↑ Stephenson F. R., Yau K. K. C. Far eastern observations of Halley’s comet: 240 BC to AD 1368 (инг.) // Journal of the British Interplanetary Society : journal. — 1985. — Т. 38. — С. 195—216. — ISSN 0007-084X.
- ↑ G. Ranzini — Atlante dell' universo./ Пер. с итал. Г.Семёновой. — М.:Эксмо, 2009. — С. 88.
Комета Викидәреслектә | |
Комета Викимилектә | |
Комета Викияңылыҡтарҙа |