Әрмет-Рәхим
Әрмет-Рәхим (рус. Арметрахимово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 315 кеше[2]. Петровск ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453230, ОКАТО коды — 80231855002.
Ауыл | |
Арметрахимово башҡ. Әрмет-Рәхим | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Совеыт | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453230 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тарихы
үҙгәртергәНуғай даруғаһының Юрматы улусы башҡорттары тарафынан Әрмет исеме аҫтында нигеҙ һалынған, 1737 йылдан билдәле. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1676 йылда нигеҙ һалынған.
Ауылдың хәҙерге исеме XVIII быуатта йәшәгән старшина Рәхим Ибраев исеме менән бәйле.
V ревизия ике ауыл халҡын иҫәпкә алған: Түбәнге Әрмет һәм Әрмет-Рәхим. 1834 йылда 230 кеше, 1859 йылда — 147 башҡорт була. 1920 йылда 237 ихатала 1265 кеше йәшәгән. 1939 йылда халыҡ һаны 1083 кеше тәшкил итә, 1959 йылда — 799 кеше.
Ауыл халҡы башлыса малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ һәм һөнәрселек менән шөғөлләнгән.
1737 йылда башҡорт ихтилалдарын баҫтырғанда балаларҙың фажиғәле яҙмышын һүрәтләгән, 1737 йылда баҫылып сыҡҡан документ Әрмет ауылының йәше тураһында ситләтелгән дәлил булып хеҙмәт итә ала. 1737 йылда Өфө ландмилицияһының отставкалағы вахмистры (Фельдфебель) Ҡаҙан сауҙагәренә Әрмет ауылынан башҡорт малайы Мәҡсүт Асеевты 1 һум 50 тингә һата. Ул «түҙеп торғоһоҙ аслыҡтан православие христиан диненә суҡындырыла, ә суҡындырылғандан һуң Мәҡсүткә Михаил Сергеев исеме бирелә, уға 7 йәш була»[3].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәАуылда фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1265 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1083 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 799 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 413 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 328 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 315 | 150 | 165 | 47,6 | 52,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек башҡорттар йәшәй (95 %)[5].
Географик урыны
үҙгәртергәАлыҫлығы:[6]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 42 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Петровский): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ ): 39 км.
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[7]:
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Булатова Фәниә Дәриғәт ҡыҙы (17.08.1928—19.06.1997), совет һәм Рәсәй ғалим-профпатологы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1984), профессор (1987).
- Шәрәфетдинов Әмир Ямалетдин улы (13.05.1947), ғалим-гигиенист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999) һәм мәғариф отличнигы (2012)[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 123. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Әрмет-Рәхим // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Әрмет-Рәхим ауылы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Шәрәфетдинов Әмир Ямалетдин улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 12 май 2019)
Әҙәбиәт =
үҙгәртергә- Арметрахимово// Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 75. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан 2020 йыл 25 ноябрь архивланған..
- Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)
- Әрмет-Рәхим // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Әрмет-Рәхим ауылы
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 123. — ISBN 978-5-295-04683-4.