Ғәлимйәнов Фауат Ғиниәт улы

инженер-механик, ғалим педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1964), профессор

Ғәлимйәнов Фауат Ғиниәт улы (26 июнь 1929 йыл31 август 2000 йыл) — инженер-механик, ғалим педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1964), профессор (1989)[1].

Ғәлимйәнов Фауат Ғиниәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 июнь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ҡубыяҙ, Асҡын районы, СССР
Вафат булған көнө 31 август 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө инженер-механик, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Фауат Ғиниәт улы Ғәлимйәнов 1929 йылдың 26 июнендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Ҡубыяҙ ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы) тыуа. 1952 йылда Өфө авиация институтын (хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты, ӨДАТУ) тамамлай.[2]. 1952 йылда Өфө авиация институтын тамамлағандан һуң Свердловск өлкәһенең Артёмовка машиналар эшләү заводында эшләй. 1957—1967 йылдарҙа — Артемовка машиналар эшләү заводының техник контроль бүлеге начальнигы урынбаҫары, махсуслаштырылған конструкторҙар бюроһы лабораторияһы начальнигы, баш инженер урынбаҫары[2]. 1967 йылдан алып ӨДАТУ‑ла: уҡытыусы, «Авиация двигателдәре теорияһы» кафедраһы мөдире урынбаҫары, мөдире, профессор, бер үк ваҡытта 1970 йылдан башлап Өфө дәүләт авиация техник университетының ғилми-тикшеренеү секторында өлкән ғилми хеҙмәткәр[3].

2000 йылдың 31 авгусында Өфөлә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Бер нисә изделиеның баш конструкторы булған, вентиляторҙарҙы тикшереү өсөн ғилми-тикшеренеү лабораторияһын ойошторған. Фәнни эшмәкәрлеге гидродинамикаға һәм газ динамикаһына, турбиналы машиналарҙы проектлауға арналған. Ғ. тарафынан юғары экономиялы вентиляторҙарҙың аэродинамик схемалары уйлап табыла; шыйыҡлыҡтарҙың стена буйлап уртасалаштырылған турбулентлы хәрәкәтенең теорияһы нигеҙләнә, ул йылылыҡ һәм масса алмашыныуҙы иҫәпләгәндә, үткәргес торба системаларында шыйыҡлыҡтарҙың гидродинамикаһын тасуирлағанда ҡулланыла. Ғәлимйәнов асыштары машиналар эшләү предприятиеларында, үткәргес торба транспортында индерелгән[1].

Уйлап табыуҙарға 2 авторлыҡ таныҡлығы бар. 140-тан ашыу баҫма хеҙмәт, шул иҫәптән 26 монография, авторы.

Бүләктәре үҙгәртергә

Миҙалдар, шул иҫәптән Рәсәй Космонавтика федерацияһының академик А.Д.Надирадзе исемендәге миҙалы менән бүләкләнгән[4].

Төп хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Вентиляторы: атлас конструкций. 2-е изд., М., 1968;
  • Теория турбулентного движения в элементах летательных аппаратов. Уфа, 1989;
  • Теория внутреннего турбулентного движения. Уфа, 1999 (авторҙашта).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Татарская энциклопедия