Сталин Иосиф Виссарионович

(Иосиф Сталин битенән йүнәлтелде)

Ио́сиф Виссарио́нович Ста́лин (ысын фамилияһы — Джугашви́ли, груз. იოსებ ჯუღაშვილი; 6 [18] декабрь 1878 (рәсми мәғлүмәт буйынса 9 (21) декабрь 1879(18791221)), Гори, Тифлис губернаһы, Рәсәй империяһы — 5 март 1953, Волынское, Кунцев районы, Мәскәү өлкәһе, СССР) Рәсәй империяһы — революционер, совет сәйәси, дәүләт, хәрби һәм партия эшмәкәре; Халыҡ-ара коммунистик һәм эшселәр хәрәкәте эшмәкәре, марксисм-ленинизмдың теоретигы һәм пропагандисы.

Иосиф Виссарионович Сталин
Иосиф Виссарионович Джугашвили
груз. იოსებ ბესარიონის ძე ჯუღაშვილი
Иосиф Виссарионович Сталин
Флаг
1-й СССР Министрҙар Советы председателе
19 март 1946 — 5 март 1953
Алдан килеүсе: Вазифа раҫланған; СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы председателе
Дауамсы: Георгий Максимилианович Маленков
Флаг
1-й СССР Ҡораллы Көстәре Халыҡ комиссары
25 февраль 1946 — 3 март 1947
Алдан килеүсе: Вазифа раҫланған; СССР-ҙың Оборона Халыҡ комиссары
Дауамсы: Николай Александрович Булганин
15 март 1946 — СССР Ҡораллы Көстәре министры
Флаг
3-й СССР Оборона Халыҡ комиссары
19 июль 1941 — 25 февраль 1946
Алдан килеүсе: Семён Константинович Тимошенко
Дауамсы: Вазифа бөтөрөлә; СССР Оборона Халыҡ комиссары
Флаг
4-й СССР Халыҡ комиссарҙары Советы председателе
6 май 1941 — 15 март 1946
Алдан килеүсе: Вячеслав Михайлович Молотов
Дауамсы: Вазифа бөтөрөлә; СССР Халыҡ комиссарҙары Советы председателе
Флаг
1-й РСФСР эшсе-крәҫтиәндәр инспекцияһы Халыҡ комиссары
24 февраль 1920 — 25 апрель 1922
Алдан килеүсе: Вазифа раҫлана; РСФСР дәүләт контроле халыҡ комиссары
Дауамсы: Александр Дмитриевич Цюрупа
Флаг
2-й РСФСР дәүләт контроле халыҡ комиссары
30 март 1919 — 7 февраль 1920
Алдан килеүсе: Ландер Карл Иванович
Дауамсы: Вазифа бөтөрөлә; РСФСР эшсе-крәҫтиәндәр инспекцияһы Халыҡ комиссары
Флаг
1-й РСФСР милләт эштәре буйынса Халыҡ комиссары
26 октябрь (8 ноябрь1917 — 7 июль 1923
Алдан килеүсе: Вазифа бөтөрөлә
Дауамсы: Вазифа бөтөрөлә
Флаг
1-й ЦК ВКП(б) Генераль секретары
3 апрель 1922 — 10 февраль 1934
Алдан килеүсе: Вазифа булдырыла
Дауамсы: Вазифа бөтөрөлә
 
Дине: атеизм
Тыуған: 21 декабрь 1879({{padleft:1879|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Гори, Тифлисс губернаһы, Рәсәй империяһы
Үлгән: 5 март 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (73 йәш)
Волынское, Кунцев районы, Мәскәү өлкәһе, СССР
Ерләнгән: В. И. Ленин һәм И. В. Сталин мавзолейы (1953—1961); Кремль стенаһында некрополь (1961)
Династия: Сталин нәҫеле[d][1]
Исеме: груз. იოსებ ბესარიონის ძე ჯუღაშვილი
Атаһы: Виссарион Иванович Джугашвили
Әсәһе: Екатерина Георгиевна Геладзе
Ҡатыны: Сванидзе Екатерина Семёновна (1904—1907)
Аллилуева Надежда Сергеевна (1919—1932)
Балалары: улдары: Яков (1907—1943) и Василий (1921-1962)
дочь: Светлана (1926—2011)
приёмный сын: Артём (1921-2008)
Партия: КПСС (18981953)
Белеме: Тбилиси дини семинарияһы
Гори дини училищеһы[d]
 
Хәрби хеҙмәте
Хеҙмәт иткән йылдары: 19181922
19411953
Принадлежность: Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Ғәскәр төрө: Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Звание: Советтар Союзының генералиссимусы
Командовал: РВСР ағзаһы (1918—1922)
Төньяҡ Кавказ хәрби округы (1918)
Көньяҡ фронта хәрби революцион советы председателе (1918)
СССР Ҡораллы Көстәренң Главнокомандующийы (1941 йылдан)
СССР)
Сражения: Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Мәскәү өсөн ҡаты һуғыш[d], Беренсе донъя һуғышы, Икенсе бөтә донъя һуғышы, Совет-поляк һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
 
Автограф: Stalin Signature.svg
 
Наградалары:
Советтар Союзы Геройы — 1945 Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1939
«Победа» ордены
«Победа» ордены
Ленин ордены — 1939 Ленин ордены — 1945 Ленин ордены — 1949 Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 19
Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1919 Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1930 Орден Суворова I степени  — 06.11.1943
«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» «Японияны еңгән өсөн» миҙалы
«В память 800-летия Москвы» миҙалы
Монголия Халыҡ Республикаһы Геройы
Республика ордены (Тыва)— 1943
Сухэ-Батор ордены
Сухэ-Батор ордены
«Японияны еңгән өсөн» миҙал
MN Medal 25 Years of MPR rib1961.svg
I дәрәжә Аҡ арыҫлан ордены I дәрәжәләге «Еңеү өсөн» Аҡ арыҫлан ордены — 1945
Чехословацкий Военный крест 1939 (ике тапҡыр)

Депутат ВС СССР

Сталин йәшәгән осорҙа уның 1934 йылға тиклем яҙылған әҫәрҙәре 13 томда нәшер ителә. 1920 йылдарҙың аҙағынан 1953 йылда үлгәнгә тиклем СССР-ҙың алыштырғыһыҙ етәксеһе.

Сталин хакимлек иткән дәүерҙә СССР һәм донъя тарихында мөһим ваҡығалар була: индустриалләштереү, коллективлаштырыу, кулакты юҡҡа сығарыу, ҙур террор, репрессиялар, халыҡтарҙы депортациялау, ГУЛаг лагерҙары булдырыу, 1932—1933 йылдарҙағы аслыҡ, Финляндияға баҫып инеү, СССР-ҙы Милләттәр Лигаһынан сығарыу, Ҡыҙыл Армияла репрессиялар, Икенсе донъя һуғышы, Көнбайыш Европа һәм Көнсығыш Азия илдәрендә социалистик ҡоролош төҙөү, шәхес культы, тоталитаризм диктатураһы[2], совет атом бомбаһын эшләү, һалҡын һуғыш башланыу.

Һаналған ваҡиғалар буйынса йәмғиәт фекере төрлөлөгө һәм күп осраҡта ҡапма-ҡаршылығы менән айырыла.

СығышыҮҙгәртергә

ГенеалогияһыҮҙгәртергә

Иосиф Джугашвили грәзин ғаиләһендә (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа[lower-alpha 1] Сталиндың ата-бабалары осетин сығышлы булған тип яҙыла) Тифлис губернаһы Гори ҡалаһында тыуған һәм сығышы буйынса түбән ҡатламдан булған[3].

Сталин иҫән саҡта һәм уның вафатынан һуң оҙайлы ваҡыт 1979 йылдың 9 (21) декабрендә тыуған, тип һанала, әммә һуңынан тикшеренеүселәр[4][5]Иосифтың тыуған датаһы — 1878 йылдың 6 (18) декабре 1878 — һәм суҡыныу датаһы 1878 йылдың 17 (29) декабре, тип билдәләйҙәр[lower-alpha 2].

Сталиндың тән зәғифлектәре була: һул аяғында икенсе һәм өсөнсө бармаҡтары ҡушылған, йөҙө шаҙра[3]. 1885 йылда Иосифты фаэтон бәреп китә[6], малайҙың аяғы һәм ҡулы ныҡ йәрәхәтләнә; бынан һуң ғүмере буйы уның һул ҡулы терһәктә аҙағына тиклем тураймай һәм шуға күрә һул ҡулы уң ҡулынан ҡыҫҡараҡ күренә.

Ата-әсәһеҮҙгәртергә

 
Джугашвили Виссарион Иванович (яҡынса 1850—1909)

Атаһы — Виссарион (Бесо), Тифлис губернаһының Диди-Лило ауылы крәҫтиәндәренән, һөнәре буйынса итексе. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, эскелеккә бирелгән атай кеше ныҡ ярһыу хәленә инеп[7], Екатеринаны һәм бәләкәй Сосоны ҡаты туҡмаған. Бала, әсәһен яҡлайым тип, атаһына бысаҡ ташлаған һәм үҙе сығып ҡасҡан осраҡ була[8]. Гориҙағы бер полицейскийҙың улы хәтерләүенсә[9], икенсе тапҡыр Виссарион Екатерина һәм бәләкәй Сосо булған йортҡа бәреп инә һәм уларҙы туҡмай башлай һәм баланың башын йәрәхәтләй.

Иосиф ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуа, тәүге икәүһе[lower-alpha 3] сабый саҡта үлә. Иосиф тыуғандан һуң бер аҙ ваҡыттан атаһының эштәре хөртәйә, һәм ул эсә башлай[10]. Ғаилә бик йыш йәшәү урынын алмаштыра. Ахырҙа Виссарион ҡатынын ташлай, бер үк ваҡытта улын үҙе менән алып китергә маташа, әммә әсәһе уны бирмәй[10].

Cocoға ун бер йәшә булғанда, Виссарион «иҫерек ҡан-ҡойошта һәләк була — кемдер уға бысаҡ менән сәнсә»[11]. Ул осорға Сосо үҙе лә күп ваҡытын Гори йәш хулигандарының урам компанияһында уҙғараref>Davrichewy J. Ah! Ce qu’on rigolait bien avec mon copain Staline. Paris, 1979.</ref>. Бер нисә тикшеренеүсе, Виссарион Иванович 1909 йылдың 25 авгусында Тифлис хәстәханаһында туберкулёздан, колиттан һәм хроник пневмониянан үлгән, тип белдерә. шул уҡ мәғлүмәттәр буйынса, Телавила ерләнгән, әммә ҡәберлек урыны аныҡланмаған.

 
Джугашвили Екатерина Георгиевна (1858—1937)

МӘсәһе — Екатерина Георгиевна — Гамбареули ауылындағы крепостной крәҫтиән (баҡсасы) Геладзе ғаиләһенән булған, көнлөксө булып эшләй. Бик ауыр эштән йонсоған ҡатын йыш ҡына үҙенең берҙән-бер иҫән ҡалған балаһын туҡмаған[7], әммә уны сикһеҙ яратҡан[12][13][14]. Сталиндың баласаҡ дуҫы Давид Мачавариани хәтерләүенсә, «Като Иосифты артығынан тыш әсә һөйөүе менән уратып алған, һәм, әсә бүре кеүек, уны бөтәһенән яҡлаған. Ул, үҙенең иркә балаһын бәхетле итер өсөн, үҙен эш менән әлһерәгән хәлгә еткергән»[15]. Шулай ҙа, ҡайһы бер тарихсылар раҫлауынса, Екатерина улы священник булып китмәгәненә бик ныҡ көйгән[7][16].

Үҫмер йылдары, революционер юлына баҫыуҮҙгәртергә

 
Сосо́ Джугашвили — Тифлис рухани семинарияһы уҡыусыһы (1894)

1886 йылда Екатерина Георгиевна Иосифты Гори православие рухани училищеһына уҡырға бирергә ниәтләй, әммә улы уҡырға инә алмай, сөнки бөтөнләй урыҫ телен белмәй. 1886—1888 йылдарҙа, әсәһе үтенесе буйынса, Иосифты урыҫ теленә өйрәтергә священник Христофор Чарквианиның балалары тотоналар. Һөҙөмтәлә 1888 йылда Сосо училище ҡарамағындағы беренсе әҙерлек класына түгел, ә икенсе әҙерлек класына ҡабул ителә, киләһе йылдың сентябрендә беренсе класҡа алына, һәм училищены 1894 йылдың июнендә тамамлай.

В сентябре 1894 йылдың сентябрендә Иосиф ҡабул итеү имтихандарын тапшыра һәм православие Тбилиси дини семинарияға уҡырға инә. Тап шунда ул тәүге тапҡыр марксизм менән таныша һәм 1895 йылдың башына ҡарата Кавказ аръяғына хөкүмәт тарафынан һөрөлгән революцион маркстистарҙың подполье төркөмдәре менән бәйләнештәргә инә. Һуңғараҡ Сталин үҙе хәтерләй: «Революцион хәрәкәтенә мин, Кавказ аръяғында ул ваҡытта йәшәгән урыҫ марксистарының подполье төркөмдәре менән танышҡас, 15 йәштән индем. Был төркөмдәр миңә бик ҙур йоғонто яһанылар һәм йәшерен марксистик әҙәбиәтенә ылыҡтырҙылар»[17].

 
И. Джугашвилиның Гори рухани училищеһын тамамлау тураһындағы таныҡлығы (1894)

Инглиз тарихсыһы Саймон Себаг-Монтефиоре фекеренсә, Сталин, бөтә предметтарҙан: математика, дини тәғлимәт, грек теле, урыҫ теленән юғары баһалар алған ифрат һәләтле уҡыусы була. Сталинға шиғриәт оҡшай, һәм ул үҙе үҫмер саҡта грузин телендә шиғырҙар яҙа[18], шиғырҙары күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә[19].

1931 йылда немец яҙыусыһы Эмиль Людвиг менән интервьюһында: «Һеҙҙе нимә оппозиционлыҡҡа этәрҙе? Бәлки, ата-әсәйегеҙ яғынан насар мөнәсәбәттәрҙер?» тигән һорауына Сталин: «Юҡ. Ата-әсәйем миңә ҡарата һәйбәт мөғәмәлә булдылар. Башҡасараҡ эш — ул ваҡытта мин уҡыған рухани семинария. Мыҫҡыллаусан режимға һәм семинарияла булған иезуит ысулдарға ҡаршы протест йөҙөнән, мин революционер, марксизмды яҡлаусы булырға әҙер инем һәм ысынында булдым да…» тип яуаплай[20]

1898 йылда Джугашвили революционер Вано Стуруа фатирында эшселәр менән осрашыу ваҡытында пропагандасы тәжрибәһен ала һәм тиҙҙән йәш тимер юлы эшселәренән торған түңәрәк менән етәкселек итә башлай[21], ул бер нисә эшселәр түңәрәктәрендә занятиелар үткәрә һәм хатта занятиелар үткәреү өсөн марксистик программаһы төҙөй[19]. Шул уҡ йылдың авгусында Иосиф «Месаме-даси» («Өсөнсө төркөм») грузин социал-демократик ойошмаһына инә[22]. В. З. Кецховели һәм А. Г. Цулукидзе менән бергә Джугашвили ошо ойошманың күпселеге «легаль марксизм» позицияларында торған һәм милләтселеккә тартылған революцион аҙсылығы йәҙрәһен ойоштора[23].

1899 йылдың 29 майында, семинарияның бишенсе курсында, «билдәһеҙ сәбәп буйынса имтиханға килмәгән өсөн» (ысынында, Иосиф Джугашвилиның семинарсылар һәм тимер юлы оҫтаханалары эшселәре араһында марксизмды пропагандалау буйынса эшмәкәрлеге уҡыуҙан ҡыуыуҙың сәбәбе булыуы ихтимал[24][25]) семинариянан ҡыуыла. Ҡулына бирелгән таныҡлыҡта дүрт класс тамамлауы һәм башланғыс училищеларҙа уҡытыусы булып эшләй алыуы тураһында яҙыла[6].

Семинариянан ҡыуылғандан һуң Джугашвили бер аҙ ваҡыт репетиторлыҡ ярҙамында икмәк-тоҙлоҡ аҡса эшләй[19]. Уның уҡыусылары араһында, мәҫәлән, уның иң яҡын баласаҡ дуҫы Симон Тер-Петросян (буласаҡ революционер Камо) була.

 
Коба, марксистик түңәрәге ағзаһы (1902)

1899 йылдың аҙағынан Джугашвили Тифлис физик обсерваторияһына тикшереүсе — иҫәпләп сығарыусы сифатында ҡабул ителә[19]:с.25.

1900 йылдың 23 апрелендә Иосиф Джугашвили, Вано Стуруа һәм Закро Чодришвили эшселәр маёвкаһын ойошторалар, унда 400—500 эшсе йыйыла. Башҡалар араһында митингыла Иосиф үҙе лә сығыш яһай. Әлеге сығыш Сталиндың күмәк кеше алдында тәүге күренеүе була. Шул уҡ йылдың авгусында Джугашвили Тифлис эшселәренең ҙур сығышын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнаша — Баш тимер юлдары оҫтаханалары стачкаһында. Эшселәр протестарын ойоштороуҙа эшсе-революционерҙар: М. И. Калинин (Петербургтан Кавказға һөрөлгән), С. Я. Аллилуев, ә шулай уҡ М. З. Бочоридзе, А. Г. Окуашвили, В. Ф. Стуруа ҡатнашалар. 1 августан 15 августҡа тиклем забастовкала дүрт меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Һөҙөмтәлә биш йөҙҙән ашыу кеше ҡулға алына.

1901 йылдың 21 мартында полиция Джугашвили эшләгән һәм йәшәгән физик обсерваторияла тентеү үткәрә. Үҙе ул шулай ҙа ҡулға алыуҙан ҡотолоп ҡала һәм легаль булмаған хәлгә күсеп, революционер-подпольщик булып китә[19]:с.26—27.

Власҡа юлҮҙгәртергә

1901 йылдың сентябрендә Баҡыла Ладо Кецховели ойошторған «Нина» типографияһында легаль булмаған «Брдзола» («Көрәш») гәзите сыға башлай. Беренсе һанының баш мәҡәләһен егерме ике йәшлек Иосиф Джугашвили яҙа. Әлеге мәҡәлә Сталиндың тәүге билдәле сәйәси хеҙмәте булып тора[19]:с.28.

1901 йылдың ноябрендә ул РСДРП-ның Тифлис комитеты составына индерелә, уның йүнәлтеүе буйынса шул уҡ айҙа Батумға ебәрелә, унда ул СДК ойошмаһын ойоштороуҙа ҡатнаша[19]. Партийная кличка Ко́ба.

1903 йылда, Рәсәй социал-демократтарының большевиктарға һәм меньшевиктарға тарҡалғандан һуң, Сталин большевиктарға ҡушыла[26].

1905 йылдың декабрендә РСДРП-ның Кавказ союзы делегаты булараҡ Таммерфорста (Финляндия[lower-alpha 4]) РСДРП-ның I конференцияһында ҡатнаша, унда тәүге тапҡыр шәхсән В. И. Ленинды осрата.

1906 йылдың майында Тифлистан делегат булып Стокгольмда РСДРП-ның IV съезында ҡатнаша, был уның тәүге сит ил сәйәхәте була.

 
Екатерина Сванидзе — Сталиндың беренсе ҡатыны

1906 йылдың 16 июле төнөнә ҡарата Тифлистағы Изге Давид сиркәүендә Иосиф Джугашвили Екатерина Сванидзе менән никахҡа инә. Был никахтан 1907 йылда Сталиндың тәүге улы — Яков тыуа. Шул уҡ йылдың аҙағында Сталиндың ҡатыны тиф ауырыуынан вафат була.

1907 йылда Сталин — Лондонда РСДРП-ның V съезы делегаты.

Ҡайһы бер авторҙар фекеренсә, 1907 йылдың йәйендәге «Тифлис экспроприацияһы» ваҡиғаларына Сталиндың ҡағылышы бар[27] (урланған (экспроприацияланған) аҡса[6][28] партия ихтыяжына тәғәйенләнә).

 
Баҡы, 1910 йылдың 23 марты.

1909—1911 йылдарҙа Сталин ике тапҡыр Вологда губернаһы Сольвычегодск ҡалаһында һөргөндә була — 1909 йылдың 27 февраленән 24 июнненә тиклем һәм 1910 йылдың 29 октябренән алып 1911 йылдың 6 июленә тиклем[29]. 1909 йылда һөргөндән ҡасҡандан һуң, 1910 йылдың мартында Сталин ҡулға алына һәм Баҡыла алты ултырғандан һуң ҡабаттан Сольвычегодсиға ебәрелә. Ҡайһы бер тарихсылар раҫлауынса, Сольвычегодск һөргөнөндә Сталиндың никахтан тыш улы тыуа — Константин Кузаков[30][31][32]. Һөргөн срогы тамамланғандан һуң Сталин 1911 йылдың 6 сентябренә тиклем Вологдала йәшәй, унан, баш ҡалаларҙа йәшәү тыйылыуға ҡарамаҫтан, үҙенең Вологдалағы танышы, элекке ваҡытта шулай уҡ һөргөнсө, Петр Чижиковтың паспорты буйынса Санкт-Петербургка юллана; 1911 йылдың 5 декабрендә Петербургта сираттағы тотолоуҙан һуң ҡабаттан Вологдаға һөрөлә, унан 1912 йылдың 28 февралендә ҡаса[33].

1910 йылдан алып Сталин — партия Үҙәк комитетының Кавказ буйынса вәкиле («ЦК агенты»)[34].

1912 йылдың ғинуарында ошо уҡ айҙа уҙғарылған РСДРП-ның Бөтә Рәсәй VI (Прага) конференцияһынан һуң үткән РСДРП, Үҙәк комитеты пленумында[25], по предложению Ленина[35] Сталин ситтән тороп КПСС Үҙәк комитетына һәм РСДРП %ҙәк Комитетының урыҫ бюроһына кооптациялана. Уның биографы Святослав Рыбас Сталиндың әлеге һайланыуын уның сәйәси фигура булараҡ барлыҡҡа килеүе тип билдәләй[36].

1912 йылда[37] Иосиф Джугашвили тулыһынса «Сталин» псевдонимын ҡабул итә[38].

1912 йылдың апрелендә полиция тарафывнан ҡулға алына һәм Себергә һөргөнгә ебәрелә[39]. Был юлы һөргөн урыны булып Томск губернаһы Нарым ҡалаһы билдәләнә (Урта Обь). Бында, башҡа революцион партиялары вәкилдәренән башҡа, Смирнов, Свердлов һәм башҡа ҡайһы бер билдәле большевиктар йәшәйҙәр. Нарымда Сталин 41 көн була—1912 йылдың 22 июленән 1 сентябренә тиклем[39][40][41], шунан һуң ул һөргөндән ҡаса. Ул, охранканың күҙенә эләкмәйенсә, пароходта Обь һәм Томь йылғалары буйлап Томск ҡалаһына тиклем барып етеүгә өлгәшә, унда ул поездға ултыра һәм ялған паспорт менән Рәсәйҙең Европа өлөшөнә юллана. Артабан кисекмәҫтән Швейцарияға китә һәм унда Ленин менән осраша.

Томск һөргөнән ҡасҡандан һуң, 1912 йылдың һуң көҙөнән алып 1913 йылдың яҙына тиклем, Санкт-Петербургта эшләй һәм беренсе большевистик «Правда» гәзитенең төп хәҙмәткәрҙәрҙең береһе була.

1913 йылдың мартында Сталин сираттағы тапҡыр ҡулға алына, төрмәгә ябыла һәм этап буйлап Йәнәсәй губернаһы Турухан крайына һөрөлә, унда ул 1916 йылдың аҙағына тиклем тотола Һөргөндә ул Ленин менән хатлаша.

Һуңғараҡ Сталиндың һөргөнө Ачинск ҡалаһында дауам итә һәм унан ул 1917 йылдың 12 мартында Петербургка әйләнеп ҡайта.

Февраль — октябрь 1917Үҙгәртергә

Февраль революцияһы һөҙөмтәһендә азат ителеп, Сталин Петроградҡа ҡайта. Лениндың эмиграциянан ҡайтыуына тиклем ул РСДРП Үҙәк Комитеты һәм большевиктарҙың Петербург партия комитеты етәкселәренең береһе була, «Правда» гәзите мөхәрририәтенә инә.

Башта Сталин, демократик революцияның әле тамамланмауын һәм хөкүмәтте ҡолатыу практик бурыс булып тормауын иҫәпкә алып, Ваҡытлы хөкүмәткә теләктәшлек белдерә[42]. Петроградта 28 мартта уҙғарылған большевиктарҙың Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә меньшевиктарҙың берҙәм партияға берләшеү мөмкинлеге тураһында башланғысы буйынса бәхәстә Сталин, «Циммервальд-Кинталь линияһы буйынса берләшеү мөмкин», тип белдерә. Әммә Ленин Рәсәйгә ҡайтҡандан һуң Сталин уның «буржуаз-демократик» февраль революцияһының пролетар социалистик революцияһына әүерелеү лозунгын яҡлап сыға.

 
Сталин В. А. Серовтың «Ленин Совет власын иғлан итә» картинаһында. СССР маркаһы, 1954 йыл

14—22 апрелдә большевиктарҙың I Петроград дөйөм ҡала конференцияһы делегаты була. 24—29 апрелдә [[РСДРП (б)-ның VII (Апрель) Бөтә Рәсәй конференцияһында доклад буйынса пренияларҙа ағымдағы мәл тураһында сығыш яһай, лениндың ҡараштарына теләктәшлек белдерә, милли мәсьәлә буйынса сығыш яһай; РСДРП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана[24].

Май — июнь айҙарында һуғышҡа ҡаршы пропагандалауҙа ҡатнаша; Советтарҙы ҡабаттан һайлау буйынса ойоштороусыларҙың береһе була һәм Петроградта муниципаль кампанияла ҡатнаша. 3—24 июндә делегат булараҡ Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының I Бөтә Рәсәй съезында ҡатнаша; большевиктар фракцияһынан ВЦИК һәм ВЦИК бюроһы ағзаһы итеп һайлана. Шулай уҡ 10 июнгә тәғәйенләнгән һәм үткәрелмәгән демонстрацияны һәм 18 июндәге демонстрацияны әҙерләүҙә ҡатнаша; «Правда» һәм «Солдатская правда» гәзиттәрендә бер нисә мәҡәлә баҫтыра[24].

Лениндың мәжбүри рәүештә подпольеға китеүе арҡаһында, Сталин РСДРП(б)-ның VI съезында (июль — август 1917) Үҙәк Комитетының отчет доклады менән сығыш яһай. 5 августа РСДРП(б) Үҙәк Комитеты ултырышында Үҙәк Комитетының тар составына һайлана. Август — сентябрь айҙарында башлыса ойоштороу-журналистика эшен алып бара. 10 октябрҙә РСДРП(б) Үҙәк Комитеты ултырышында ҡораллы ихтилал тураһындағы резолюция өсөн тауыш бирә, «яҡын арала сәйәси етәкселек өсөн» булдырылған Сәйәси бюроһы ағзаһы итеп һайлана[24].

6 октябргә ҡараған төндә Үҙәк Комитеттың киңәйтелгән ултырышында ихтилал тураһындағы ҡарарға ҡаршы тауыш биргән Л. Б. Каменев һәм Г. Е. Зиновьевтарҙың позицияһына ҡаршы сығыш яһай[24], шул уҡ ваҡытта л избран членом Петроград хәрби-революцион үҙәге ағзаһы итеп һайлана, әлеге үҙәк Петроград хәрби-революцион комитеты составына инә[43].

24 октябрҙә (6 ноябрҙә), юнкерҙар тарафынан «Правда» гәзите типографияһы ҡыйратылғандан һуң, Сталин гәзиттең сығыуын тәьмин итә, унда ул Ваҡытлы хөкүмәтте ҡолатыу һәм уны «эшселәр, крәҫтиәндәр һәм һалдаттар вәкилдәре» һайлаған Совет хөкүмәте менән алыштырыу өндәүе менән «Беҙгә нимә кәрәк?» исемле мәҡәләһен баҫтыра[lower-alpha 5]. Шул уҡ көндө Сталин һәм Троцкий большевиктар — Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының II Бөтә Рәсәй съезы делегаттары кәңәшмәһен үткәрәләр, унда Сталин сәйәси ваҡиғалар барышы тураһындағы доклад менән сығыш яһай. 25 октябргә (7 ноябргә) ҡараған төндә яңы. совет хөкүмәтенең атамаһын һәм структураһын билдәләгән РСДРП(б) Үҙәк Комитеты ултырышында ҡатнаша[24].

Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарҙа Петроград баш ҡала округы буйынса РСДРП(б)-нан делегат итеп һайлана.

1917—1924Үҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

КомментарийҙарҮҙгәртергә

  1. Существует версия, согласно которой фамилия Джугашвили — не грузинская, а осетинская. Версии об осетинском происхождении семьи Сталина рассматриваются в работе российского историка А. В. Островского (см.: Островский А. В. Кто стоял за спиной Сталина? — М.; СПб.: Олма-Пресс; Нева, 2002. — 638 б. — ISBN 5-7654-1771-X ; 5-224-02997-X.). Одноклассник Иосифа Джугашвили по семинарии И. Иремашвили в своей книге «Сталин и трагедия Грузии», изданной в Германии на немецком в 1932 году в издательстве Verfasser, утверждает, что отец Сталина Бесо Иванович Джугашвили «по национальности осетин»
  2. Историк Г. И. Чернявский пишет, что в книге регистраций Успенского собора в г. Гори значится имя Иосифа Джугашвили и далее следует запись: «1878. Родился 6 декабря. Крестился 17-го декабря. Родители — жители города Гори крестьянин Виссарион Иванов Джугашвили и его законная жена Екатерина Георгиевна. Крёстный отец — житель Гори крестьянин Цихатришвили». Им делается вывод, что подлинной датой рождения Сталина является 6 (18) декабря 1878 года. Отмечается, что, по сведениям Санкт-Петербургского губернского жандармского управления, датой рождения И. В. Джугашвили значится 6 декабря 1878 года, а в документах Бакинского жандармского управления годом рождения помечен 1880 год. В то же время встречаются документы полицейского ведомства, где годом рождения Иосифа Джугашвили значатся 1879 и 1881 годы. В документе, собственноручно заполненном И. В. Сталиным в декабре 1920 года, — анкете шведской газеты Folkets Dagblad Politiken[en] — значится год рождения — 1878-й. Существует мнение, что дата рождения была перенесена на год вперёд самим Сталиным, поскольку 1928 г. мало подходил для празднования 50-летнего юбилея: в стране происходили волнения крестьян в связи с искусственным повышением цен на промышленные товары, имелись и другие проблемы. Лишь к 1929 году Сталину удалось окончательно укрепить режим личной власти . Поэтому этот год и был выбран для празднования юбилея, соответственно чему была выбрана и подходящая официальная дата рождения(Марк Крутов. Когда родился Сталин? // Радио «Свобода», 14 апреля 2014.)
  3. Михаил һәм Георгий
  4. Финляндия ул ваҡытта Рәсәй империяһы составына инә
  5. См.: Сталин И. Что нам нужно? // www.hrono.info

СығанаҡтарҮҙгәртергә

  1. 20th Century Press Archives — 1908.
  2. Большой энциклопедический словарь. / Под ред. А. М. Прохорова. 2-е изд. — М.: Норинт, 2004. ISBN 5-7711-0004-8
  3. 3,0 3,1 Даниель Ранкур-Лаферриер. Психика Сталина. — М.: Прогресс-Академия, 1996. — С. 12.
  4. Китаев И., Мошков Л., Чернев А. Когда родился И. В. Сталин // Известия ЦК КПСС, 1990. № 11.
  5. Георгий Чернявский. Когда на самом деле родился Сталин и почему это важно Архивная копия от 2 июнь 2019 на Wayback Machine // Каскад, № 210, 26.03.2004.
  6. 6,0 6,1 6,2 Рыбас С. Ю. Сталин. / 2-е изд. — М.: Молодая гвардия, 2010. — (ЖЗЛ) — С. 11. — ISBN 978-5-235-03281-1
  7. 7,0 7,1 7,2 Даниель Ранкур-Лаферриер. Психика Сталина. — М.: Прогресс-Академия, 1996. — С. 68.
  8. Аллилуева С. Только один год. N.Y.: Harper & Row Publishers, 1969. С. 360.
  9. Davrichewy J. Ah! Ce qu’on rigolait bien avec mon copain Staline. Paris, 1979. P. 36—37
  10. 10,0 10,1 Рыбас С. Ю. Сталин. / 2-е изд. — М.: Молодая гвардия, 2010. — (ЖЗЛ) — С. 10.
  11. Аллилуева С. Двадцать писем к другу. N.Y.: Harper & Row, 1967. P. 145
  12. Iremaschuiili J. Stalin und die Tragodie Georgiens: Erinnerungen. В., 1932. p. 10—12, 28.
  13. Allilueva S. Only one year. N.Y., 1969., P. 360.
  14. Allilueva S. Twenty letters to a friend. N.Y., 1967., P. 153.
  15. Davrlchewy J. Ah! Ce qu’on rigolait bien avec mon copain Staline. P., 1979., P. 34.
  16. «Она осталась религиозной до последних своих дней и, когда отец навестил её, незадолго до её смерти, сказала ему: „А жаль, что ты так и не стал священником“… Он повторял эти её слова с восхищением; ему нравилось её пренебрежение к тому, чего он достиг — к земной славе, к суете…» — С. Аллилуева, Из воспоминаний. [history.wikireading.ru/195643]
  17. Сталин И. В. Сочинения. Т. 13. — М.: Государственное издательство политической литературы, 1951. — С. 113.
  18. Секреты жизни и смерти Сталина  (рус.). ИноСМИ.Ru (2006-07-28). 25 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  19. 19,0 19,1 19,2 19,3 19,4 19,5 19,6 Семанов С. Н., Кардашов В. И. Иосиф Сталин: жизнь и наследие. — М.: Новатор, 1997. — ISBN 5-85862-057-4
  20. Беседа Сталина с писателем Эмилем Людвигом // Огонёк, № 23, 1932
  21. Ҡалып:Google books
  22. Всемирный биографический энциклопедический словарь. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1998
  23. Лев Балаян. Сталин и Хрущёв. — М.: Эксмо; Алгоритм, 2009. — ISBN 978-5-699-38331-3
  24. 24,0 24,1 24,2 24,3 24,4 24,5 Чернобаев А. А. Сталин Иосиф Виссарионович // Политические деятели России, 1917 г. Биографический словарь. / Ред. П. В. Волобуев и др. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1993. — 432 с. — ISBN 5-85270-137-8
  25. 25,0 25,1 Под ред. Е. М. Жукова Сталин // Советская историческая энциклопедия. — Советская энциклопедия — М., 1973—1982.
  26. Joseph Stalin | Biography, World War II, & Facts  (инг.). Encyclopedia Britannica. 25 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  27. Рыбас С. Ю. Сталин. / 2-е изд. — М.: Молодая гвардия. 2010. — С. 29. —(Жизнь замечательных людей) — ISBN 978-5-235-03496-9
  28. Edvard Radzinsky. Stalin: The First In-depth Biography Based on Explosive New Documents from Russia’s Secret Archives, Anchor, (1997) ISBN 0-385-47954-9, p. 61
  29. З.Н.Мехреньгина. О музее И.В.Сталина в Сольвычегодске | POLITPROS.COM. Онлайн-журнал Politpros.com. 25 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  30. Торчинов В. А., Леонтюк А. М. Вокруг Сталина. Историко-биографический справочник. Санкт-Петербург, 2000.
  31. Константин Степанович Кузаков // Хронос. Биографический указатель
  32. Гусляров Е. Н. Сталин в жизни : систематизированный свод воспоминаний современников, документов эпохи, версий историков: — Олма-Пресс, 2003. — (Биографические хроники). — ISBN 9785948500348.
  33. Шубин С. И. Сольвычегодская ссылка Сталина // Вестник Северного (Арктического) федерального университета. Серия: Гуманитарные и социальные науки. — 2009. — В. № 4. — С. 25—32.
  34. Сталин // Культурология. XX век. Энциклопедия — 1998.
  35. 100 великих россиян (7). www.booksite.ru. 25 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  36. События — Свободная мысль
  37. Похлёбкин В. В. Великий псевдоним.(недоступная ссылка — историякопия) — М.: ТОО «ЮДИТ», КП «Алтай», — 1996, 158 с.
  38. Похлёбкин В. В. Как случилось, что И. В. Джугашвили избрал себе псевдоним «Сталин»?
  39. 39,0 39,1 Озолиньш, Эрнест. Как Сталин бежал из Нарыма. Воспоминания старого большевика. (Рига: «Латвиешу Балсс», 2002).
  40. Фотопутешествие в Парабельский район: месторождения, ссылка, курорт...  (рус.). Городской портал tomsk.ru. 25 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  41. Парабельский район :: Нарымский музей политссылки. www.parabel.tomsk.ru. 25 ноябрь 2019 тикшерелгән.
  42. Ричард Пайпс. Русская революция. Книга 2. Большевики в борьбе за власть 1917—1918.
  43. под ред. Д. П. Ненарокова. Липицкий С. В. Сталин Иосиф Виссарионович. Реввоенсовет Республики. История России. Библиотека

ҺылтанмаларҮҙгәртергә