Космонавт
Космонавт йә астронавт — йыһанға осорға әҙерләнгән йә унда булған кеше. «Йыһанға осоу» төшөнсәһе төрлө илдәрҙә айырыла.
Ваҡиғалар
үҙгәртергә- 12 апрель 1961 — Совет космонавы Юрий Гагарин донъяла беренсе булып йыһанға оса.
- 5 май 1961 — Американың беренсе астронавы Алан Шепард суборбиталь (космосҡа етмәгән) осош яһай.
- 16 июнь 1963 — Донъялағы беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт Валентина Терешкова космик осош яһай.
- 18 март 1965 — Совет космонавы Алексей Леонов донъяла беренсе булып асыҡ йыһанға сыға.
- 20 июль 1969 — Америка Нил Армстронг һәм Баз Алдрин донъяла беренсе булып Айға төшә.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.