25 сентябрь
көнө
(25 сентября битенән йүнәлтелде)
25 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 268-се көнө (кәбисә йылында 269-сы). Йыл һуңына тиклем 97 көн ҡала.
25 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
25 сентябрь Викимилектә |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
- АҠШ: Дәүләт ерҙәре көнө.
- Мозамбик: Ҡораллы көстәр көнө.
- Молдова: Оләсәйҙәр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы:
Төбәк байрамдары
- Ставрополь крайы көнө.
- Урал йылғаһы көнө
- АҠШ: Йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1632: Яҡутск ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1993: Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Өҫән-Ивановка ауылында Марина Цветаева музейы асыла.
тулы исемлек
- 2000: Башҡортостандың «Юлдаш» радиоһы эш башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Плаксин Игорь Николаевич (1900—15.03.1967), ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1937), профессор (1934). СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1946). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1932—1934 һәм 1938—1941 йылдарҙа А. А. Скочинский исемендәге Тау эше институты (Мәскәү өлкәһе) директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 1944—1967 йылдарҙа файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу бүлеге мөдире һәм 1947—1955 йылдарҙа директор урынбаҫары; Ике тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1951, 1952). Ленин (1953), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Степанов Александр Николаевич (1910—10.05.1991), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия уҡсылар полкының уҡсылар взводы командиры урынбаҫары, гвардия сержанты. Демобилизациянан һуң Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Дим тимер юл станцияһында вокзал начальнигы. Советтар Союзы Геройы (1945).
тулы исемлек
- Ғәлимйәнов Сәлимйән Ғәлимйән улы (1915—12.07.2005), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия уҡсылар полкы уҡсыһы, гвардия рядовойы, ауыл хужалығы эшмәкәре. 1945 йылдан Асҡын районының «Төлгөҙ» сәнәғәт артеле рәйесе, 1949—1969 йылдарҙа «Сулпан» һәм «Дуҫлыҡ» колхоздары хеҙмәткәре. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Ғәлиев Миҙхәт Ғәббәс улы (1925—10.02.2002), йырсы, 1955—1996 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1980). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
- Суфийәров Феликс Хәбип улы (1945—2019), нефть сәнәғәте алдынғыһы. Рәсәй Федерацияһының нефть һәм газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре, ІІ һәм ІІІ дәрәжә Хеҙмәт Даны һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры; Төмән ҡалаһы, Төмән өлкәһе һәм Ханты-Мансы автономиялы округының почётлы гражданы.
- Ғәләүетдинов Сәрүәр Әбүталип улы (1950), педагогик хеҙмәт ветераны, шағир, 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Флүзә Мырҙабаева (1950), журналист, шағир. 1980 йылдан хәҙерге «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре, 1999 йылдан бүлек мөдире. 2007—2008 йылдарҙа «Панорама Башкортостана» журналының бүлек мөдире. 1996 йылдан Журналистар, 1999 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Шәһит Хоҙайбирҙин (2000) һәм Ғәлимйән Ибраһимов (2001) исемендәге премиялар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мораҙым ауылынан.
- Зәйнуллина Әлфиә Рәшит ҡыҙы (1955), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—1982 йылдарҙа Әлшәй районы Мәндән урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директор урынбаҫары; 1988—2015 йылдарҙа район хакимиәте мәғариф бүлегенең баш инспекторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Арыҫланов Әмир Солтан улы (1926—23.02.1987), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1986). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Мөхәмәтдинова Сәғиҙә Хашим ҡыҙы (1931—19.03.2018), хеҙмәт алдынғыһы. 1947—1949 һәм 1951—1984 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының шәхси келәймәгә эйә булған канатсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1982), Белорет ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2006).
тулы исемлек
- Вәлиуллин Ғәли Фәйзрахман улы (1951), хәрби хеҙмәт ветераны, отставкалағы подполковник. 2000—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Милли музейының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).
- Князьков Геннадий Георгиевич (1956), бейеүсе, балетмейстер. 1981–1989 йылдарҙа Салауат ҡалаһының «Ағиҙел» халыҡ бейеү ансамбленең художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Кубандең (Краснодар крайының) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Йомағужа ауылынан.
- Мирсаева Гөлзөһрә Хәниф ҡыҙы (1956), табип, ғалим-терапевт. 1981—1987 йылдарҙа Өфө ҡала кардиология диспансеры табибы, 1984 йылдан бүлек мөдире, 1986 йылдан — баш табип урынбаҫары; 1992 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2011 йылдан факультет терапияһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Рәмил Ғәйзуллин (1961), музыкант. 1987 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын ойоштороусы, 2001 йылдан — уның художество етәксеһе, артабан директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) артисы.
- Урал Рәшитов (1961), композитор, йырсы, музыкаль продюсер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Маслов Сергей Михайлович (1912—1.08.1972), хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Дурасов ауылынан.
- Туғыҙбаев Зариф Абдрахман улы (1927—13.04.2012), эшсе. 1942 йылдан Бүребай руда идаралығының ремонт-механика цехы кузнецы. Октябрь Революцияһы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Хәйбулла районының почётлы гражданы (1990). Сығышы менән Бүребай ауылынан.
тулы исемлек
- Иҫәнғолова Рәфилә Ғәббәс ҡыҙы (1942), табип. Ҡалтасы район үҙәк дауаханаһының элекке табип-психиатры. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Нағоманов Хәлит Ғәлим улы (1947), ғалим-инженер, йәмәғәтсе. 1971 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1971—1974 йылдарҙа институттың профком рәйесе, 1983—1988 йылдарҙа — партком секретары. Техник фәндәр кандидаты (1980), доцент. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылынан.
- Петров Михаил Николаевич (1947), ауыл хужалығы, төҙөлөш тармағы һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1984 йылдан Бишбүләк районы ремонт-техник предприятиеһының бүлек начальнигы, баш инженеры, директоры; 1991 йылдан район ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры; 1996 йылдан район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Новосёлка ауылынан.
- Ялоха Анатолий Иванович (1947), шахтёр. 1969 йылдан Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты эшсеһе, 1993—2001 йылдарҙа Октябрьский ер аҫты руднигының тау диспетчеры. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йылайыр ауылынан.
- Сафин Сәғит Зәкирйән улы (1952), инженер-металлург. 1975 йылдан Магнитогорск металлургия комбинаты инженеры, 1980 йылдан Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозының партком секретары, 1992 йылдан — 93-сө һөнәри училище директоры, 2004—2011 йылдарҙа Таштимер ауыл хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (2004). Сығышы менән ошо райондың Юлдаш ауылынан.
- Рәмис Дәүләтбаев (1962), радио һәм телевидение журналисы. 1989 йылдан Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе, коментаторы; 1994 йылдан — генераль директор урынбаҫары, 2000—2015 йылдарҙа — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙәлы менән бүләкләнеүсе (2011).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Абдулла Солтанов (1928—17.08.2023), үҙешмәкәр йырсы, ҡурайсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).
- Рәхимов Таһир Тимерхан улы (1953), театр һәм кино артисы. 1971—1972 һәм 1974—1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, 1993 йылдан — Мәскәүҙең «П. Фоменко оҫтаханаһы» театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007), «Чайка» театр премияһы лауреаты (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылынан.
тулы исемлек
- Үтәкәев Азат Нәзир улы (1953), табип, йәмәғәтсе. 2015 йылдың сентябренән Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Нефтекама психо-неврологик интернатының бүлек мөдире. 1995 йылдан Нефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002).
- Хәйбуллин Нурмөхәмәт Сахауын улы (1953—4.02.2014), механизатор. 1971 йылдан Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозы, 2005 йылдан «Дружба», 2008—2010 йылдарҙа «Нива» хужалыҡтары механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). Сығышы менән ошо райондың Йәнгел ауылынан.
- Беллер Ольга Александровна (1973), спортсы-шашкасы, тренер. Рәсәй йыйылма командаһының элекке ағзаһы. Тиҙ программа буйынса Рәсәй чемпионы (2001), шәхси-команда Рәсәй чемпионатының бронза призеры (2002, Тверь), РСФСР профсоюздарының физкультура-спорт йәмғиәте беренселеге еңеүсеһе (1986).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәлимханов Кенәз Ғәле улы (1909–13.10.1991), ғалим-инженер-механик. 1946—1989 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1960–1971 йылдарҙа — материалдар ҡаршылығы кафедраһы мөдире, 1969—1973 йылдарҙа — авиация двигателдәре факультеты деканы. Техник фәндәр кандидаты (1951). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1967), СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1972). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Мәскәү ауылынан.
- Роберт Ғәзизов (1939), СССР (1995 йылдан Америка) композиторы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, музыкаль-йәмәғәт эшмәкәре. 1974 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1978—1992 йылдарҙа Башҡортостан Композиторҙар союзының идара рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1984). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
тулы исемлек
- Ишемова Ғилминур Фәтхулла ҡыҙы (1939), хеҙмәт алдынғыһы. 1957–1994 йылдарҙа Хәйбулла районының «Аҡъяр» һәм «Быҙаулыҡ» совхоздары һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981). Сығышы менән ошо райондың Аҡъяр ауылынан.
- Саттаров Рафаил Исмәғил улы (.1944), хеҙмәт ветераны. Көйөргәҙе районы «Искра» хужалығының элекке баш зоотехнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1765: Михаил Огинский, Польша композиторы, полонез «Прощание с Родиной» — «Огинский полонезы» исеме менән билдәле.
- 1771: Николай Раевский, Рәсәй империяһы генералы, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы.
тулы исемлек
- 1906: Дмитрий Шостакович, СССР композиторы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1954), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- 1920: Сергей Бондарчук, кино һәм театр актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1952), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980).
- 1932: Анатолий Соловьяненко, опера йырсыһы, СССР һәм Украинаның опера йырсыһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1975), Украина Геройы (2008).
- 1938: Лидия Федосеева-Шукшина, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984).
- 1950: Шамил Тимербулатов, композитор, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2005), Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013) («Ҡайҙа һеҙ, йәшлек йылдарым?» (Роберт Миңнуллин һүҙҙәре), «Мин бит ҡара ҡарлуғас» (Гөлшат Зәйнәшева һүҙҙәре).
- 1849: Иоганн Штраус, Австрия композиторы.
- 1970: Эрих Ремарк, Германия яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты.