Мәндән (рус. Мендяново) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 412 кеше[2]. Почта индексы — 452103, ОКАТО коды — 80202840001.

Ауыл
Мәндән
рус. Мендяново
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әлшәй районы

Ауыл биләмәһе

Мәндән ауыл Советы (Әлшәй районы)

Координаталар

53°54′54″ с. ш. 54°46′16″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1778

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795

Халҡы

412[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар — 81%

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452103

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 202 840 001

ОКТМО коды

80 602 440 101

ГКГН номеры

0523435

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мәндән (Рәсәй)
Мәндән
Мәндән
Мәндән (Башҡортостан Республикаһы)
Мәндән


Халыҡ һаны үҙгәртергә

Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһында өҫтөнлөк иткән милләт — татарҙар (81 %).[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1795 йыл 180
1816 йыл 210
1834 йыл 350
1859 йыл 564
1865 йыл 691
1870 йыл 711
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 1073
1917 йыл 1270
1920 йыл 26 август 1227
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 932
1959 йыл 15 ғинуар 822
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 552
2002 йыл 9 октябрь 502
2010 йыл 14 октябрь 412 199 213 48,3 51,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары үҙгәртергә

Исемдәре:[4]

  • Ялан урамы (рус. Полевая (улица))
  • Шишмә урамы (рус. Родниковая (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Тарихы үҙгәртергә

Мәндән ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән көньяҡ‑көнбайышта 30 саҡрым һәм Шафран тимер юл станцияһынан көньяҡта 15 саҡрым алыҫлыҡта Манатман йылғаһы[5] буйында урынлашҡан. Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1778 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса мишәрҙәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Мәндән Мортазин исеме менән аталған. 1795 йылда 180 кеше иҫәпкә алынған, 1865 йылда 104 йортта — 691 кеше. Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Мәсет булған. 1906 йылда 3 мөгәзәй теркәлгән. Халҡы:1795 йылда — 180 кеше; 1816 йылда — 210 кеше; 1834 йылда — 350 кеше; 1859 йылда — 564 кеше; 1870 йылда — 711 кеше; 1906 йылда — 1073 кеше; 1920 йылда — 1227 кеше; 1939 йылда — 932 кеше; 1959 йылда — 822 кеше; 1989 йылда — 552 кеше; 2002 йылда — 502 кеше; 2010 йылда — 412 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[6].

Матбуғатта үҙгәртергә

Видеофильмдар үҙгәртергә

  • Мәндән ауылы юбилейы. 28 август 2018 йылYouTube сайтында Видео
  • Мәндән ауылында мәсет асыу. 16 октябрь 2019 йылYouTube сайтында Видео
  • Мәндән ауылында Әсәләр көнө[7]
  • Әлшәй районы Мәндән ауылы 2018 йылдың йәйендә[8]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә