Юлдаш (Әбйәлил районы)

Юлдаш (рус. Юлдашево) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. Гусев ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 340 кеше[1]. Почта индексы — 453614, ОКАТО коды — 80201819006.

Ауыл
Юлдаш
Юлдаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Координаталар

53°17′07″ с. ш. 58°36′43″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 819 006

ОКТМО коды

80 601 419 126

Юлдаш (Рәсәй)
Юлдаш
Юлдаш
Юлдаш (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Юлдаш

Географик урыны

үҙгәртергә

Юлдаш ауылы район үҙәге Асҡар ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 13 километр һәм Магнитогорск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 55 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Юлдаш (Көҙәсә) ауылына Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. XVIII быуат аҙағынан, 1786 йылдан билдәле. Ауылға тәүге төпләнеүсе тураһында мәғлүмәт юҡ. Атаһы ауылында улдары — Мөхәмәткәрим (1792) һәм Нарынғазы (1818) Юлдашевтар йәшәгән. Халҡы ярым күсмә тормош көтә.

1795 йылғы V рәүиз мәғлүмәттәре буйынса 10 йортта 48 кеше, 1859 йылда 27 хужалыҡта 200 кеше йәшәгән.

20 хужалыҡтың 16-һы йәйләүгә сыҡҡан. Шунда уҡ урындарҙа (Йәнгел, Маяғашлы, Сатра, Арҡа Йорт, Әйнәм Һүтәй йылғалары буйында) күсеп йөрөйҙәр, унда Юнай ауылында йәшәүселәрҙең дә йәйләү булған. Был — ике ауыл халҡының туғанлыҡ бәйләнешен күрһәтеүсе тағы бер дәлил. 40 кешегә 500 ат, 250 һыйыр, 400 һарыҡ, 70 кәзә тура килгән. Юлдаштар күршеләренән етеш йәшәгән, уларҙың 16 дисәтинә һөрөнтө ере булған. 1842 йылда 8 бот ужым һәм 332 бот яҙғы иген сәселгән. Сәсеүҙең яртыһынан күберәге Мөхәмәткәрим Яныбаевтыҡы (140 бот) һәм Хәбибулла Боҫҡоновтыҡы[3][4].

1866 йылда Юлдаштағы 30 хужалыҡта 199 кеше донъя көткән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[5].

1920 йылда ауылда 283 кеше йәшәгән. XX быуаттың 30‑сы йылдарында Юлдаш ауылына XVIII быуат уртаһында нигеҙ һалынған Юнай ауылы ҡушылған[6].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Халыҡ иҫәбе
2002[7]2009[7]2010[8]
272373340
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (99 %)[9].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 237
1920 йыл 26 август 283
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 248
1959 йыл 15 ғинуар 228
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 287
2002 йыл 9 октябрь 272
2010 йыл 14 октябрь 340 166 174 48,8 51,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Әлеге ваҡытта ауылда Гусев урта мәктәбе филиалы — Юлдаш башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[10].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Әхмәтҡужина Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы (28 февраль 1951 йыл) — журналист, шағир һәм драматург. 1981 йылдан республика матбуғат баҫмалары, шул иҫәптән 2002—2007 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре. 1989 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2006).

Урамдары

үҙгәртергә
  • Бригада урамы (рус.  Бригадная (улица)
  • Ишбулды Әхмәтшин урамы (рус.  Ишбулды Ахметшина (улица)
  • Күстән урамы (рус.  Кустян (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[11]

Видеояҙмалар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Юлдаш (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. История деревни Юлдашево Абзелиловский район 2021 йыл 7 май архивланған.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 37. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Юлдаш (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 37. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. 7,0 7,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  8. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  9. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  10. Юлдаш (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. Улицы