Плаксин Игорь Николаевич

Плаксин Игорь Никола́евич (8 октябрь 1900 йыл15 март 1967 йыл) — ғалим-педагог, тау инженеры, техник фәндәр докторы, профессор, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1946). Заманса затлы металдар гидрометаллургияһына һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыуға нигеҙ һалыусы. 3-сө дәрәжә ике Сталин премияһы лауреаты (1951, 1952).

Плаксин Игорь Николаевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 8 (21) октябрь 1900
Тыуған урыны Өфө, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 15 март 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1] (66 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[1]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө Гидрометаллургия[d] һәм обогащение полезных ископаемых[d]
Эш урыны Институт горного дела имени А. А. Скочинского[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Аспиранттар Чантурия, Валентин Алексеевич[d]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
 Плаксин Игорь Николаевич Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Игорь Николаевич Плаксин 1900 йылдың 8 октябрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Өфө ҡалаһында тыуа.

1926 йылда Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетын тамамлай, байыҡтырыу һәм гидрометаллургия өлкәһендә тау инженеры квалификацияһын ала.

1927 йылдан СССР Фәндәр академияһының Химия институтында академик Н. С. Курнаковтың лабораторияһында эшләй, унда затлы металдарҙың гидрометаллургияһы мәсьәләләрен тикшереү һәм физик химия, ҡаты есемдәр физикаһы һәм минералогия нигеҙендә байыҡтырыуҙың ҡатмарлы процестарын өйрәнеү менән шөғөлләнә.

1928 йылда Мәскәү тау академияһына доцент вазифаһына эшкә күсә, алтын һәм аҡ алтын металлургияһы курсы буйынса лекциялар уҡый.

1930—1962 йылдарҙа М.И. Калинин исемендәге Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институтында (хәҙер — Төҫлө металдар һәм алтын дәүләт университеты) алтын һәм платина металлургияһы кафедраһы һәм лабораторияһы мөдире булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, 1941—1943 йылдарҙа, Файҙалы ҡаҙылмаларҙы механик эшкәртеү һәм байыҡтырыу институтының фәнни-техник бүлеге буйынса директор урынбаҫары булып эшләй, 1944 йылдан СССР Фәндәр академияһының Тау эше институты тәҡдиме буйынса үҙе ойошторған лабораторияны, һуңынан файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу бүлеген етәкләй (биш лаборатория составында). Шулай уҡ С.М. Киров исемендәге Урал политехник институтының кафедра мөдире була.

1946 йылдың 4 декабренән — СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты — техник фәндәр бүлеге (тау эше һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу, металлургия).

1947 йылдан 1955 йылға тиклем — СССР Фәндәр академияһы Тау эше институты директоры урынбаҫары.

1949 йылда Д.М. Юханов менән берлектә «Гидрометаллургия»ның капиталь монографияһын баҫтыра, шуның өсөн Сталин премияһы лауреаты исеменә лайыҡ була.

20 йыл дауамында металлургия һөнәрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй аттестация комиссияһының эксперт комиссияһы ағзаһы һәм рәйесе, ә ғүмеренең һуңғы йылдарында Юғары аттестация комиссияһы пленумы ағзаһы була

800-ҙән ашыу баҫма хеҙмәт һәм 50-нән ашыу уйлап табыу авторы

1967 йылдың 15 мартында вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында (6-сы участка) ерләнә.

И.Н. Плаксин гидрометаллургияның һәм мәғдәндәрҙән затлы металдар алыуҙың фәнни нигеҙҙәрен эшләй, амальгамация процесын теоретик яҡтан нигеҙләй, цианлау процесын интенсивлаштырыуҙың һөҙөмтәле ысулын тәҡдим итә. Флотация ваҡытында газдарҙың минералдар менән тәьҫир итешеү теорияһын төҙөй, шулай уҡ бер нисә ҡатнаш ысул (флотоултырыу, өҫтәлдәрҙә флотогравитация) эшләй. 1977 йылдан йыл һайын Плаксин уҡыуҙары үтә.

Бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Плаксин Игорь Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 Плаксин Игорь Николаевич на сайте Архивов РАН

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Плаксин Игорь Николаевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Плаксин Игорь Николаевич / Глембоцкая Т. В. // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  • Чествование члена-корр. АН СССР И. Н. Плаксина // Вестник АН СССР. — 1951. — № 1. — С. 91
  • Учёные ИГД им. А. А. Скочинского и развитие горной науки / Под ред. Ю. Л. Худина. — М. : Изд-во АГН, 1997. — 239 с.

Һылтанмалар үҙгәртергә