Ғәләүетдинов Сәрүәр Әбүталип улы
Ғәләүетдинов Сәрүәр Әбүталип улы (25 сентябрь 1950 йыл) — уҡытыусы, шағир. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Сәрүәр Ғәләүетдинов | |
Ғәләүетдинов Сәрүәр Әбүталип улы | |
Тыуған көнө: |
25 сентябрь 1950 (74 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы, Бөрйән районы Ҡолғана ауылы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Йүнәлеше: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Биографияһы
үҙгәртергәСәрүәр Әбүталип улы Ғәләүетдинов 1950 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ҡолғана ауылында тыуған.
Буласаҡ шағир өләсәй тәрбиәһендә бала саҡтан халыҡ моңдарын тыңлап, халыҡ йолаларын күреп үҫә. Өләсәһе бик күп әкиәттәр, риүәйәттәр, хикәйәттәр, легендалар, мәҡәлдәр, әйтемдәр белгән була.
Мәктәп йылдарынан уҡ Сәрүәр Ғәләүетдинов шиғырҙар яҙа башлай. Уның шиғырҙары «Ленинсы», «Башҡортостан», Бөрйәндең «Таң», Әбйәлилдең «Осҡон» гәзиттәрендә баҫыла.
Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндә, журналистика буйынса курс тамамлай, шиғырҙар яҙыуын да ташламай. Шиғырҙары «Литературная газета» һәм «Известия Башкортостана» гәзиттәрендә донъя күрә.
Армиянан һуң тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, колхозда бригадир булып эшләй. 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, оҙаҡ йылдар ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
Шиғырҙары «Йәш көстәр» альманахында (1981, 1982, 1983) баҫылып сыға.
2005 йылда «Һәнәк» журналының, «Башҡортостан» гәзитенең лауреаты була.
Сәрүәр Ғәләүетдиновтың бик күп шиғырҙарына Нур Дауытов, Ғ. Дәүләтбирҙин, Н. Абдуллина, А. Ғайсин, Р. Ханнанов тарафынан халыҡ араһында киң таралған йырҙар яҙылған.
«Күңелемдә эйәрле ат» исемле тәүге китабы 1993 йылда донъя күрә. 2010 йылда «Былбылдар һайрағанда» тигән китабы баҫылып сыға.
Сәрүәр Ғәләүетдиновтың ижады башҡорт ауылының йылъяҙмаһын сағылдыра. Уның әҫәрҙәре тәрән йөкмәткеле, башынан аҙағынаса халыҡсан рух менән һуғарылған. Ауыҙ-тел ижады нигеҙендә ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға таянып яҙылған әҫәрҙәре тәрән фәлсәфәүи йөкмәткеһе менән айырылып тора.
Китаптары
үҙгәртергә- Алдаҡсы бүҙәнә : Йомаҡтар/ С.Ә. Ғәләүетдинов. — Өфө: Китап, 1996. — 32 бит.
- Ауылым тарихы — халҡым тарихы : документаль-публицистик белешмә/ С.Ә. Ғәләүетдинов. — Учалы, 2015. — 38 бит.
- Былбылдар һайрағанда : Шиғырҙар/ С.Ә. Ғәләүетдинов. — Өфө: Китап, 2010. — 184 бит.
- Күңелемдә эйәрле ат : Шиғырҙар/ С.Ә. Ғәләүетдинов. — Өфө: Китап, 1993. — 30 бит.
- Моң тылсымы : Шиғырҙар/ С.Ә. Ғәләүетдинов. — Өфө: Китап, 2006. — 32 бит.
- Семәрле беләҙек. Ажурный браслет. : Йомаҡтар/ С.Ә. Ғәләүетдинов; Рус теленә тәржемәсеһе Усманов Б. Н.. — Өфө: Китап, 2015. — 80 бит.
- Серҙәремде систем. Шиғырҙар/ С.Ә. Ғәләүетдинов. — Өфө: Китап, 2001. — 40 бит.
Уның тураһында әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бәшәров. Ф. Төпкөлдән сыҡҡан шағир // Башҡортостан. — 2008. — 10 июнь. — 4-се бит.
- Моң тылсымы ташламаһын // Таң. — 2009. — 1 окт. — 3 -сө бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской: Справочник/ Сост. Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа, 2006. — С.139-140.
- Писатели земли башкирской: Справочник/ Сост. Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Перераб. и доп. второе изд. — Уфа, 2015. — С.184.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бөрйән районы китапханаһы сайты 2016 йыл 10 ноябрь архивланған.
- Все новости Башкортостана 2020 йыл 17 июнь архивланған.