Өҫән-Ивановка
Өҫән-Ивановка (рус. Усень-Ивановское) — Башҡортостандың Бәләбәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 882 кеше[2].
Почта индексы — 452033, ОКАТО коды — 80209840001.
Ауыл | |
Өҫән-Ивановка рус. Усень-Ивановское | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Милли состав |
урыҫтар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452033 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 882 | 399 | 483 | 45,2 | 54,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергәӨҫән-Ивановка ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа 18 саҡрым һәм Аксаков тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 29 саҡрым алыҫлыҡта Өҫән йылғаһы буйында урынлашҡан. Өҫән-Ивановка ауылына старообрядсылар тарафынан 1741 йылда нигеҙ һалына. Түбәнге Новгород губернаһы Балахнин өйәҙенең Городец ҡасабаһынан һәм Кама йылғаһы буйындағы Шуран ауылынан күсеп килгәндәр. Өҫән-Ивановка ауылы урынында мең башҡорт ҡәбиләһе йәшәгән Ырыҫлы тип аталған тораҡ пункт булған. Һуңынан башҡорттар Ҡыҙрас ауылына күсенәләр. 1761 йылда Урал сәнәғәтсеһе Иван Петрович Осокин Өҫән йылғаһы буйында үҙенең сираттағы баҡыр иретеү заводын төҙөй. Иоанн Предтеча Раштыуаһы көнөндә уны яҡтырта, шуға күрә үҙ исемдәренең ҡушылыуынан «Өҫән-Иваново заводы» исеме тыуа. 1761 йылда быуа төҙөлә, уның ресурстары баҡыр иретеү заводының эшен тәьмин итә. Завод 1761 йылдың 29 ноябрендә эш башлай. 1864 йылда завод ябыла. Быуа йәшәүен дауам итә һәм «Барский пруд» исемен һаҡлап ҡала. Өҫән йылғаһы буйында 12 һыу тирмәне төҙөлгән. Беренсе тирмән 1905 йылда элекке («Барский пруд») быуаһында төҙөлгән. 1911 йылдың июль башында Сергей Эфрон менән Марина Цветаева ҡымыҙ менән дауаланырға килә. Ауылда ағалы-ҡустылы Баязит менән Шәңгәрәйҙең 2 ҡымыҙ менән дауалау үҙәге булған. Улар Квашниндарҙың түбәнге урамындағы бүлмәһен ҡуртымға алған. Марина Цветаева Өҫән-Ивановка ауылында бер айҙан ашыу йәшәгән. Улар туҡтаған йорт һаҡланмаған, был урында мемориаль таҡтаташ тора, ә урам уның исемен йөрөтә. 1992 йылда Цветаеваға Рәсәйҙә беренсе һәйкәл ҡуйыла. 1993 йылда урман хужалығы бинаһында М. Цветаеваның музейы асылған. 1910 йылда ауылда 1500 йорт, 5 урам иҫәпләнә: Шишовка, Үрге, Урта, Квашнинка, Заречная. Ике сиркәү — старообрядсылыҡ ғибәҙәтханаһы (1906), Раскольниктар ғибәҙәтханаһы (1842), ике мәктәп, медпункт, өс кибет (магазин), ҡабаҡ, һырахана булған. Игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, заводта эшләгәндәр. Ауылда улус идараһы урынлашҡан. Ауыл эргәһендә Өҫән-Ивановка заказнигы урынлашҡан.
Халҡы: 1795 йылда — 671 кеше, 1865 йылда 276 йортта — 1813 кеше кеше, 1906 йылда — 1083 кеше; 1920 йылда — 3374 кеше; 1939 йылда — 2923 кеше; 1959 йылда — 1518 кеше; 1989 йылда — 916 кеше; 2002 йылда — 926 кеше; 2010 йылда — 882 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, шәфҡәт туташы хеҙмәте бүлеге, мәҙәниәт йорто («Рябинушка» урыҫ халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, сиркәү, Цветаева М. музейы бар; Цветаеваның тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй[3][4][5].
Урамдары
үҙгәртергәИсемдәре:[6]
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- Пушкин посадкаһы — 1899 йылда А. С. Пушкиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ултыртылған ҡарағай, шыршы, ҡарағас ағастары.
- Цветаева аллеяһы — 1992 йылда М. Цветаеваның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы ултырталған ҡарағай ағастары.
- Пушкин аллеяһы — 1999 йылда А. С. Пушкиндың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы күк шыршы һәм йүкә ағастары.
- Барский пруд (Бай быуаһы) — 12 гектар майҙанлы матур һыуһаҡлағыс.
- Девичий ключ (Ҡыҙҙар шишмәһе) — таҙа һыулы шишмә..
- Өҫән-Ивановка заказнигы — уның территорияһында ҡарағай урмандары, ҡайын сауҡалығы урынлашҡан. 1869 йылда бында В. И. Даль килә.
- Старообрядсылар сиркәүе — 1895 йылда төҙөлгән.
- «Аслыкүл тәбиғәт паркы» — тоҙло һыулы күл, Башҡортостандың иң ҙур күле, М. Цветаева музейынан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан
- Марина Цветаеваның йорт-музейы — 1993 йылдың 2 октябрендә үҙ эшен башлай, 1992 йылда Рәсәйҙә М.Цветаеваға беренсе һәйкәл ҡуйыла.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- 1911 йылдың йәйендә Марина Цветаева, уның буласаҡ ире Сергей Эфрон Өҫән-Ивановкала ҡымыҙ менән дауалана. 1993 йылда ауылда Марина Цветаева музейы асыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәВидеояҙмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 19 апрель 2020. Архивировано из оригинала 12 сентябрь 2019 года. 2019 йыл 12 сентябрь архивланған.
- ↑ Авторская платформа| Pandia.ru / История села
- ↑ «Литературная газета» Республики Башкортостан. Село Усень-Ивановка
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Өҫән-Ивановка ауылы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Өҫән-Ивановка // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 апрель 2022)
- «Литературная газета» Республики Башкортостан. Село Усень-Ивановка
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
- Архивированная копия . Дата обращения: 19 апрель 2020. Архивировано из оригинала 12 сентябрь 2019 года. 2019 йыл 12 сентябрь архивланған.
- Авторская платформа| Pandia.ru / История села
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Өҫән-Ивановка ауылы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Өҫән-Ивановка Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |