Маслов Сергей Михайлович

Маслов Сергей Михайлович (25 сентябрь 1912 йыл — 1 август 1972 йыл) — совет хәрби етәксеһе, генерал-майор (1958)

Маслов Сергей Михайлович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 сентябрь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Дурасов ауылы, Q43425807?, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 август 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Киев
Һөнәр төрө офицер
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Хәрби звание генерал-майор[d]
Командалыҡ иткән 14-я отдельная армия ПВО[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Кутузова II степени медаль «За Одру, Нису и Балтику» «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы орден Богдана Хмельницкого II степени В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» Virtuti Militari медаль «За Варшаву 1939—1945» медаль «Китайско-советская дружба»

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Михайлович Маслов 1912 йылдың 25 сентябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы Рассвет ауыл советы биләмәһендәге Дурасов ауылында тыуа. Рус[1].

Армия хеҙмәтенә тиклем Омск өлкәһенең Сарлаҡ районындағы «Большевик» совхозында эшселәр комитеты секретары булып эшләй[1].

Хәрби хеҙмәте

үҙгәртергә

1931 йылдың майынан М. В. Фрунзе исемендәге Омск пехота мәктәбенә инеү өсөн әҙерлек курстарында уҡый, һуңынан 26 сентябрҙә ошо мәктәптең курсанты тип алына. 1932 йылда ВКП(б) сафына инә. 1934 йылдың ноябренән Барнаул ҡалаһында урынлашҡан Себер хәрби округының 78-се уҡсылар дивизияһының 234-се уҡсылар полкында взвод командиры һәм штабы начальнигы ярҙамсыһы була. 1939 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия>ның ситтән тороп уҡыу бүлегенә инә. 1 сентябрҙән шул уҡ округта 1-се (оператив) начальнигы ярҙамсыһы, ә декабрҙән—107-се уҡсылар дивизияһы штабының 4-се бүлексәһе начальнигы. 1940 йылдың июленән курсанттар ротаһы командиры булып хеҙмәт итә, ә 1941 йылдың мартынан — Белоцерковь уҡсылар-пулемет училищеһында курсанттар батальонының уҡыу бүлеге начальнигы[1].

Бөйөк Ватан һуғышы

үҙгәртергә

Һуғыш башланғас, 1941 йылдың июлендә училище Томск ҡалаһына күсерелә һәм Томск пехота училищеһы тип үҙгәртелә, ә өлкән лейтенант Маслов курсанттар батальон командиры итеп тәғәйенләнә. Октябрҙән Себер хәрби округының 45-се курсанттар уҡсылар бригадаһы штабының 1-се (оператив) часы начальнигы вазифаһын башҡара. Һуңынан был хәрби ойошма Баш Юғары командующий ставкаһы резервына сығарыла, аҙаҡтан 3-сө удар армияға индерелә һәм Төньяҡ-Көнбайыш (27 декабрҙән) һәм Калинин (1942 йылдың 21 ғинуарынан) фронттарында һуғыша. 1942 йылдың ғинуар — февралендә Торопецк-Холмск һөжүм операцияһында ҡатнаша, яралана. Мартта ошо уҡ бригадаһының штаб начальнигы итеп тәғәйенләнә. Апрелдә Төньяҡ-көнбайыш фронттың 1-се удар армияһына тапшырыла һәм Залучье районыныда һуғыша[1].

1942 йылдың 19 декабрендә подполковник Маслов 397-се уҡсылар дивизияһы штаб начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1943 йылдың февралендә уның менән Демьян һөжүм операцияһында ҡатнаша. Март аҙағында — апрель башында ВГК Ставкаһы резервына сығарыла һәм Ялан хәрби округына (Ефремов ҡалаһы районыына) ташлана, һуңынан Брянск фронтының 63-сө армияһына инә һәм Курск һуғышында, Орел, Брянск һөжүм итеү операцияларында ҡатнаша. 1943 йылдың октябрь башында уның частары Сожйылғаһы аша сығып, Белоруссия территорияһында инә. 1943 йылдың ноябрь уртаһынан дивизия Белорус фронтының 63 армияһы составында Гомель-Речица һөжүм операцияһында ҡатнаша. Рогачев ҡалаһына яҡын килгәс, ул декабрь башында 1-се Украин фронтының 1-се армияһына ташлана һәм Житомир-Бердичев һөжүм операцияһында, Коростень, Домбровица (Дубровица) һәм Сарны ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Юғары Баш командующийҙәң 1944 йылдың 14 ғинуарындағы 6-сы бойороғо менән уға «Сарны» исеме бирелә. 1944 йылдың 27 ғинуарында уның частары Ровно-Луцк һөжүм итеү операцияларында ҡатнаша (дөйөм Ковель йүнәлешендә), һуңынан оборонала тора (1-се Украин фронтыны уң флангыһы). Ошо алыштар өсөн полковник Маслов 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Март башында дивизия 47-се һәм 70-се армияға буйһона, һуңынан, 13 марттан 61-се армияға ирнә һәм уның составында 2-се Белорус, Белорус (6 апрель) һәм 1-се Белорус (17 апрель) фронттарында һуғыша. Полесье, Белорус, Люблин-Брест һөжүм операцияларында ҡатнаша. 1944 йылдың авгусында Маслов ҡаты яралана. Хәрби отличиеһы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ һәм 2-се дәрәджә Богдан Хмельницкий ордендары менән бүләкләнә[1].

1944 йылдың 29 ноябрендә Ҡыҙыл Байраҡлы Суворов һәм Кутозов орденлы 212-се Кричев уҡсылар дивизияһында командалыҡ итә башлай. 25 декабрҙә ул 61-се армия составында 1-се Балтик буйы фронтынан 1-се Белорус фронтына күсерелә һәм Висла-Одер, Варшава-Познанск, Көнсығыш-Померан һәм Берлин һөжүм операцияларында ҡатнаша. Һуғыштың һуңғы этаптарындағы операцияларҙа оҫта командалыҡ иткәне өсөн полковник Маслов кутузов ордендары полковник икенсе Ҡыҙыл Байраҡ һәм 2-се дәрәжә Кутузов ордены менән наградлана[1].

Һуғыш ваҡытында комдив Маслов Юғары Баш уомандующийҙың рәхмәт белдерелгән бойороҡтарында шәхсән биш тапҡыр телгә алына[2].

Һуғыштан һуңғы осор

үҙгәртергә

1945 йылдың июлендә Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң Хәрби соаеты ҡарамағына күсерелә, һуңынан Берлин округы округ хәрби комендатураһы идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә[1].

1946 йылдың ғинуарынан 1948 йылдың февраленә тиклем К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияла уҡый, уны тамамлағандан һуң Приморье хәрби округының 39-сы армияһының 5-се гвардия уҡсылар корпусы штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә[1].

1949 йылдың ноябренән Приморье хәрби округы штабының Оператив идаралығы начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡара[1].

1953 йылдың авгусынан 1955 йылдан 41-се уҡсылар дивизияһы тип үҙгәртелгән ДВО-ның уҡсылар дивизияһы менән командалыҡ итә[1].

1956 йылдың ғинуарынан илдең Һауа һөжүменә ҡаршы ғәскәрҙәр штабының оператив идаралығы начальнигы һәм начальник урынбаҫары вазифаһын башҡара[1].

1957 йылдың сентябренән Һауа һөжүменә ҡаршы Урал армияһыштабы начальнигы һәм командующий урынбаҫары[1].

1959 йылдың декабренән генерал-майор Маслов — Һауа һөжүменә ҡаршы Киев армияһы командующийының 1-се урынбаҫары[1].

1960 йылдың майынан Һауа һөжүменә ҡаршы 14-се айырым армия менән командалыҡ итә. КПСС-тың XXII съезы делегаты[1].

1962 йылдың 7 майында генерал-майор-Маслов запасҡа сығарыла[1]. 1972 йылдың 1 авгусында Киевта вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
СССР

шул иҫәптән миҙалдар:

Юғары Баш командующийҙың С. М. Маслов телгә алынған Рәхмәт белдереү бойороҡтары[2].
Башҡа дәүләттәрҙең бүләктәре
  • рыцарь тәреһе «Виртути Милитари» рыцарь тәреһе ордены (ПХР)
  • «1939-1945 Варшава өсөн» миҙалы (ПХР)
  • «Одра, Ниса һәм Балтика өсөн» миҙалы (ПХР)
  • ике «Ҡытай-совет дуҫлығы» миҙалы (ҠХР)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 Коллектив авторов. Великая Отечественная: Комдивы. Военный биографический словарь. Командиры стрелковых, горнострелковых дивизий, крымских, полярных, петрозаводских дивизий, дивизий ребольского направления, истребительных дивизий. (Ибянский — Печененко). — М.: Кучково поле, 2015. — Т. 4. — С. 755—757. — 330 экз. — ISBN 978-5-9950-0602-2.
  2. 2,0 2,1 Приказы Верховного Главнокомандующего в период Великой Отечественной войны Советского Союза. Сборник. М., Воениздат, 1975.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Награждён в соответствии с Указом Президиума Верховного Совета СССР от 04.06.1944 «О награждении орденами и медалями за выслугу лет в Красной Армии»
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 5385, л. 1)
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 4167, л. 212)
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 38, л. 298)
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 107, л. 131)
  8. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 3858, л. 53)
  9. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1214, л. 20)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Коллектив авторов. Великая Отечественная: Комдивы. Военный биографический словарь. Командиры стрелковых, горнострелковых дивизий, крымских, полярных, петрозаводских дивизий, дивизий ребольского направления, истребительных дивизий. (Ибянский — Печененко). — М.: Кучково поле, 2015. — Т. 4. — С. 755—757. — 330 экз. — ISBN 978-5-9950-0602-2.