Арыҫланов Әмир Солтан улы

Арыҫланов Әмир Солтан улы (25 сентябрь 1926 йыл — 23 февраль 1987 йыл) — рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1986). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Арыҫланов Әмир Солтан улы
Файл:ASArslanov.jpg
Тыуған:

25 сентябрь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны:

Бәләбәй кантоны Кәлшәле ауылы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Үлгән:

23 февраль 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (60 йәш)

Үлгән урыны:

Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Уҡыған урыны:

Өфө сәнғәт училищеһы

Наградалары:

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
Памятная медаль участника выставки произведений художников 16-ти автономных республик, 1971

Биографияһы

үҙгәртергә

Әмир Солтан улы Арыҫланов 1926 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1] Кәлшәле ауылында тыуған. Атаһы тимерсе булып эшләгән. Уларҙың ғаиләһендә ун бала була. Әсәләре бик иртә донъя ҡуя[2].

1941 йылда Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға инә, әммә уны тамамларға насип булмай. 17 йәшендә егетте армия сафына алалар. 1944 йылда алғы һыҙыҡҡа снаряд ташый. Аҙаҡ II Прибалтика фронтының уҡсы дивизияһында уҡсы булып хеҙмәт итә. Һуғыштар менән Латвия, Литва, Эстония аша үтә. Еңеүҙе Шауляй ҡалаһы янында алғы һыҙыҡта ҡаршылай. Бынан һуң биш йыл Ленинградта, Гатчинала хеҙмәт итә.

Запасҡа ҡайтарылғандан һуң, 1950 йылда, Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлегенә уҡырға инә.

1955 йылда училищены тамамлап, Октябрьский ҡалаһына эшкә китә, бында күп әҫәрҙәр ижад итә. Ҡалала 1975 йылға тиклем йәшәй.

Ижади эшмәкәрлеге күп яҡлы: портреттар, пейзаждар, жанр рәсемдәре төшөрә.

1963 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.

1987 йылдың 23 февралендә Өфөлә вафат була.

Рәссамдың әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә
  • 1958 йылдан башлап бөтә республика күргәҙмәләрендә ҡатнаша, Өфө ҡалаһы.
  • «Урал социалистический» зона күргәҙмәләре: Свердловск, 1964; Пермь, 1967; Силәбе, 1969.
  • Персональ күргәҙмә, Өфө, 1970.
  • РСФСР-ҙың автономиялы республикалары рәссамдарының әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • Персональ күргәҙмә, Октябрьский, 1975.

Төп эштәре

үҙгәртергә

Мать, 1958. Дорога, 1958. Осенний день, 1958. Весенний городской пейзаж, х. м., 1958. Пасмурный день, х. м., 1959. Портрет пионерки, х. м., 1959. Женский портрет, 1961. Доярка, 1960. Нефтяник, 1961. Портрет тракториста, х. м., 1960. Мальчик, х. м., 1961. Портрет монтажника, х. м., 1963. Салават Юлаев, х. м., 1963. Портрет старого конюха, х. м., 1964. Портрет старого большевика-революционера Шагиахметова, х. м., 1970. Сказ об Урале, х. м., 1967. Октябрьский строится, х. м., 1968. Заслуженный хирург республики Кривошеев,[3] х. м., 1969. Заслуженный нефтяник Р. Халафеев, 1971. Весна на ферме, х. м., 1972. Утро Нарыш-Tay, х. м., 1973. Поэт Тимер Арсланов, х. м., 1973. Хлебороб, х. м., 1973. Солдат тыла, х. м., 1975. Портрет Героя Советского Союза начальника аэропорта в г. Октябрьском Н. И. Дехтеря, х. м., 1975. Портрет Героя Советского Союза и Героя Социалистического труда, заслуженного нефтяника Р. Нуркаева, х. м., 1975. Полдень, х. м., 1976. Общественный лектор, участник Великой Отечественной войны, Ш. Тухватуллин, х. м., 1977.

Эштәренең бер серияһын А. С. Пушкинға арнаған («А. С. Пушкин в окрестностях Белогорской крепости» (1986 г.)). 1978 йылда Әмир Солтан улы үҙенең иң яҡшы һүрәтен төшөргән «Лев Толстой в степях Башкирии».[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  1. Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
  2. Каталоги художественных выставок БАССР разных лет.
  3. Газета «Советская Башкирия», 1975 от 13 мая, статья «Выставка работ ветерана».
  4. Газета «Октябрьский нефтяник», 1975, 17 июля. Статья «Продолжение подвига».
  5. Фенина Э. П. Арсланов Амир Султанович // Фенина Э. П. Художники Башкортостана. XXвек. — Уфа, 2002. — С. 20-22

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә