Мәскәү (Дүртөйлө районы)

Мәскәү (рус. Москово) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1879 кеше[4]. Почта индексы — 452311, ОКАТО коды — 80224822001.

Мәскәү
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Мәскәү ауыл Советы (Дүртөйлө районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Мәскәү ауыл Советы (Дүртөйлө районы) һәм Бөрө өйәҙе
Халыҡ һаны 1788 кеше (2002)[2],
1882 кеше (2009)[2],
1879 кеше (2010)[3]
Почта индексы 452311
Карта

Мәскәү ауылына нигеҙ һалған аҫаба башҡорт Мәскәү Аҡъегетов Шамшаҙы улусы башҡорттары Русай Иванаев, Әкәнәй Бишенбаев һәм тағы ла бер нисә иптәше менән 1709 йылда Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан ерҙәрен Бөрөнөң дин әһелдәренә ауыл булдырыу хоҡуғы менән ҡуртымға бирә[5].

1739 йылдың 27 июнендә башҡорттар Биккенә Дәүләтов, Абдрахман Яҡаев, Ҡонор Үмәров һәм Шамшаҙы улусының Итекәй, Әкәнәй ауылдары аҫабалары менән бергә, башҡорттарға йыл һайын һалынған яһаҡты (40 тин) түләп тороуҙа ярҙам иткән өсөн, Яубаҙы йылғаһы буйындағы һөрөнтө ерҙәрен Бөрө гарнизоны канониры Г. И. Погореловҡа һәм уның ҡустыһына ҡуртым биреү тураһында килешеү төҙөй, һәм шул документта Мәскәү ауылы тәүге тапҡыр атала[5].

Биш йылдан һуң Абдрахман Яҡаев Ҡаршын улусы башҡорто Шәриф Мораҡовтан (Мрятов) бурысҡа 30 һум алып торған татарға (Һарыһаҙ ауылынан) яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыусы булараҡ сығыш яһай. Тап ошо факттар Мәскәү ауылының XVIII быуатта барлыҡҡа килеүен раҫлай[5].

1789 йылда ауыл халҡы Ишмән һәм Күҫәдек ауылдары кешеләрен бер ниндәй документтарһыҙ үҙ ерҙәренә индерә. 1795 йылда Мәскәү ауылында 349 башҡорт, 52 типтәр, 43 мари, 1816 йылда ярашлы рәүештә 420 башҡорт, 124 типтәр һәм мари, 1834 й. — 546 башҡорт, 168 типтәр һәм мари, 1859 й. — 852 башҡорт, 266 типтәр һәм мари, 1920 йылда 2 мең 512 башҡорт һәм 520 типтәрҙәрҙең йәшәүе теркәлә[5].

1920 йылда ауылда башҡорттарҙың һәм типтәрҙәрҙең йәшәүе дөрөҫ күрһәтелә. Мәскәү ауылы — Бөрө кантонының Бөрө улусы үҙәге һәм 10-сы Башҡорт кантонының штаб-квартираһы ла була. 1836 - 1839 йылдарҙа бында хорунжий Әбделбасир Әбделвәхит улы Сәфәров кантон начальнигы вазифаһын башҡара. Уның улдары: Әбделхан, Абдулла, Ғатаулла, Сибәғәтулла 1873 йылда дворянлыҡ титулына лайыҡ була.

1843 йылда 546 башҡорттоң һәм типтәрҙең һәр береһенә 6,6 бот ужым игене, 7,9 бот яҙғы иген сәселә. Башҡорттар һәм типтәрҙәрҙең 200 дисәтинә һөрөнтө ере була, улар шулай уҡ 629 ат, 534 һыйыр, 789 һарыҡ, 461 кәзә аҫырай[5].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1879 948 931 50,5 49,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 97 км

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә