Ғәзизов Роберт Хәким улы

композитор, педагог
(Роберт Ғәзизов битенән йүнәлтелде)

Ғәзизов Роберт Хәким улы (25 сентябрь 1939 йыл) — башҡорт совет (1995 йылдан Америка) композиторы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, музыкаль-йәмәғәт эшмәкәре. 1974 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1978—1992 йылдарҙа Башҡортостандың Композиторҙар союзының идара рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1984). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Ғәзизов Роберт Хәким улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР[1]
 Рәсәй[1]
 Америка Ҡушма Штаттары[1]
Тыуған көнө 25 сентябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө композитор, музыка педагогы
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты[1]
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты[1]
Музыка ҡоралы фортепиано
Жанр Опера
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Роберт Хәким улы Ғәзизов 1939 йылдың 25 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1962 йылда Өфө авиация институтын тамамлай, Өфөлә заводта инженер булып эшләй, унан һуң Өфө нефть институтында уҡыта. 1968—1970 йылдарҙа Ҡазан консерваторияһының ситтән тороп уҡыу бүлексәһендә уҡый (педагог А. С. Леман).

1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай (педагогы Заһир Исмәғилев).

Институтты тамамлағас, Республика рус драма театрының музыкаль бүлеге мөдире була. 1968—1973 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.

1976 йылдан Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлеге идараһы секретары, 1978—1992 йылдарҙа рәйесе була. 1979 йылдан — РСФСР Композиторҙар берлеге идараһы секретары.

1995 йылдан АҠШ-та йәшәй һәм эшләй, донъя буйлап күп сәйәхәт итә. Үҙ йырҙарын башҡарыусы автор булараҡ сығыш яһай.

Ижадына жанрҙар һәм тематика төрлөлөгө, композиторлыҡ техникаһы алымдарын (алеаторика, сонористика, полистилистика) ҡулланыу хас. Сит илдә йәшәгән осоронда «техно» стилендәге электрон музыка ижад итә.

Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы фестивален, «Ағиҙел» эстрада йырын башҡарыусыларҙың Бөтә Союз конкурсын (1990 йылдан), республика музыка фестивалдәрен ойоштороусы була.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

Төп әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Симфониялар (1980, 1987, 1994), «Батырҙар иҫтәлегенә» симфоник поэмаһы(1985);

Скрипка өсөн (1987), фпейта менән оркестр өсөн (1988, 1989), симфоник оркестр өсөн (1986, 1990), эстрада-симфоник оркестрҙар өсөн (1981) концерттар;

Мостай Кәрим шиғырына (башҡортсанан Е. М. Николаевская тәржемәһендә) «В дороге — ноги… В песне — думы…» (1974), В. Г. Татаринов шиғырына «Я твой сын, Комсомол!» (1978) ораториялары.

Шамил Анаҡ шиғырҙарына хорҙар циклы (1973);

Камера-инструменталь музыка: 4 ҡыллы квартет, Флейта менән ҡыллы музыка ҡоралдары өсөн кончерто гроссо, фпейта, скрипка өсөн сонаталар;

Орган, флейта өсөн пьесалар;

«Али баба һәм ҡырҡ юлбаҫар» балеты (1975, Р. Ә. Бикчәнтәев һәм И. Х. Хәбиров либреттоһы);

Балалар өсөн «Марстың осоуы» (1985, С. Әлибай либреттоһы) операһы;

«Аэлита» мюзиклы (1992, Б. В. Заболоцких либреттоһы);

Ә. М. Мирзаһитовтың «Бәхтегәрәй» (1979), М. Кәримдең «Диктаторға ат бирегеҙ!» (1981), Б. Брехттың «Мамаша Кураж и её дети» (1976) пьесалары буйынса ҡуйылған һәм башҡа драматик спектаклдәргә музыка;

«Дорога в горах» (1975), «Я по земле иду» (М. Карим тураһында; 1976), «Молодой человек из приличной семьи» (1987) телевизион фильмдарына, «Карта для Петра», «Тайна золотой горы» (икеһе лә — 1984) кинофильмдарына һәм башҡаларға музыка;

М. Ғәли шиғырына «Аҡ ҡайындар», М. Сиражи шиғырына «Мөхәббәт йондоҙо», У. Кинйәбулатов шиғырына «Мин — бер тамсы», шулай уҡ «Ләйсән ямғыр», «День в сентябре», «Ожидание любви» тигән эстрада йырҙары;

«Эдвард» мюзиклы[2];

Инструменталь музыка: «Осенний дождь», «Эти широкие степи», «Не забудь этот день», «По дороге домой», «Последнее свидание», «Бесполезный разговор», «Уходя оглянись», «Все как в начале», «Ветер дальних странствий» и др.

  • Кудоярова Л. К. Заметки о двух премьерах Р. Газизова: симфоническая поэма «Памяти героев» и Фортепианный концерт // Музыка России. М., 1988. Вып. 7.
  • Салават Низаметдинов. Исповедь. Уфа, 2014. ISBN 978-5-903622-41-2

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Эдвард 2013 йыл 27 ноябрь архивланған.