Рәшитов Урал Камил улы

(Урал Рәшитов битенән йүнәлтелде)

Рәшитов Урал Камил улы (25 сентябрь 1961 йыл) — композитор, йырсы, музыкаль продюсер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Урал Камил улы Рәшитов
Тыуған

25 сентябрь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (63 йәш)

Тыуған урыны

Үтәймулла ауылы, Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

композитор, йырсы

Биографияһы

үҙгәртергә

Урал Камил улы Рәшитов 1961 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районы Үтәймулла исемле башҡорт ауылында тыуған[1]. Бала сағы Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында үтә, ошонда 1-се урта мәктәпте тамамлай[2].

Йәшлек сағында төрлө һөнәр буйынса эшләй[3]. Армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң, «Прогресс» ойошмаһы вокал-инструменталь ансамбленең етәксеһе була. Артабан Әлшәй районы мәҙәниәт йортоноң «Замана» эстрада-фольклор төркөмөнөң артисы булып сығыш яһай[2].

1980 йылдан композиторлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә[2]. Барый Алибасов етәкселегендәге «На-на» төркөмө уның «Йәй» (рус. «Лето») тигән йырын башҡара. Өфөлә «Аманат» студияһында[3], Хәниә Фәрхи етәкселегендәге «Байрам» ансамблендә, һуңынан Айҙар Ғәлимовтың «Айҙар» театр-студияһында эшләй.

Йырҙары Фидан һәм Азамат Ғафаровтар («Бергә йәшәү — бүләк»), Вәсилә Фәттәхова («Тыуған яҡ», «Яңғыҙ миләш»), Айҙар Ғәлимов («Ҡыҙыл раузалар»), Хәниә Фәрхи («Әлдермешкә ҡайтам әле»), Сәғиҙулла Байегет («Башҡорт ҡыҙына»), Фәдис Ғәниев («Башҡортостан»), Лилиә Биктимерова («Бәхет ҡошо»), Салауат Фәтхетдинов («Аҡ сирень, күк сирень», «Гөрләшеп йәшәйек, дуҫтар», «Сөләймән балдағы») һәм башҡаларҙың репертуарына кергән. Фильмдарға һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телетапшырыуҙарына музыка яҙа[4].

Хәҙерге ваҡытта үҙенең «Урал-медиа» продюсер үҙәгендә һәм вокал студияһында эшләй, Башҡортостан һәм Татарстан эстрада йырсылары менән хеҙмәттәшлек итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Гәлсәр һандуғас» телевизион фестиваленең «Йыл композиторы» премияһы (2003)[1].
  • «Аҡ барс» премияһы лауреаты[5].

Ҡатыны — Айгөл, йырсы, «Азалия» псевдонимы менән сығыш яһай. Улы — Морат, ҡыҙы — Әмирә[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Аургазинская земля — земля талантов! Муниципальный район Аургазинский район (8 июль 2011). Дата обращения: 22 февраль 2016.(недоступная ссылка)
  2. 2,0 2,1 2,2 Урал Камилович Рашитов. Отдел Культуры Администрации муниципального района Альшеевский район Республики Башкортостан (14 сентябрь 2015). Дата обращения: 22 февраль 2016. 2016 йыл 13 ноябрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 Хәлфетдинова Г. Моң шишмәһен эскәндер ул, Илһам диңгеҙҙәрен кискәндер... // Башҡортостан ҡыҙы : журнал. — 2012. — № 9.
  4. Васильева Е. Сюрприз Урала Рашитова. Республика Башкортостан (20 сентябрь 2011). Дата обращения: 22 февраль 2016. 2017 йыл 11 июль архивланған.
  5. Карпинская Н. Урал Рашитов: «Когда я жил в Казани — безумно скучал по Башкирии. Это же моя Родина…» Ва-Банкъ. Уфа (24 август 2015). Дата обращения: 22 февраль 2016. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә