Бүл-Ҡайпан
Бүл-Ҡайпан (рус. Буль-Кайпаново) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 682 кеше[1]. Почта индексы — 452848, ОКАТО коды — 80250820001.
Ауыл | |
Бүл-Ҡайпан Бүл-Ҡайпан | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 682 | 324 | 358 | 47,5 | 52,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 7 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 18 км
Ауыл тарихы
үҙгәртергәАуылға 18 быуат уртаһында Уҫы даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бүлеғарт-Ҡайпан исеме менән нигеҙ һала.[2] Бүлеғарт-Ҡайпан ауылы «оброк документтары булмаған осорҙа» мишәрҙәрҙе үҙенә алған аҫаба башҡорттар торамаһы. Мишәрҙәр IV һәм V ревизиялары (1783 - 95 йылдар) араһында ҡабул ителгән, һәм V ревизияла иҫәпкә алынған. Ул ваҡытта 14 хужалыҡта 24 ир-ат һәм 18 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән. 1798-1865 йылдарҙа улар Ырымбур губернаһының Бөрө өйәҙендә урынлашҡан 4-се мишәр кантонының 8-се йорто составына инә. 1811 йылда - 20, 1816 йылда - 23, 1834 йылда 37 мишәр ир-ат булған. Артабанғы халыҡ иҫәбен алыуҙа мишәрҙәр менән башҡорттар бергә иҫәпкә алынған. 1795 йылда 32 йорт-хужалыҡта 147 кеше иҫәпләнгән. 1812 йылда Пермь губернаһы Уҫы өйәҙенең Тайна улусының төрлө ауылдарынан 35 башҡорт ғаиләһе күсерелә. Был ауылда йәмғеһе 65 йортта 165 ир-ат һәм 178 ҡатын-ҡыҙ булған. Башҡорт һәм мишәрҙәрҙең Х ревизия буйынса 79 йортта 426 кеше булған. 1870 йылда 84 йортта 490 кеше теркәлгән. Өҫтәүенә башҡорттар (389 кеше) хата менән мишәрҙәргә, ә мишәрҙәр (111 кеше) типтәрҙәргә индерелгән (һуңғылары был ауылда бөтөнләй юҡ). 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу башҡорттар һәм мишәрҙәрҙе дөрөҫ иҫәпләй, 182 йортта 908 кеше иҫәпләнгән.
Ауылдың исеме түбәндәгесә аңлатыла: Бүлеғарт - «урман аръяғы» тигәнде аңлата, ә Ҡайпан - антропоним исеменән. 19 быуатта Яңы Ҡайпан исеме менән билдәле була, һуңынан - Оло Ҡайпан, бөгөн - Бүл-Ҡайпан исемен йөрөтә.
Башҡорттарҙың шөғөлдәре тураһында бер нисә мәғлүмәт (мишәрҙәр буйынса мәғлүмәттәр юҡ). 1842 йылда 343 кешегә 2040 бот ужым һәм 2280 бот яҙғы иген сәселгән, йәғни һәр кешегә 12,6 бот. 65 йорттоң һәр береһендә 1,4-әр йылҡы малы, 1,6-шар һыйыр малы, 1,4 һарыҡ, 0,6 кәзә булған.
Умартасылыҡ менән дә шөғөлләнгәндәр (1842 йылда 23 умарта һәм 2 солоҡ булған). 1842 йылда һәм 1870 йылда ауылда 2 мәсет күрһәтелә, әммә һуңғы осраҡта мәсеттәр эргәһендә «училище» телгә алына. 1816 йылда 1 «иҫке мәсет» бар тип яҙылған.
Бында 18-се йорт старшинаһы Рәхмәтулла Ҡанһуяров йәшәгән. Бөгөлмәнән Зәйнибәшир Баҡыевтың улы 1793 йылғы улы Илепеев, 1842 йылға тиклем Урал йылғаһы буйлап Ырымбур сик буйы хеҙмәтендә 5 тапҡыр булып өлгөргән. Уның улдары: Тайраүитдин, Шәғәфетдин, Шәүәләй.[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Бүл-Ҡайпан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.319
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Буль-Кайпаново // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.
- YouTube сайтында История одного села. Буль-Кайпаново. Татышлинский район РБ.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |