Әхмәҙуллин Вафа Мостафа улы

Әхмәҙуллин Вафа Мостафа улы (22 февраль 1922 йыл16 ноябрь 1998 йыл) — педагог, партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм Чехословакияның Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы. «Высокие Татры» партизан отряды командиры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1970). Ике беренсе (1945, 1985) һәм икенсе (1975) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Чехословакияның почётлы гражданы (1945).

Әхмәҙуллин Вафа Мостафа улы
Тыуған ваҡыты

22 февраль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[1] Һөләймән ауылы

Үлгән ваҡыты

16 ноябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (76 йәш)

Вафат урыны

Өфө ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

19411945

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1945 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1975
Чехословацкий Военный крест 1939

Биографияһы

үҙгәртергә

Вафа Мостафа улы Әхмәҙуллин 1922 йылдың 22 февралендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы) Һөләймән ауылында тыуған.

  • 1940 йылда хәрби хеҙмәткә алына.
  • 1942 йылдан Украинала хәрәкәт иткән партизандар отрядында взвод командиры.
  • 1944 йылдың август айында бер төркөм хәрбиҙәр менән Словак илендә башланған ҡораллы күтәрелешкә ярҙамға ебәрелә. Шул йылдың сентябрь айында «Бейек Татр» исемле партизандар отрядын ойоштора. 1945 йылдың февраль айына тиклем «Бейек Татр» отряды 36 хәрби бәрелеш үткәрә.
  • 1945 йылда хәрби хеҙмәттән ҡайтарылғанға тиклем Украинаның Ужгород өлкәһендә район эске эштәр бүлегендә етәксе урынбаҫары булып эшләй.
  • 1946—1949 йылдар Ҡорғат ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы.
  • 1949—1951 йылдар Әбдрәхим ете йыллыҡ мәктәбендә директор.
  • 1951—1952 йылдар Яңы Мишәр ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыу — уҡытыу бүлеге мөдире.
  • 1952—1954 йылдар КПСС-тың Мәсетле район комитетында эшләй.
  • 1954—1956 йылдар Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡытыусы, уҡыу — уҡытыу бүлеге мөдире.
  • 1956—1960 йылдар Нуриманов исемендәге колхозда партия ойошмаһы секретары.
  • 1964—1984 йылдар Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡытыусы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире.

1954 йылда Мәсәғүт уҡытыусылар институты, 1964 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған.

1998 йылдың 16 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була. Мәсетле районы Ҡотош ауылы зыяратында ерләнгән[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (08.05.1945[4]; 06.04.1985[5]);
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1975);
  • 1939 йылғы Чехословакия тәреһе ордены (1945);
  • «Батырлыҡ өсөн» (1945) миҙалы;
  • «Партизан һуғышында ҡатнашыусы» миҙалы (1981);
  • «Словак милли ҡораллы күтәрелешенә 20 йыл» миҙалы (1964);
  • ЧССР-ҙың хөрмәтле гражданины (1945);
  • БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989);
  • БАССР-ҙың иң яҡшы мәғарифәтсеһе (1970);[6][7]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Хажиев Р. Бейек Татр бөркөте. — Өфө, 1981;
  • Муса Ғәли. Тауҙар төш күрә. — Өфө, 1995;
  • Леонов Л. Высокие Татры. — Москва, 1968;
  • Беньо Л. Бейек Татр ирек өсөн көрәшә. — Попрад, 1982 (словак телендә);
  • Свобода Л. От Бузулука до Праги. — Москва, 1984.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. Авторы-составители: Ризван Хажиев, Гельшат Хусаинова. Уфа: Издательско-полиграфический комплекс при Администрации Президента Республики Башкортостан, 2000.

Һылтанмалар

үҙгәртергә