Ҡамышлытамаҡ

Баҡалы районындағы ауыл, Башҡортостан

Ҡамышлытамаҡ (рус. Камышлытамак) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Ҡамышлытамаҡ ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 468 кеше[2]. Почта индексы — 452661, ОКАТО коды — 80207825001.

Ауыл
Камышлытамак
башҡ. Ҡамышлытамаҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Баҡалы районы

Ауыл биләмәһе

Ҡамышлытамаҡ ауыл Советы

Координаталар

55°01′58″ с. ш. 53°43′20″ в. д.HGЯO

Халҡы

468[1] кеше (2010)

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 207 825 001

ОКТМО коды

80 607 425 101

ГКГН номеры

0523495

Камышлытамак (Рәсәй)
Камышлытамак
Камышлытамак

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Баҡалы): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 57 км

Ҡамышлытамаҡ ауылы Сөн йылғаһы буйында район үҙәгенән көньяҡҡа 25 километрҙа һәм Туймазы станцияһынан төньяҡҡа 57 километрҙа урынлашҡан[3].

Тарихы үҙгәртергә

1842 йылда Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусының Ҡуян ауылы (хәҙер — Иҫке Ҡуян ауылы) башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Яңы Ҡуян йәки Ҡамышлытамаҡ ауылына нигеҙ һалған.

1865 йылда 25 хужалыҡта 150 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

1906 йылда Ҡамышлытамаҡта мәсет, һыу тирмәне, 2 запас икмәк һаҡлау мөгәзәйе теркәлгән[4].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Ҡамышлытамаҡта башҡорттар, татарҙар йәшәй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1906 645
1920 йыл 26 август 905
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1087
1959 йыл 15 ғинуар 794
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 529
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 468 224 244 47,9 52,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөгөнгө ауыл үҙгәртергә

Ҡамышлытамаҡ ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[5].

Билдәле кешеләре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Ҡамышлытамаҡ ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 250-ләп ир-егет китә, шуларҙың 150-гә яҡыны яу ҡырында башын һалған. Ҡамышлытамаҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә обелиск ҡуйылған (1976)[6].

Урамдары үҙгәртергә

  • Ҡайынлы урамы (рус.  Берёзовая (улица)
  • Клуб урамы (рус.  Клубная (улица)
  • Урман урамы — (рус.  Лесная (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Таулы урамы (рус.  Нагорная (улица)
  • Йылға урамы — (рус.  Речная (улица)
  • Ҡарағай урамы — (рус.  Сосновая (улица)
  • Үҙәк урамы — (рус.  Центральная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[7]

.

Тирә-яҡ мөхит үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар, күлдәр:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр, юл:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡылар:

  • Ауыл эргәһендә Ҡамышлытамаҡ боронғо ҡәберлеге[8].

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
  • Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә