Столяров Евгений Васильевич
Столяров Евгений Васильевич (22 февраль 1922 йыл — 21 март 1985 йыл) — нефть сәнәғәте эшмәкәре. 1972—1985 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең генераль директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. КПСС-тың XXV съезы делегаты (1976). РСФСР-ҙың туғыҙынсы һәм унынсы, Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған (1972) һәм СССР-ҙың почётлы (1979) нефтсеһе.
Столяров Евгений Васильевич | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 22 февраль 1922 |
Тыуған урыны | Бөгөлмә ҡалаһы, Бөгөлмә кантоны[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 22 март 1985 (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тау инженеры |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ[2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЕвгений Васильевич Столяров 1922 йылдың 22 февралендә Татар АССР-ының (хәҙерге Татарстан Республикаһының) Бөгөлмә ҡалаһында тыуған.
Атаһы Василий Андреевич 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнаша, билдәле «Варяг» крейсерендә карап фельдшеры булып хеҙмәт итә. Һуғыштан яраланып һәм күкрәгенә Георгий тәреһе тағып ҡайта. Ҡалған ғүмерен фельдшер һөнәренә бағышлай. Әсәһе Мария Дмитриевна — өй хужабикәһе.
Евгенийҙың бала һәм үҫмер сағы хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы ҡалаһында үтә. 1939 йылда мәктәпте отличие менән тамамлай һәм «Путь Ленина» район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
1940 йылдан — Ростов артиллерия училищеһы курсанты. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән тиерлек фронтта, 1941 йылдың октябренән Ростов ҡалаһын обороналауҙа ҡатнаша. Артабан орудие командиры старшина Столяров Төньяҡ Кавказда, Белоруссия, Украина, Румыния, Польша, Венгрия һәм Чехословакия биләмәләрендә немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғыша. Ике тапҡыр яралана, контузия ала. Шәхсән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1945) ордендарына, «Батырлыҡ өсөн» миҙалдарына лайыҡ була. Хәрби хеҙмәттән 1947 йылда демобилизациялана.
Шул уҡ йылда Өфө нефть институтына уҡырға инә һәм уны 1952 йылда «нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү буйынса тау инженеры» һөнәре буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлап сыға.
Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1952 йылда Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан сигендә, Иглин районының Орловка ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан Ҡолтүбә быраулау контораһының өлкән инженеры булып башлай, артабан бүлек начальнигы, нефть ятҡылыҡтарын разведкалау начальнигы була.
1956—1970 йылдарҙа — «Башвостокнефтеразведка» тресы Ҡалтасы быраулау контораһының өлкән инженеры һәм начальнигы, «Өфөнефть» нефть промыслаһы идаралығы начальнигы.
1970 йылдан «Башнефть» производство берекмәһенең начальник урынбаҫары, 1972 йылдан — берекмәнең генераль директоры.
Евгений Столяров республикалағы нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа һәм уларҙы үҙләштереүҙә туранан-тура ҡатнаша. Уның башланғысы менән һәм етәкселегендә берекмәлә технологик процесстарҙы артабан камиллаштырыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла, ер аҫты ҡатламдарының нефть биреү ҡеүәтен арттырыуға, промысла һәм быраулау ҡорамалдарын тағы ла һөҙөмтәлерәҡ файҙаланыуға йүнәлдерелгән эксперименттары үткәрелә. Быларҙың барыһы ла һөҙөмтәлә «Башнефть» берекмәһенә производство күрһәткестәрен даими яҡшыртырға, пландарҙы һәм дәүләт заданиеларын системалы нигеҙҙә үтәп килергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, нефть сығарыуҙың йыллыҡ пландары 100,6—101 процентҡа, газ буйынса — 109,6, быраулау эштәре — 108 процентҡа еткреп үтәлә. Туғыҙынсы биш йыллыҡтың (1971—1975) дүрт йылында ғына ла берекмә пландан тыш 900 мең тоннанан артыҡ нефть һәм 500 миллион кубометр газ сығарыуға өлгәшә. Унынсы биш йыллыҡ (1976—1980) пландары ла күпкә арттырып үтәлә.
Нефть сығарыу буйынса унынсы биш йыллыҡ заданиеларын ваҡытынан алда үтәгәндә өлгәшелгән юғары производство күрһәткестәре һәм күрһәткән хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумыныңның 1981 йылдың 6 февраль Указы менән Е. В. Столяровҡа, Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Быға тиклем етәксенең фиҙаҡәр эшмәкәрлеге 1972 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе» һәм 1979 йылда «СССР-ҙың почётлы нефтсеһе» тигән исемдәр менән баһаланған була. Бынан тыш ул 1976 йылда тәүге Ленин орденына, 1959 һәм 1971 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм 1966 йылда «Почёт Билдәһе» ордендарына лайыҡ була.
1976 йылда КПСС-тың XXV съезына делегат итеп һайлана.
«Башнефть» производство берекмәһенең генераль директоры булып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем эшләй. 1985 йылдың 22 мартында, сираттағы командировканан ҡайтып килгәндә, Мәскәүҙең «Домодедово» аэропортында ҡапыл вафат була.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың туғыҙынсы (1975—1980) һәм унынсы (1980—1985) саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1972)
- СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1979)
- Ике Леннин ордены (1976, 1981)
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1959, 1971)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1966)
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944, 1945)
- 3-сө дәрәжә Дан ордены (1944)
- миҙалдар
Хәтер
үҙгәртергә- Өфөлә хәҙерге «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бинаһы Герой хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Столяров исеме Өфө, Бөрө һәм Туймазы ҡалаларындағы, Краснохолмский ауылындағы урамдарға бирелгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2022)
- Башкирских нефтяников славные имена. : Посвящ. 65-летию башк. нефти / [Сост. Н. М. Ризванов и др.]. — Уфа: АНК «Башнефть», 1997. — 646, 1 с. : портр.; 25 см; ISBN 5-901004-06-X (В пер.) : Б. ц. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2022)
- Исторические памятники Уфы / Юрий Узиков. — Уфа: Китап, 1999. — 286, [1] с. : ил., портр.; 22 см; ISBN 5-295-02294-3 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2022)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Столяров Евгений Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2022)
- Столяров Евгений Васильевич . «Герои страны» сайты. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2022)
- МАУК «Межпоселенческая центральная библиотека» муниципального района Туймазинский район Республики Башкортостан. Герой Социалистического Труда Е. В. Столяров (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2022)
- Межпоселенческая центральная библиотека. Столяров Евгений Васильевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2022)