Мөлөков Эдуард Инсаф улы

Мөлөков Эдуард Инсаф улы (20 декабрь 1937 йыл — 13 ноябрь 2015 йыл) — инженер-төҙөүсе, геотехник. Техник фәндәре докторы (1993), төҙөлөш һәм архитектура кафедраһы профессоры (1998). Башҡорт ССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1991).

Мөлөков Эдуард Инсаф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Силәбе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 ноябрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уйлап табыусы
Уҡыу йорто Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Эдуард Инсаф улы Мөлөков 1937 йылдың 20 декабрендә Силәбе ҡалаһында тыуған.

1961 йылда С. М. Киров исемендәге Урал политехник институтын тамамлай.

1961—1966 йылдарҙа Өфөлә Башҡортостан Халыҡ Хужалығы Советы Төҙөлөш материалдары сәнәғәте идаралығының 1‑се төҙөлөш-монтажлау идаралығында прораб, 1963 йылдан баш инженер булып эшләй.

1966—1996 йылдарҙа «БашНИИстрой» (Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш комплексының фәнни-тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ һәм етештереү институты) эшләй: башта өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория мөдире, бүлек мөдире, 1983 йылдан 1989 йылға тиклем — фәнни эш буйынса институт директорының урынбаҫары.

1977 йылдан бер үк ваҡытта Өфө нефть институтының архитектура-төҙөлөш факультетында эшләй.

1996 йылдан 2002 йылға тиклем Башҡорт дәүләт аграр университетының «Төҙөлөш һәм архитектура» кафедраһының мөдире.

Артабан Өфө дәүләт нефть техник университетында «Автомобиль юлдары һәм төҙөлөш производствоһы технологияһы» кафедраһы вазифаһында даими рәүештә эшләй. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып «Инженер-төҙөлөш карстты өйрәнеү» курсын төҙөй. Бер үк ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университеты ҡарамағындағы өҫтәмә һөнәри белем институтының «Төҙөлөш һәм архитектура» йүнәлеше профессоры.

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Нигеҙ һәм фундаменттарҙы камиллаштырыу, авариялы биналарҙың, ҡоролмаларҙың торошон диагностикалау өлкәһендәге фәнни хеҙмәттәре менән билдәле. Инженер геологияһының яңы бүлеген — инженер-төҙөлөш карстты өйрәнеүгә (ВСН 2-86, ТСН 302-50-95.РБ төҙөлөш нормалары) ҙур өлөш индерә. Иреүсе тау тоҡомдарының классификацияһын төҙөй.

СССР Сәнәғәт төҙөлөшө министрлығы ҡушыуы буйынса элекке СССР-ҙың 17 ҡалаһында 120-нән ашыу объекттарҙы авария хәленән сығара. Башҡортостанда улар иҫәбенә Чижов, Тушнов йорттары, Башҡорт дәүләт академия драма театры, Каруанһарай, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Бәндәбикә кәшәнәһе һәм башҡа биналар һәм ҡоролмалар инә.

1988 йылда Әрмәнстандың Ленинакан ҡалаһында емерткес ер тетрәүе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. 70 бөтә Союз, Рәсәй һәм халыҡ-ара конференциялар һәм кәңәшмәләрҙә ҡатнаша. Фәнни командировкаларға, шул иҫәптән тәржемәсе булараҡ Австрия, Англия, Венгрия, Германия, Дания, Нидерланд, Финляндия, Франция, Чехословакия, АҠШ, Япония һәм башҡа илдәргә сыға. Сит ил һәм туған телдәрен белә, телде өйрәнеү буйынса хеҙмәттәре бар.

210-ан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән «Башҡорт энциклопедияһы» мәҡәләләре, 12 уйлап табыу (шул иҫәптән РФ-ның дүрт патенты), ике техник кинофильм авторы[1])[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • СССР ВДНХ-һы миҙалдары (6 дана)
  • СССР уйлап табыусыһы
  • «Сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү өсөн» миҙалы
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президумының Почёт грамотаһы (1981)
  • «Почёт билдәһе» ордены (1986)

Фәнни хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Аннотации докладов и сообщений на VI Европейской конференции по механике грунтов и фундаментостроению (перевод с англ. и нем. языков Э. И. Мулюкова). М., 1978;
  • ВСН 16-84. Инструкция по усилению фундаментов аварийных и реконструируемых зданий многосекционными сваями. Уфа, 1984;
  • ВСН 2 — 86. Инструкция по изысканиям, проектированию, строительству и эксплуатации зданий и сооружений на закарстованных территориях Башкирской АССР. Уфа, 1986 (рук. темы, соавт.);
  • ВСН 67.259-88. Инструкция по проектированию и устройству фундаментов из свай в рубашке. Уфа, 1988;
  • ВСН 67.260-88. Инструкция по усилению оснований реконструируемых и аварийных зданий инъекцией карбамидных смол. Уфа, 1988;
  • ТСН 302-50-95.РБ. Инструкция по изысканиям, проектированию, строительству и эксплуатации зданий и сооружений на закарстованных территориях. Уфа, 1995 (рук. темы, соавт.);
  • Русско-башкирско-турецко-английский словарь. — Уфа, 2002 (авторҙаш);
  • Мулюков Э. И., Урманшина Н. Э. Инженерная геология: учебн. для студентов строит. спец. вузов. Уфа, 2008.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә