Төп менюны асырға

Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы

Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы (15 (27) август 1899 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем уның командиры.

Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов
Генерал Шайморатов.jpg
Тыуған ваҡыты

15 август 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Биштәкә ауылы[1]

Үлгән ваҡыты

23 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (43 йәш)

Вафат урыны

Украина ССР-ы
Ворошиловград өлкәһе

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

1919—1943

Хәрби звание генерал-майор
Генерал-майор
Командалыҡ итеү

16-сы гвардия кавалерия дивизияһы[2]

Наградалар һәм премиялар
Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1938 Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1941 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1943
«Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы
Тыуған төйәгендә батырға ҡуйылған һәйкәл.

Йөкмәткеһе

БиографияһыҮҙгәртергә

Миңлеғәле Минһажетдин (Минһаж) улы Шайморатов 1899 йылдың 15 (яңыса 27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе[1] Биштәкә ауылында батрак ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. (Был ауыл хәҙер Шайморатов ауылы тип атала). Милләте буйынса башҡорт. [3][4][5]

Хәрби хеҙмәтеҮҙгәртергә

 
112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры М. М. Шайморатов

1918 йылда Белореттан сығып Архангелгә килеп еткән В. К. Блюхерҙың Көньяҡ Урал партизандар армияһына барып ҡушыла. Аҙаҡтан Төрөкмәнстан фронтының 1-се армияһы составындағы 1-се Айырым башҡорт-татар кавалерия бригадаһы сафында һуғыша, 1920 йылдың июнь баштарында Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 12-се армияһында Польшаға ҡаршы, Ростов өлкәһен Врангель армияһынан азат итеүҙә С. М. Буденныйҙың 1-се атлы армияһы составында ҡатнаша, Ҡырым һәм Кавказ фронттарында һуғыша.

1924—1931 йылдарҙа Мәскәүҙә ВЦИК ҡарамағындағы Юғары дөйөм хәрби училищела уҡый, 1934 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны алтын миҙал менән тамамлай.

1934—1935 йылдарҙа Төркиәлә, 1936—1940 йылдарҙа Ҡытайҙа хәрби атташе була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтта. 1941 йылдың авгусында ул үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л. М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә (артабан — кавалерия корпусы) барып ҡушыла.

1941 йылда республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Декабрь урталарында фронттан полковник М. М. Шайморатов ҡайтып төшә һәм ойошторолоп ятҡан дивизияны ҡабул итеп ала.

1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығы аша сыҡҡан ваҡыттағы тиңһеҙ һуғыштарҙа Башҡортостан баһадир улы гвардия генерал-майоры М. М. Шайморатов Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеревка утары янында батырҙарса һәләк була.[6][7][8][9]

ХәтерҮҙгәртергә

  • 2019 йылдың 28 июнендә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Өфөлә Совет майҙанында легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ[10].
  • 2018 йылдың майында Еңеү көнө алдынан Башҡортостан музейҙарында легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтелде[11].
  • 2015 йылдың 11 сентябрендә Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һәм уның командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған Хәрби Дан мемориалы асылды[12].
  • 2012 йылдың 21 ноябрендә Рәсәй Президентының 1561-се Указы менән Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең 27-се Махсус тәғәйенләнеш отрядына М. М. Шайморатов исеме бирелде.[13][14]

Дәрәжәләре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

  • 1938 йыл — полковник;
  • 1942 йыл —генерал-майор.
  • ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1938, 03.12.1941[15]);
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (14.02.1943)[16].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылы
  2. 1943 йылдың 14 февраленә тиклем 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы.
  3. Рождённый для славы: Генерал Шаймуратов на YouTube
  4. Лурье В. М., Кочик В. Я. ГРУ: дела и люди / Составитель Колпакиди А. И. — М., СПб.: «ОЛМА-Пресс», «Нева», 2003. — 640 б. — ISBN 5-7654-1499-0; 5-224-03528-7.
  5. Насыров А. Х. Подвиг генерала: Воспоминания командира эскадрона 112-й башкирской кавалерийской дивизии — Уфа: Китап, 2006. — 216 б. — ISBN 5-295-03902-1.
  6. ОБД Мемориал|52613772
  7. ОБД Мемориал|55027443
  8. ОБД Мемориал|83882727
  9. ОБД Мемориал|83842724
  10. Өфөлә Совет майҙанында генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла. «Башинформ» мәғлүмәт агентығы, 2019, 28 июнь (Тикшерелгән 28 июнь 2019)
  11. Башҡортостан музейҙарында легендар дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов тураһында документаль фильм күрһәтәләр. «Башинформ» мәғлүмәт агенлтығы, 2018, 3 май (Тикшерелгән 10 май 2018)
  12. В Кармаскалинском районе состоялось открытие памятника легендарному комдиву Минигали Шаймуратову — «Башинформ» мәғлүмәт агентығы (рус.)
  13. Өфө ҡалаһының Рәсми сайты мәғлүмәте,
  14. Рәсәй Федерацияһы Президентының сайтына һалынған 1561-се һанлы Указы тексты
  15. Награда документтары «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  16. Награда документтары «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Гумеров Ф. Х. Генерал Шаймуратов — Уфа: Китап, 1999.
  • Генерал Шаймуратов — Уфа: Китап, 2010. — 184 б. — ISBN 978-5-295-05032-9.
  • Насыров А. Х. Подвиг генерала: Воспоминания командира эскадрона 112-й башкирской кавалерийской дивизии — Уфа: Китап, 2006. — 216 б. — ISBN 5-295-03902-1.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә