Байтирәкова Динора Нурлығаян ҡыҙы

Байтирәкова Динора Нурлығаян ҡыҙы (20 декабрь 1927 йыл) — театр‑йәмәғәт эшмәкәре, театр белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1980).

Биографияһы

үҙгәртергә

Динора Нурлығаян ҡыҙы Байтирәкова 1927 йылдың 20 декабрендә Өфө ҡалаһында хирург, медицина хеҙмәте полковнигы, РСФСР‑ҙың атҡаҙанған табибы Байтирәков Нурыл‑Ғаян Нуриәхмәт улы ғаиләһендә тыуған.

1952 йылда Рәсәй театр сәнғәте институтын (ГИТИС) (Л. А. Малюгин һәм П. А. Марков курсы) тамамлай һәм Башҡорт академия драма театрына әҙәбиәт бүлеге етәксеһе булып ҡайта. Унан һуң Мәскәүҙә СССР Мәҙәниәт министрылығында эшләй: 1955 йылдан алып Театр һәм музыка учреждениелары баш идаралығы инспекторы, 1961—1968 йылдарҙа Кремль театрының репертуар‑художество бүлеге мөдире, 1970—1987 йылдарҙа СССР Мәҙәниәт министрлығының Театрҙар идаралығы театр бүлеге мөдире урынбаҫары һәм мөдире. Шулай уҡ 1978—1986 йылдарҙа Бөтә Союз мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтында уҡыта.

Башҡортостан театр сәнғәте һәм драматургияһы тураһында мәҡәләләр авторы. 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһын үткәреүҙә, шулай уҡ тажик (1957), ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ (1958), үзбәк (1959) әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаларын үткәреүҙә ҡатнаша. 1980 йылда Олимпия уйындары сиктәрендә мәҙәни программалар, 1985 йылда Мәскәүҙә 12‑се Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивален ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнаша. 1973—1983 йылдарҙа ЮНЕСКО ҡарамағындағы Халыҡ‑ара театр институтының «Өсөнсө донъя» комитетында (Париж) СССР‑ҙан консультант.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984).
  • «Почёт Билдәһе ордены» (1980)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә