Трофимов Фёдор Егорович

Трофимов Фёдор Егорович (20 декабрь 1938 йыл — 5 сентябрь 2009 йыл) — рәссам. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2003)[1].

Трофимов Фёдор Егорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 декабрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 5 сентябрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Пензенское художественное училище[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Фёдор Егорович Трофимов 1938 йылдың 20 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Константиново ауылында тыуған.

1962 йылда К. А. Савицкий исемендәге Пенза педагогия училищеһының художество бүлеген тамамлай.

Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй, 2009 йылдың 5 сентябрендә шунда вафат була.

Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге  Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Екатеринбург һынлы сәнғәт музейында, Хәрби Дан музейында (Өфө), Эске эштәр министрлығы музейында (Өфө), Күмертау ҡалаһының картиналар галереяһында (БР), Бөрө ҡалаһының картиналар галереяһында һаҡлана.

«Лучники Башкирского пединститута» (1983), «Поздняя весна», «Золотая осень», «Жаркий день», «Велосипедисты», «Автопортрет» һ.б. 1968 йылдан республика, зона, төбәк, бөтә рәсәй һәм бөтә союз күргәҙмәләренең ҡатнашыусыһы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2003).

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә