Эдисон Томас Алва
То́мас А́лва Э́дисон (ингл. Thomas Alva Edison; 11 февраль 1847 йыл — 18 октябрь 1931 йыл) — бар донъяға билдәле Америка уйлап табыусыһы һәм эшҡыуары.
Томас Эдисон | |
Thomas Alva Edison | |
Эдисон 1915 йылда | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Майлен, Огайо |
Вафат булыу көнө: |
18 октябрь 1931 (84 йәш) |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Ғилми өлкәһе: |
уйлап табыусы, ғалим, эшҡыуар |
Уҡыу йорто: | |
Награда һәм премиялары | |
Ҡултамғаһы: |
Эдисон АҠШ-та 1093[1] һәм башҡа илдәрҙә 3 меңгә яҡын патент алған[2]. Ул телеграфты, телефонды, киноаппаратураны камиллаштырған, электр ҡыҙҙырма лампаһының табышлы төрөн уйлап сығарған[3], фонограф уйлап сығарған. Тап ул телефондан һөйләшә башлағанда «алло» һүҙен ҡулланырға тәҡдим итә..
1928 йылда АҠШ-тың юғары бүләге АҠШ Конгресының алтын миҙалына лайыҡ була. 1930 йылда СССР Фа-ның сит ил Почетлы гражданы тип таныла[4].
Ҡыҫҡаса биографияһыҮҙгәртергә
Томас Эдисон 1847 йылдың 11 февралендә Огайо штатының Майлен ҡалаһында балта оҫтаһы кәрәк-ярағы кибете тотҡан ғаиләлә донъяға килгән. Атаһы Самуэль Эдисондың сығышы Нидерландынан булған. Канадаға күскәс, ул урындағы уҡытыусы ҡыҙ Нэнси Эллиотҡа өйләнгән[5]. Томасҡа тиклем уларҙың дүрт балаһы булған. Малай ауырыу арҡаһында ҙур башлы булып тыуған, бик сирләшкә булған[5].
7 йәш тулғанда улар Порт-Гуронға күсенгән[5]. Юлда скарлатина менән ауырып киткән, шул арҡала ишетеү һәләтен юғалта башлаған[5]. Яңы урында ул сиркәү мәктәбенә һабаҡҡа төшкән, мәгәр әллә ни шәп уҡымаған. Уҡытыусыһы, 1+1=2, урынына малай «Ике сынаяҡ һыуҙы ҡушып һалһаң, бер сынаяҡ һыу килеп сыға, әммә ике тапҡырға ҙурыраҡ, шулай бит?» тигәне өсөн малайҙы «башһыҙ» тип әрләгәндән һуң, әсәһе уны мәктәптән алып, үҙе уҡытырға булған. Улын бик ҡатмарлы китаптар буйынса уҡытҡан ул. Эдисон үҙе:
Бала саҡта мәктәпкә йөрөмәгән өсөн мин уйлап табыусы булып китә алдым, тигән— Томас Эдисон[5]
1860 йылда Томас ҡала майҙанында алма һатып, хеҙмәт юлын башлай. 12 йәшенән поездарҙа кәнфит, сәтләүек, тәмәке һәм гәзиттәр һатып йөрөй. Буш ваҡытында китапханан сыҡмай.
Артабан станция телеграфисы булып эшләй, шунда төндәрен йоҡлап булһын өсөн тәүге яйланма — автояуапсы уйлап таба. 22 йәшендә көнкүреш электротехникаһы кибете аса. Уның шиғары: «Бер ваҡытта ла ихтыяж булмаҫ нәмә уйлап сығарма». 1877—1878 йылдарҙа Эдисон күмерле микрофонды камиллаштыра. Электровоз уйлап сығарыуға Вильям Һаммерҙы ла саҡыра. 1880 йылда Эдисон хәүефһеҙ ҡыҙҙырма лампалар уйлап таба. Артабан Эдисон һәм инглиз ғалимы Джозеф Сван (1828—1914) менән берлектә «Эдисон-энд-Сван-юнайтед-электрик-лайт-компани» фирмаһына нигеҙ һала.
85 йәшендә, донъя менән хушлашҡанда ҡатынына: «Үлемдән һуң нимәлер бар икән — яҡшы. Булмаһа ла — яҡшы.. Мин ғүмеремде мөмкинсә яҡшылыҡ эшләп үткәрҙем».
Томас Эдисон 1931 йылдың 18 октябрендә Нью-Джерси штатындағы Уэст-Оринджда вафат була.
Данлыҡлы уйлап табыуҙарыҮҙгәртергә
Эдисондың уйлап сығарған нәмәләре бик күп: ғүмере эсендә Эдисонға АҠШ-тың Патенттар бюроһы 1093 патент биргән[6].
Улар араһында:
Уйлап сығарылған нәмә | йыл |
---|---|
Аэрофон | 18?? |
Һайлауҙарҙа тауыш биреүҙе иҫәпләүсе счётчик | 1868 |
Тикер аппараты | 1869 |
Күмер телефон мембранаһы | 1870 |
Квадруплекс (дүрт яҡлы) телеграф | 1873 |
Мимеограф | 1876 |
Фонограф | 1877 |
Күмер микрофон | 1877 |
Күмер ҡыллы ҡыҙҙырма лапмаһы | 1879 |
Тимер рудаһы магнит сепараторы | 1880 |
Кинетоскоп | 1889 |
Электр ултырғысы | 1890 |
Тимер-никель аккумуляторы | 1908 |
БаһаламаларҮҙгәртергә
Эдисон иҫ киткес егәрле һәм ныҡышмал кеше булған. Ҡыҙҙырма лампаға ярарлыҡ сым эҙләгәндә ул 6 мең тирәһе төрлө материалды һынап ҡараған һәм карбонатланған бамбукта туҡтаған. Лампаның күмер сылбыры баһаламаларын тикшергәндә ул 45 сәғәт буйы ялһыҙ эшләгән. Бик оло йәшкә еткәнсе ул тәүлегенә 16—19 сәғәт эшләй торған булған[7].
Никола Тесла үҙенең һөнәрҙәше тураһында ошоларҙы әйткән:
Әгәр Эдисонға кәбәндән энә табырға кәрәк булһа, ул ҡайһы тирәләрәк ятыуы ихтимал тип башын ҡатырып ултырмаҫ, шунда уҡ эшкә тотонор кеше булды. Ул тиҙ-тиҙ генә һәр һаламды һелкеп һалып энәне эҙләй башлар, тапмай ҡуймаҫ ине. Уның ысулдары шул тиклем бәрәкәтһеҙ: осраҡлы бер уңыш ҡына уға ярҙам итеп ебәрмәһә, ул түккән көс, ваҡыт бер файҙаһыҙға китер ине. Башта мин уның аҙапланыуҙарына ҡарап, ҙур булмаған ижади белем һәм иҫәпләп сығарыуҙар уның һалған көсөн утыҙ процентҡа кәметер ине, тип уйлай торғайным. Мәгәр ул китап белеменә һәм математик иҫәпләүҙәргә өҫтән генә ҡараны, үҙенең һиҙгерлегенә ышанды һәм американдарса төплө аҡылына таянды[8]
АстрономиялаҮҙгәртергә
Эдисон исеме 1913 йылда асылған астероидҡа бирелгән.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Edison’s Patents — The Edison Papers (инг.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 октябрь 2012. 8 сентябрь 2012 тикшерелгән.
- ↑ 1073 эшен Эдисон авторҙашһыҙ уйлап сығарған. 20 эше башҡа уйлап табыусылар ҡатнашлығында ижад ителгән. Эдисондың барлығы 13 авторҙашы булған.
- ↑ Cм. Лампа накаливания: история изобретения.
- ↑ Томас Эдисон (рус.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 октябрь 2012. 8 сентябрь 2012 тикшерелгән.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 100 человек, которые изменили ход истории. Выпуск № 14. Томас Эдисон — ООО «Де Агостини», 2008. — 300000 экз.
- ↑ Edison’s Patents (инг.)
- ↑ Томас Алва Эдисон на people.ru (Тикшерелгән 23 ғинуар 2009)
- ↑ Томас Алва Эдисон, Психология знаменитостей, Владимир Гаков (Тикшерелгән 23 ғинуар 2009)
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Уилсон М. Американские учёные и изобретатели / Пер. с англ. В. Рамзеса; под ред. Н. Тренёвой — М.: Знание, 1975. — Б. 53-64. — 136 б. — 100000 экз. (рус.)
- Астамирова Х.; Ахманов М. Настольная книга диабетика — М.: Эксмо-Пресс, 2001. — Б. 243-247. — 400 б. — 2000 экз. (рус.)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Томас Эдисон Викиөҙөмтәлә | |
Томас Эдисон Викикитапханала | |
Томас Эдисон Викимилектә | |
Томас Эдисон Викияңылыҡтарҙа |
- Биография Томаса Эдисона (рус.)
- Сайт, посвящённый Томасу Эдисону (рус.)
- Каменский А. В. Эдисон и Морзе: их жизнь и научно-практическая деятельность. — СПб.: тип. Ю. Н. Эрлих, 1891. (рус.)
- Томас Эдисон в кинохронике начала XX века (рус.)
- Краткая биография Томаса Эдисона (рус.)
- Биография Томаса Эдисона (рус.)
- Бережной С. В. Томас Альва Эдисон и кино: Краткая история невзаимной любви : очерк. (рус.)
- Известные диабетики. (рус.)