Третьякова Евгения Николаевна

педиатр. Медицина фәндәре докторы (1957), профессор (1958). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945).

Третьякова Евгения Николаевна (20 декабрь 1899 йыл1 август 1986 йыл) — педиатр. Медицина фәндәре докторы (1957), профессор (1958). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1945).

Третьякова Евгения Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 РСФСР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 декабрь 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Ырымбур, Ырымбур, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 август 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө
Һөнәр төрө педиатр
Эш урыны БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Евгения Николаевна Третьякова 1899 йылдың 20 декабрендә Ырымбур ҡалаһында тыуа. 1924 йылда Томск университетының медицина факультетын тамамлай. Үҙ аллы табип эшмәкәрлеге Омск ҡалаһының балалар дауалау-профилактика учреждениеларында башлана. Йәш табиптың һәләтлелеге билдәле академик О. Д. Соколова-Пономареваның иғтибарын йәлеп итә. Уның етәкселегендә Евгения Николаевна балалар ауырыуҙары клиникаһының ординаторынан алып төп өлкән ассистентына тиклем хеҙмәт юлын үтә. 1936—1946 йылдарҙа Евгения Николаевнаның хеҙмәт эшмәкәрлеге Төрөкмән медицина институтында була, унда доцент, һуңынан балалар ауырыуҙары кафедраһы һәм клиникаһы мөдире итеп һайлана. Уның етәкселегендә Төрөкмән ССР-ында яңы тыуған сабыйҙар өсөн тәүге махсуслаштырылған бүлек асыла[1]. 1946—1971 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында эшләй. 1950 йылдан алып 1969 йылға тиклем профессор Евгения Николаевна Третьякова балалар ауырыуҙары кафедраһын етәкләй. 1956 йылда бала саҡта ревматизм проблемаларына арналған докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].

Евгения Николаевнаның айырым ҡаҙанышы — уның күп йыллыҡ ныҡышмалы башланғысы буйынса 1961 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтында педиатрия факультеты асыла. Ғалимдар советы ҡарары менән 2003 йылдың авгусында балалар ауырыуҙары кафедраһына профессор Евгения Николаевна Третьякованың исеме бирелә[3].

Ижтимағи эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Ул ҙур ғилми һәм педагогик эшмәкәрлеген әүҙем йәмәғәт эше менән бергә алып бара: Башҡортостан балаларына дауалау-профилактика ярҙамы советы рәйесе, РСФСР һәм СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының балаларға дауалау-профилактика ярҙамы советы ағзаһы, Бөтә Союз ревматологияға ҡаршы комитеттың балалар секцияһы ағзаһы, Башҡортостандың балалар табиптары йәмғиәте рәйесе, Бөтә Союз кардиология йәмғиәте идараһы ағзаһы. Күп йылдар дауамында ул «Вопросы охраны материнства и детства» журналының редакция советы ағзаһы була. Е.Н. Третьякованы бер нисә тапҡыр халыҡ депутаттарының ҡала Советы депутаты итеп һайлайҙар. Ул илебеҙҙә һәм сит илдәрҙә бик күп съездарҙа, конференцияларҙа, симпозиумдарҙа әүҙем ҡатнаша[1].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Третьякова табип-педиатрҙарҙың һәм ата-әсәләрҙең өҫтәл китабына әүерелгән сабый балаларҙы дөрөҫ ашатырға өйрәтеү буйынса белешмә авторы. Уның етәкселегендә 15 кандидатлыҡ диссертацияһы һәм өс докторлыҡ диссертацияһы башҡарылған. Ул 2 монография авторы, педиатрияның көнүҙәк мәсьәләләре буйынса 80-дән ашыу ғилми эше баҫылған.

Евгения Николаевна антибиотиктарҙы, сульфаниламидтарҙы һәм башҡа дарыу препараттарын махсус күрһәтмәһеҙ киң ҡулланыуға ҡаршы була, тәбиғи туҡландырыуҙы һаҡлап ҡалыу, әсәләрҙе бер йәшкә тиклемге балаларҙы массаж һәм гимнастика алымдарына киң өйрәтеү өсөн көрәшә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә