Шәйбәков Ринат Гәрәй улы

Белорет районы. Ветеран-уҡытыусы. Музей ойошторған

Шәйбәков Ринат Гәрәй улы (20 декабрь 1954 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 2011 йылдан Белорет районы Йөйәк ауылы старостаһы. I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (1995) һәм Башҡортостан Республикаһы уҡытыусыларының Х съезы делегаты (2010). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1993), Белорет ҡалаһының Григорий Белорецкий премияһы лауреаты (2004).

Шәйбәков Ринат Гәрәй улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 20 декабрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Йөйәк, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты

Йөйәк ауылы мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойоштороп, уны республика кимәлендә танытҡан шәхес [1].

Биографияһы

үҙгәртергә

Ринат Гәрәй улы Шәйбәков 1954 йылдың 20 декабрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған.

Урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте, 1971 йылда Белорет районының Инйәр урта мәктәбен тамамлай.

Совет Армияһы сафына алынғансы Йөйәк мәктәбендә уҡыта, унан комсомол йүнәлтмәһе менән Белорет-Ҡарлыман тимер юлын төҙөүҙә ҡатнаша һәм 1980 йылдың 1 сентябренән ошо уҡ мәктәптә уҡытыусы, кластан тыш эштәрҙе ойоштороусы, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй.

Бер үк ваҡытта ситән тороп юғары белем ала: 1983 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай.

19871991 йылдарҙа Йөйәк ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Мөҙҙәте тулғас, мәктәптә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып хеҙмәтен дауам итә.

2011 йылдың сентябренән — Йөйәк мәктәбе директоры [2].

2017 йылдың 31 майынан — хаҡлы ялда.

Тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороусы

үҙгәртергә
 
«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы мәктәп музейы» сертификаты

Мәктәптә эшләй башлау менән үк Ринат Гәрәй улы тыуған яҡты өйрәнеү музейы булдырыу хыялы менән йәшәй, материалдар туплай.

Музей 1984 йылдың 14 декабрендә асыла һәм әлегәсә эшләп килә. 2006 йылда ул республика мәктәп музейҙары конкурсында еңеп сыға һәм диплом менән бүләкләнә.

Музей, шул уҡ йылда Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән муниципаль һәм төбәк конкурстарында ла ҡатнашып, еңеп сыға.

2009 йылда музейға «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы мәктәп музейы» исеме бирелә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • Белорет ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы
  • Йөйәк ауылы старостаһы (2011 йылдан)

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • 1995 йылда I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайлана.
  • 2008 йылда райондың һәм ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы тип таныла. Шул уҡ йылда Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары араһындағы конкурста еңеп сыға Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантына лайыҡ була.
  • 2009 йылда беренсе Республика шәжәрә конкурсында икенсе урын яулай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1993).
  • «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы» юбилей миҙалы (2018).
  • Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығының Почёт грамотаһы.
  • Белорет ҡалаһының Григорий Белорецкий исемендәге премияһы лауреаты (2004) [3].
  • «Ватандаш» журналы лауреаты (2006).
  • Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы, 2021
  • Белорет ҡалаһы һәм районының Яныбай Хамматов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты(2022)

Матбуғатта сығыштары

үҙгәртергә

Шәйбәков Р. Г. тыуған яҡ тарихын пропагандалау буйынса ҙур эш алып бара, матбуғатта йыш сығыш яһай.

«Белорецкая энциклопедия» (2007) йыйынтығының авторҙары араһында ул да бар. «Таулы төйәгебеҙ — Белорет»(2011) тигән йыйынтыҡҡа ла уның күп яҙмалары индерелгән. Белорет ҡалаһының 250 йыллығына «История родного края»(2012) китабын тамамлаған.2020 "Йөйәк Бөйөк Ватан һуғышында" Өфө китабын тамамлаған.2019 йылда "Шоңҡар журналының 11-се һанында "Еңмеш булһа ни" тигән хикәйәһе баҫылған. "Ағиҙел" журналында 2020 йылдың 3-сө һанында "Тау йылғаһы ярһыу аға" повесы донъя күрә.

Баҫылған әҫәрҙәре һәм китаптары

үҙгәртергә
  • Это наше наследие, Уфа, Акирус, 2021, ISBN978-5-60443-794-0
  • Йөйәк Бөйөк Ватан һуғышында, Өфө, 2020
  • Тыуған төйәк тарихы. Белорет, 2012,295 бит.
  • Ҡатайҙар Ҡараһаҡал яуында. - "Ватандаш", 2006, № 1
  • Башкиры-катайцы и Русское государство - "Ватандаш", 2006, № 7
  • Инйәр буйы легендалары. - "Ватандаш", 2006, № 9
  • Тау йылғаһы ярһыу аға. Повесть. "Ағиҙел", 2020,3
  • Ҡомартҡы. Повесть "Ағиҙел", 2021,7

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Известные люди Белорецкого района 2021 йыл 21 сентябрь архивланған.
  2. Шайбаков Ринат Гареевич(недоступная ссылка)
  3. Премия имени Григория Белорецкого (Ларионова) http://libmap.bashnl.ru/node/280