Камалетдинов Венер Хәйернас улы

Камалетдинов Венер Хәйернас улы (рус. Камалетдинов Венер Хаернасович) (20 август 1947 йыл ) — СССР һәм партия эшмәкәре, 1988—1992 йылдарҙа КПСС-тың Благовар райомының беренсе секретары, район Советы Халыҡ депутаттарының рәйесе, 1922 йылдан Благовар районы администрацияһы башлығы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Камалетдинов Венер Хәйернас улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 20 август 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Күсәрбай ауылы, Благовар районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d] һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай

Биографияһы үҙгәртергә

Камалетдинов Венер Хәйернас улы 1947 йылдың 20 августында Башҡорт АССР-ының Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1971 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын, 1971 йылда, институтты тамамлағас Благовар районында «Россия» колхозында инженер булып башлай. Артабан, БашЦИК совхозы директоры, Благовар районы агросәнәғәт берекмәһе рәйесе булып эшләй. 1988—1992 йылдарҙа КПСС-тың Благовар райомының беренсе секретары, район Советы Халыҡ депутаттарының рәйесе. 1922 йылдан Благовар районы администрацияһы башлығы. [1] Благовар районы, 183-сөТаң һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының закон, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. [2][3]

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
  3. Випперсоны

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар үҙгәртергә