Аҡҡын

Мәсетле районындағы бөткән ауыл

Аҡҡын (рус. Аккино) — бөткән ауыл. Элек урынлашҡан урыны хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Йонос ауыл Советы билмәһәнә тура килә. 1740 йылдан һуң нигеҙләнгән[2][3], 1986 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы президиумы ҡарары менән рәсми исемлектән алынған[4].

Аҡҡын
Нигеҙләү датаһы 1786
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Йонос ауыл советы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 237 метр[1]
Тамамланыу датаһы 1986
Карта

Географик урыны

үҙгәртергә

Аҡҡын ауылы Әй йылғаһының ҡушылдығы Оло Ыйыҡ йылғаһына ҡушылған урындан бик алыҫ түгел — Йүкәле йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан булған[5][6]. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Р. Ш.Ғатауллин Аҡҡын ауылы Ҡошсо ырыуы башҡорттары ерендә урынлашҡан тип иҫәпләй[7].

Район үҙәге Ыҡтамаҡ ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 40 км, Яңы Мишәр ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 10 км һәм Сүлея тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 82 км алыҫлыҡта урынлашҡан була[3]. 1952 йылда Яңы Мишәр ауыл Советына, 1980 йылда Йонос ауыл Советы инә[2].

Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 237 метр.

Ауыл исеме

үҙгәртергә

Был урынға беренсе булып килеп ултырыусы Аҡҡын уҙамандың исеменән алынған. Ул 1786 йылға тиклем ауылда йәшәгән. Аҡҡындың дүрт улы булған: беренсе улы Мәкит Аҡҡынин (1761 йылғы), уның улдары Йәһүҙә, Ғәлекәй, Хоҙайбирҙе; Хоҙайбирҙенең улы Вәли; икенсе улы Биккинә Аҡҡынин (1769 йылғы), уның улдары Ҡорбанғәли, Әрҙәт, Яңыбай; өсөнсө улы Теләүбирҙе Аҡҡынин (1781); дүртенсе улы Бикмөхәмәт Аҡҡынин (1786 йылғы)[2][3].

Аҡҡын ауылы 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалынан һуң дыуан ырыуы башҡорттары нигеҙләгән[2].

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге «Ҡайһы бер тораҡ пункттарын иҫәп-хисап мәғлүмәттәренән алыу тураһында» исемле 6-2/396-сы Указына ярашлы бөтөрөлгән[4].

Ауыл халҡы башлыса Тайыш ауылына күсенә.

1795 йылда ауылда 10 йортта бары 67 кеше йәшәгән, 1816 йылда — 14 йортта 68 кеше, 1834 йылда — 18 йортта — 90 кеше, 1859 йылда — 20 йортта — 124 кеше, 1920 йылда ауылда 43 йортта 241 кеше йәшәй[3].

Инфраструктураһы

үҙгәртергә

Ауыл халҡы үҙ көсө менән йәшәгән, игенселек менән шөғөлләнгән, шәхси хужалығында күпләп мал тотҡан.

Ауыл халҡы тарафынан 1842 йылда йән башына 12 сирек ужым һәм 105 сирек ярауай иген сәселгән. XIX быуаттың аҙағына тиклем ерҙе ял иттереү ысулы ҡулланыла. 18 йорт хужалығында 95 ат, 70 һыйыр, 30 һарыҡ һәм 76 кәзә, шулай уҡ берешәр ат ашлыҡ һуҡҡысы һәм елгәргес теркәлгән[3].

1929 йылда колхоз төҙөлә, рәйесе — Ғәбдрәхим Ниғмәтуллин. Һуңғараҡ «Урал» колхозының 3-сө бригдаһы булып иҫәпләнә.

1939 йылда 4 класлы мәктәп асыла. Уҡытыусылары — Асҡар Ибраһимов (Ясин ауылынан), Йәғәфәр Фәтҡуллин (Әбдрәхим ауылынан), Муллабай Низамов (Айып ауылынан), Ф.Ғ. Фәрхетдинов, Мәнзүмә Яҡупова[2].

Ауыл-ара юлдар ғына булған.

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.geonames.org/583728/urochishche-akkino.html
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 генеалогия и архивы. Деревни. Мечетлинский район
  4. 4,0 4,1 Об исключении из учётных данных некоторых населенных пунктов. Дата обращения: 17 май 2019. Архивировано 30 сентябрь 2018 года. 2018 йыл 30 сентябрь архивланған.
  5. Urochishche Akkino (ингл.). GeoNames.
  6. Топографическая карта N-40-10-C-a.(недоступная ссылка)
  7. Р. Ш.Ғатауллин. Ҡошсо ырыуы ауылдары. Мәғлүмәт йыйынтығы. — Өфө, 2007. — 132 бит
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
  • Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.179
  • Р.Ш.Ғатауллин. Ҡошсо ырыуы ауылдары. Мәғлүмәт йыйынтығы. — Өфө, 2007. — 132 бит

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Генеалогия и архивы. Деревни. Мечетлинский район

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Мәсетле районы ауылдары исемлеге