Ишемғолов Сиражетдин Нуретдин улы

Ишемғолов Сиражетдин Нуретдин улы (20 август 1917 йыл — 20 ноябрь 2004 йыл) — педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1965). Хәйбулла районының почётлы гражданы (1990).

Сиражетдин Нуретдин улы Ишемғолов
Тыуған көнө

20 август 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе, Асҡар-Ҡултай ауылы

Вафат булған көнө

20 ноябрь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (87 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

СССРРәсәй флагы

Эшмәкәрлеге

педагог

Наградалары һәм премиялары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Сиражетдин Нуретдин улы Ишемғолов 1917 йылдың 20 авгусында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Асҡар-Ҡултай ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Асҡар ауылы) тыуған.

1936 йылда Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай.

1936—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Хәйбулла районы Әбеш урта мәктәбендә, ә 1937—1940 йылдарҙа Аҡъяр урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1942—1945 йылдарҙа Оло Әбеш ауылы сельпоһы бухгалтеры була.

1945—1953 һәм 1958—1977 йылдарҙа Әбеш урта мәктәбендә директор, ә 1953 йылдан шул уҡ мәктәптә уҡытыу бүлеге мөдире вазифаларын башҡара.

1959 йылда Орск дәүләт педагогия институтын тамамлай.

2004 йылдың 20 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһында вафат була, туған ерендә ерләнә.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1965)
  • Хәйбулла районы почётлы гражданины (1990)