Йәншишмә (гәзит)
Йәншишмә («Йәш төҙөүсе», «Башҡортостан пионеры») — 1929 йылдан башлап башҡорт телендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн нәшер ителгән республика гәзите. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов.
«Йәншишмә» | |
Форматы |
А4 |
---|---|
Веб-сайты | |
Тарихы
үҙгәртергә1929 йылдың 12 декабрендә партия Башҡортостан өлкә комитеты башҡорт телендә балалар өсөн гәзит сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уға ярашлы 1930 йылдың 12 февралендә балалар баҫмаһы «Йәш төҙөүсе»нең тәүге һаны донъя күрә. Уны Хәй Мөхәмәтйәров мөхәррирләй. Яңы гәзиттә Ғариф Ғүмәр, Мәлих Харис, Рәшит Ниғмәти, Ҡадир Даян, Мостай Кәрим, Сәғит Агиш һәм башҡалар әүҙем авторҙар була. Муса Ғәли, Зәйнәб Биишева, Фәрит Иҫәнғолов, Шәриф Бикҡол, Әнүәр Бикчәнтәев, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Фәүзиә Рәхимғолова, Кәтибә Кинйәбулатова, башҡа күп әҙиптәр «сынығыуҙы» тап «Йәш төҙөүсе»лә ала.
1931 йылда уҡ 10 000-дән ашыу дана тираж йыйыуға өлгәшкән баҫма Башҡорт АССР-ының мәғариф өлкәһендә оло ярҙамсыға, тәрбиәсегә әйләнә.
Артабан тиражын 20 мең данаға тиклем күтәреүгә өлгәшкән гәзит, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, сығыуҙан туҡтай һәм 1941—1959 йылдарҙа нәшер ителмәй тора. Һуғыш йылдары үтеп, тормош бер аҙ яйлана, ил аяҡҡа баҫа башлағас, яңы быуын тәрбиәләүҙә "Йәш төҙөүсе"не тергеҙеү көнүҙәк мәсьәлә итеп ҡуйыла. Балалар һәм үҫмерҙәр гәзите 1959 йылда «Башҡортостан пионеры» исеме менән яңынан донъя күрә башлай. Мәргән, Ишғәле менән Ҡушғәле, аҙағыраҡ Гөлниса исемле үҙенсәлекле геройҙары барлыҡҡа килә. «Башҡортостан пионеры»ның үҫеп килгән быуында дуҫлыҡ, берҙәмлек, илһөйәрлек тойғолары, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Уны уҡып буй еткергән балаларҙың байтағы хәҙер дәүләт эшмәкәрҙәре, сәнғәт оҫталары, яҙыусылар, журналистар, ғалимдар һәм башҡа төрлө белгестәр булып танылды.
Гәзит 1991 йылдан «Йәншишмә» исеме менән сыға. 2003 йылдан гәзит төҫлө итеп баҫыла.
Рубрикалары
үҙгәртергәБаш мөхәррирҙәре
үҙгәртергә- 1930 йыл — Хәй Мөхәмәтйәров;
- 1931 йыл — Ғ.Кәримов;
- 1931 йыл — Н.Хисмәтуллина;
- 1932 йыл — Н.Мөхәмәтшакиров;
- 1932 йыл — Ш.Ғөбәйҙуллин;
- 1933 йыл — Ҡ.Мортазин;
- 1934 йыл — М.Саҡаева;
- 1935 йылдан алып — Ғ.В.Ғөзәйеров;
- 1939 йылдан алып — С.Моратшина;
- 1959 йыл — Шәриф Бикҡол;
- 1959 йылдан алып — Р.Х.Фәтҡуллин;
- 1965 йылдан алып — В.Й.Дауытов;
- 1971 йылдан алып — Миңлеғәле Яҡупов;
- 1978 йылдан алып — Сафуан Әлибай;
- 1986 йылдан алып — Рәмил Йәнбәк;
- 1992 йылдан алып — Ғималетдин Яруллин;
- 1998 йылдан алып — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов.
Республика кимәлендә ойошторған саралары
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Йәншишмә (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Родник духовности. Рамзия ИШБУЛАТОВА. Истоки. 10.02.2010. 2016 йыл 27 апрель архивланған. (рус.)