Себер ханлығы (سبر خانلغی, Себер батшалығы, Себер йорто)[2]) — XV быуат аҙағында — XVI быуатта Алтын Урҙа тарҡалыу һөҙөмтәһендә Көнбайыш Себерҙә барлыҡҡа килгән башҡорт[3][4] феодаль дәүләте[5]. Көнбайыш Себер, Төньяҡ, Урта һәм Көньяҡ Уралдағы (төньяҡ өлөшөндә) дәүләт. Себер ханлығы Пермь ерҙәре, Нуғай Урҙаһы, Ҡаҙаҡ ханлығы һәм телеуттар менән сиктәш урынлаша. Төньяҡта Обь йылғаһының түбәнге ағымына тиклем, ә көнсығышта Ала Урҙа менән сиктәш була[5].

Себер ханлығы
себ. Себер ханлыгы, Себер йорты

XV — XVI быуаттарҙа Себер ханлығы
XV — XVI быуаттарҙа Себер ханлығы

 
 
1468 — 1588 (1598)
Баш ҡала

Сыңғыҙ-Тора, Ҡышлаҡ[1]

Телдәр

төрки, иҫке башҡорт

Преемственность

← Үзбәк ханлығы

Тубыл разряды →

 Себер ханлығы Викимилектә

Теле — төрки[6], иҫке башҡорт теле.

Сәйәси тарихы үҙгәртергә

Шишмә башы (1220—1375) үҙгәртергә

Беренсе тапҡыр «Себерь» термины, моғайын, 1240 йылда яҙылған «Монголдарҙың күңел төбөндәге риүәйәтендә» («Юань-чао ми-ши») атап үтеләлер, унда 1206 йылда Джучиның Shibir-ҙән көньяҡтағы урман ҡәбиләләрен яулап алыуы тураһында һөйләнелә. Шул уҡ ваҡытта тикшеренеүселәр ышаныслы рәүештә был өлкәне теүәл итеп кенә атай ҙа алмай; «бәлки, Обь һәм Иртыш араһында ятҡан Барабин яҫылығының төньяҡтағы сите шулай аталғандыр», тигән версия әйтелә (Палладий)[7].

XIV быуаттың тәүге яртыһында Мысыр солтаны Аль-Омариҙың сәркәтибе Алтын Урҙа составында Тубыл-Иртыш йылғалары араһында ятҡан Себер һәм Ибир өлкәләрен атап үтеүе менән тап килә тип әйтергә нигеҙ бар[8]. Шул уҡ быуатта буласаҡ Себер ханлығының ҡалалары Көнбайыш Европа карталарында күренә башлай: Венециянан ағалы-ҡустылы Пицциганиҙарҙың (1367) картаһында Кашлык Sebur формаһында билдәләп үтелә[9], ә Сыңғыҙ-Тура Singui формаһында Каталон атласында (1375) пәйҙә була[10].

Төмән (Себер) ханлығын ойоштороу өсөн ниндәй административ-сәйәси берәмек талап ителеүе буйынса тарихсылар берҙәм генә фекергә килә алмай. Был йәһәттән ике тиң хоҡуҡлы һәм бер бик үҙенсәлекле версия бар.

Тайбуғауиҙәр биләмәһе үҙгәртергә

XVII быуаттың «Себер йылъяҙмаларына» (Есипов, Ремезов һәм воевода Петр Годуновтың) таянып эш иткән академик Г. Ф. Миллерҙың версияһына ярашлы, буласаҡ ханлыҡ ерҙәре тәүҙә 1220 йылда нигеҙ һалынған һәм себер кенәзе Тайбуғаның нәҫеленә мираҫ итеп ҡалдырылған биләмәләр булған Тайбуға йортона ингән була. Алтын Урҙаның башҡа олоҫтарынан айырмалы рәүештә, Тайбуға йорто автономия статусына эйә була. Был версия яҡлылар Тайбуғиндарҙы хандар статусына эйә булыуыҙарын да билдәләй[11], йәғни уларҙы Сыңғыҙ хандың вариҫтары менән бер кимәлгә ҡуялар. Шуға ла Тайбуғин йорто Төмән ханлығы тип аталырға тейеш тә инде[12].

Тайбуға тураһындағы риүәйәт үзбәк тарихсыһы, Әбеллғази хандың шибанидының «Төркиҙәр шәжәрәһендә» лә тикшерелә, тип хәбәр ителә[12]. Шуныһы дөрөҫлөккә тап килә: был әҫәр, Себер йылъяҙмалары кеүек үк, тасуирланған ваҡиғаларҙан һуң 400 йыл үткәс яҙыла. Үкенескә ҡаршы, был яҙмаларҙы табып уҡыу мөмкин түгел, тип әйтерлек.

Тайбуғауиҙәр нәҫелендәге хандар тураһындағы версияны хәҙерге заманда тикшереүселәр араһында Г. Л. Файзрахманов та бар. Был йәһәттән үҙенең ҡарашын эҙмә-эҙлекле үҫтерә барып, ул (З. Я. Бояршинова, Н. Н. Степанов, Н. Г. Аполлова) башҡа тарихсылар фаразлағанса, шайбани-хандар Хажи-Мөхәммәд, Әбелхәйер һәм хатта Айбәктең баш ҡалаһы Сыңғыҙ-Тора түгел, ә Иртеш Ишемгә ҡойған урында урынлашҡан Ҡыҙыл-Тора (хәҙерге Усть-Ишем) ауылы булған, тип раҫлай[12]. Ә Айбәк хан Сыңғыҙ-Тораны тик 1480-се йылдар башында ғына биләй, был уның Төмән ханлығы тәхетенә ултырыуын аңлата ла инде[12].

Был версияны кире ҡағырлыҡ бер нисә сәбәп бар:

  1. Тайбуғауиҙәр формаль сәбәптәр буйынса ниндәй ҙә булһа моғол олоҫонда хан статусына эйә була алмай — сөнки Сыңғыҙхандың Ясаһына ярашлы, тик Сыңғыҙхан вариҫтары ғына хан була ала[13]. XVI быуаттағы урыҫ дипломатик документтарында был сәбәп бик асыҡ итеп күрһәтелгән: Тайбуғауиҙәр унда батшалар (хандар) тип түгел, ә кенәздәр тип аталған. Шул уҡ ваҡытта Сыңғыҙхан вариҫы булған Күсем урыҫ сығанаҡтарында батша титулы менән йөрөтөлә[14][15]. Хәҙерге заман тикшеренеүсеһе Д. М. Исхаҡов Тайбуғауиҙәрҙең статусы хан статусынан түбән була, улар хан бәкләрбәктәре кимәлендә тора тигән һығымта яһай[14].
  2. Тайбуғауи йорто Күсемдең Себер ханлығы булған осорҙа ла (1558, 1586, 1597 йылдар) телгә алына, йәғни ханлыҡ менән йорт бер үк ваҡытта булған[14]. Бынан тыш Тайбуғауи йортоноң Нуғай Урҙаһы составына инеүе билдәле, 1584 йылда тап шунда тайбуға вазифаһы барлыҡҡа килә[16]. Шуға бәйле хәҙерге заман тарихсыларының бер нисәһе, Тайбуғауи йорто административ-жуғрафик берләшмә булмайынса, ә ханлыҡҡа буйһонған ырыу берләшмәһе булған, тип дәлилләй,[14].
  3. Камалет-дин Бинаиның «Шайбани-намә»һенән Әбел-Хәйер хандың «Сыңғыҙ-Тора» виләйәтенә даруғтарҙы (һалым йыйыусыларҙы) тәғәйенләүе билдәле[17]. Хандың уға буйһонмаған биләмәгә һалым йыйыусыларҙы тәғәйенләүе мөмкин булмаған хәл.

Шайбаниҙәр биләмәләренең бер өлөшө үҙгәртергә

 
Азияның XIII быуат картаһында Туран (Себер) ханлығы (һары төҫ менән уратып алынған). «Литературный и исторический атлас Азии» (под ред. Э. Риза), Нью-Йорк, 1912 год) китабынан.

Жусының бишенсе уғлы -- Шайбан, ике тапҡыр олоҫ ала. Тәүҙә Сыңғыҙхан, 1227 йылда улдары Батый һәм Урҙа араһында улы Джучи олоҫонда кемдең өҫтөнлөк менән файҙалана алыуы тураһында килеп тыуған бәхәсте тикшереп, был олоҫто өс өлөшкә бүлә, әммә Жусыға «Һоро Йорт» (Боз Орда, Йуз-Орда) тип аталғанын ҡалдыра. Йорттарҙың төҫө уларҙың хужаларының үҙ-ара иерархияһын билдәләй[18]. Артабан 1246 йылда, моғолдарҙың Көнбайыш походы тамамланғас, Батый-хан олоҫтарҙың тәүге бүленешен юҡҡа сығара һәм олоҫто 14 өлөшкә бүлә. Шайбандың яңы олоҫо үҙ эсенә үҙәк һәм төньяҡ Ҡаҙағстан ерҙәрен, шулай уҡ Или (йылға) һәм Һырдарья араһында ятҡан өлкәне ала[19]. Күп кенә тарихсылар (В. В. Бартольд, А. Ю. Якубовский, М. Г. Сәфәрғәлиев, Л. Н. Гумилёв, Г. А. Фёдоров-Данилов, В. Л. Егоров, Н. А. Мәжитов) Шайбан олоҫона тағы ла Көнбайыш Себерҙең теге йәки был өлөшөн индереү яҡлы[20].

Олоҫтарҙың сиктәре тағы ла бер нисә тапҡыр алмашына, әммә шибанидтар дөйөм алғанда элекке олоҫон (йортон) һаҡлап ҡала ала. Үзбәк хандың административ-территориаль реформаһынан һуң да Шибан олоҫо Алтын Урҙала үҙ биләмәһен һәм статусын һаҡлап ҡалған берҙән-бер олоҫ була.

XIV быуат аҙағында — XV быуат башында буласаҡ Себер ханлығы ерҙәре тулыһынса шибанидтар тарафынан контролдә тотолоуы тураһында яҙма бар.

Шайбан олоҫо һәм Тайбуға йорто араһындағы мөнәсәбәттәргә «Еңеүҙәр китабынан һайланма йылъяҙмалар»ҙағы хәбәр бер ни тиклем асыҡлыҡ индерә. Шайбанға буйһонған дүрт ҡәбиләнең береһенең башлығы Тайбуға исемен йөрөтә, (сығышы менән бөркөттәрҙән, ҡуңыраттар менән бәйле) [21]), тағы ла бер ҡәбиләнең башлығы Туҡбуға була (сығышы менән төмәндәрҙән)[22]. 1428 йылда Әбел-Хәйер Сыңғыҙ-Тораны алғанда уның хакимдары Тайбуға ырыуының бөркөт ҡәбиләһенән булған Ғәҙәтбәк һәм Кәбәк-хужа-бей була.

«Бөйөк бола» һөҙөмтәһе үҙгәртергә

Ж. М. Сабитов Тайбуғауиҙәрҙе Үзбәкхандың дүрт әмиренең береһе һалйот Алатай вариҫтары менән тиңләй[23]. «Сыңғыҙнамә» исемлектәренең береһендә Алатай ҙа бөркөт тип аталыуы иғтибарға лайыҡ[22].

Ж. М. Сабитовтың Алатай версияһы шуныһы менән ҡыҙыҡлы: Үзбәк Алатайға мең ҡәбиләһенә, йәғни мангыттарға (буласаҡ нуғайҙарға) хакимлыҡ итеүҙы ышанып тапшыра. Ә А. З. Вәлиди «Сыңғыҙнамә»нең тулы версияһында Хужа Мөхәммәт хан заманындағы Сыңғыҙ-Тораны манғыт тораҡ пункты тип атай[24]. Аҙаҡ килеп шуны әйтергә кәрәк, күп кенә үзбәк һәм себер хандарының нуғай мырҙаларына буйһоноуы күптән билдәле, ә Себер ханлығы тар-мар ителгәндән һуң Тайбуға йорто Нуғай Урҙаһы тәркибенә инә.

Ж. М. Сабитов буйынса, Тайбуғин йорто «Бөйөк бола» заманында Алтын Урҙаның бер ярсығы булараҡ барлыҡҡа килә, уны әмир Алатай вариҫтары, Үзбәк хандың башҡа әмирҙәре Иҫәтәй, Нанғоҙай һәм Котло-Тимер вариҫтары өлгөһөнә эйәреп, булдыра. Улар, марионет хандар Сыңғыҙхан вариҫтарына ышыҡланып, Алтын Урҙаның төрлө өлөштәрендә хакимлыҡ итә башлай [23]. Алтын Урҙала манғыттар көсәйеү менән шибанидтар ҙа марионет хандар статусында ҡала.

Сыңғыҙ-Тура виләйәте (1375—1468) үҙгәртергә

1359 йылда Алтын Урҙала Бөйөк бола башлана, унда Шайбаниҙәр әүҙем ҡатнаша.

Туҡтамыш заманы үҙгәртергә

«Сыңғыҙнамәлә» әйтелеүенсә, хан улы Туҡтамыш, тәүҙә Урыҫ-хандан һәм уның вариҫтарынан еңелгәндән һуң ярҙам һорап Шайбаниҙәр нәҫеле башлығы Ҡағанбәккә мөрәжәғәт итә. Ҡағанбәк Туҡтамышҡа ярҙам итмәй, әммә Ҡағанбәктең ике туған ҡустыһы Ғәрәп-шаһ ярҙам ҡулы һуҙа. Шулай итеп, Туҡтамыш, «Бөйөк бола» башланғандан алып беренсе тапҡыр Алтын Урҙаны берләштереп, Урыҫ-хан вариҫтарын һәм Мамайҙы еңеүгә өлгәшә. Туҡтамыш рәхмәт йөҙөнән Ғәрәп-шаһҡа Шайбан олоҫон тапшыра[25].

Ғәрәп-шаһ ағаһы менән йәйен Яйыҡ йылғаһының үрге ағымында йәйләй, ә ҡышты Һырдаръя тамағында үткәрә. Аҡһаҡ Тимер тап Шайбан олоҫонда Туҡтамышҡа ҡаршы һуғыш аса. Низам ад-Дин Шами яҙыуынса, 1389 йылда Аҡһаҡ Тимер Йыһан-шаһ-Баһадирҙе, Ғүмәр-Баһадирҙе һәм Өс-Ҡара-баһадирҙе «Иртеш тарафына дошман эҙләргә» ебәрә. Нуйындар, Иртешкә етеп, вилайәтте талай[26].

1903 йылда «Шәйех Баһауетдин шәкерттәренең Көнбайыш Себерҙә йәшәүсе икенсе дин кешеләренә ҡаршы дини һуғыштары» тигән дөйөм исем аҫтында нәшер ителгән ике ҡулъяҙмаға туҡталмайынса мөмкин түгел. Уларға ярашлы, 1394—1395 йылдарҙа, урындағы халыҡты ислам диненә ылыҡтырыу маҡсатында, 366 шәйех башында Шайбаниҙәр нәҫеле ханы торған 1 700 һыбайлы оҙатыуында, Иртыш буйлап Бохаранан Ҡышлаҡҡа тиклемге юлды үтә. Был сәйәхәттә 300 шәйех һәм 1 448 һыбайлы үлә, ә урындағы халыҡтың ҡырылыуы һанап бөткөһөҙ була.

Сәйәхәт йылъяҙмаһында йылы йәки хандың исеме дөрөҫ күрһәтелмәгән. Был яҙманы яҙыусы шәйех Баһауетдин Нәҡешбәндә 1389 йылда үлә, ә Аҡһаҡ Тимергә үҙенең дошмандарын диндән тайпылыуҙа ғәйепләү һәм ғөмүмән дин өсөн көрәште үҙенең яуҙарының төп сәбәптәре итеп атау хас[27], был хәрби йөрөш ваҡыты Аҡһаҡ Тимер дәүеренә тап килә.

Әйткәндәй, урыҫ йылъяҙмаларында «Төмән» атамаһы беренсе тапҡыр Туҡыйтимүри нәҫеле вәкиле Туҡтамыш ханға бәйле барлыҡҡа килә, йылъяҙмасы был дәүерҙе 1408 йыл тип яҙып ҡуя:

Туҡтамыш Себер ерендә Төмән янында үлтерелә[28][29].

Хужа-Мөхәммәд дәүләте (1421—1428) үҙгәртергә

«Йылъяҙмалар йыйынтығын» һәм Себер йылъяҙмаһын анализлау Себер ханлығына Шайбан вариҫы 1420 йылда Себер ханы тип иғлан ителгән Хужа Мөхәммәд нигеҙ һалыуын күрһәтә. Шунан ханлыҡта күп йылдар буйына үҙ-ара һуғыш бара, ул тик 1495 йылда Себер (Ҡышлау) ҡалаһын дәүләттең баш ҡала тип иғлан итеү менән тамамлана.

Шайбани Әбел-Хәйер үҙе нигеҙ һалған Үзбәк ханлығының баш ҡалаһы итеп Сыңғыҙ-Тораны иғлан итә, шуға ла Төмән бик оҙаҡ ваҡыттарға, 1428 йылдан 1446 йылға тиклем (18 йыл) вилайәт ҡалаһы булып ҡала. Шул осорҙа тәүге тапҡыр «Сыңғыҙ-Тора вилайәте» йылъяҙмаларҙа атап үтелә, тап ошо ҡалала Әбел-Хәйер хан идарасыларҙы (даруғтарҙы) тәғәйенләй башлай[30]. «Сыңғыҙнамәлә» һәм «Носрат-намәлә» ошо осорҙа Төмән ханының Ҡаҙанды буйһондороуы тураһында яҙыла[31].

Иҫкәр йорто (1495—1582) үҙгәртергә

 
Sibier Provincia Мәскәүиәнең Сигизмунд фон Герберштейн эшләгән картаһының көньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә, Яйыҡ йылғаһы буйында күрһәтелгән (1549 йыл)

1495 йылда тайбуғин Мөхәммәд Тайбуға (Махмет) Төмән ханлығын тар-мар итә һәм шәйбәнид Ибаҡты үлтерә. Шунан һуң дәүләттең баш ҡалаһы Ҡашлыҡа күсерелә, һәм ханлыҡ Себер ханлығы тип атала башлай. Уның хакимдары Тайбуға вариҫтары була.

1555 йылда Тайбуға ханы Йәдкәр (Тайбуға мырҙаһы) Рус батшалығына буйһоноуын таный.

Күсемдең Себер ханлығы (1563—1582) үҙгәртергә

1563 йылда Айбәктең ейәне Шайбани ханы Күсем хакимлыҡты үҙ ҡуланы ала. Ул ағалы-ҡустылы Яҙгәр (тайбуғин мырҙаһы) һәм Бикбулатты (Тайбуға мырҙаһы) язалап үлтерә. Төмән ханлығы Себер ханлығы тәркибенә инә. Күсемхан Мәскәүгә яһаҡ түләмәй башлай, әммә 1571 йылда яһаҡҡа 1 000 кеш бирә. 1572 йылда ул буйһоноу мөнәсәбәттәрен тулыһынса өҙә. 1573 йылда Күсем үҙенең туғаны Мөхөммөтҡолдо (Мәхмүтҡол) разведка яһау маҡсатында сит ерҙәгә ебәрә. Мәхмүтҡол, Строгановтарҙы бер аҙ борсоп, Пермгә барып етә. Күсем Себерҙә ислам динен урынлаштырыу өсөн бик күп көс һала.

Мәскәү дәүләтенең Себерҙе яулауы (1582—1598) үҙгәртергә

 
Ермактың Себерҙе буйһондороуы, Суриков Василий Иванович картинаһы

1582 йылдың 26 октябрендә атаман Ермак отряды Сыуаш морононда Күсемде еңгәндән һуң ханлыҡтың баш ҡалаһы Ҡышлауҙы ала. Өс йыл буйына казак отрядтары һуғышып урындағы ҡәбиләләрҙе буйһондора. Әммә 1585 йылда Күсем яугирҙәре кинәт кенә һөжүм иткәндә һәләк була. Шулай ҙа урыҫтарҙың яңы отрядтары Себергә үтеп инә башлай һәм Себер ханлығы биләмәләрендә Төмән, Тобольск, Тара, Берёзов, Обдорск һәм башҡа ҡәлғәләр төҙөлә. 1588 йылда тубыл воеводаһы Данила Чулков бер нисә татар кенәзен әсир итеп ала, шунан һуң боласыл татарҙар Ҡышлауҙы бөтөнләй ҡалдыра һәм дала яғына күсеп китә.

Күсем дә күсенә, әммә 1598 йылға тиклем урыҫ отрядтарына ҡаршылыҡ күрһәтә. 1598 йылдың 20 авгусында ул Обь йылғаһы буйында Ирмән һуғышында еңелә һәм, бер версия буйынса, Нуғай Урҙаһына , икенсе версия буйынса, көнсығышҡа күсенә һәм бер нисә йылдан вафат була.

Күсемдең ейәне — Арыҫлан Ғәли улы 1598 йылда әсир итеп алына, Ҡасим ҡалаһында йәшәй, 1614 йылда Ҡасим ханы тип иғлан ителә.

Идара итеү үҙгәртергә

Себер ханлығы күп милләтле сәйәси берләшмә була. Дәүләт башында хан тора, ки хауас менән һайлана — бәктәр, мырҙалар, тархандар һайлап ҡуя. Дәүләт ҡоролошо ярым хәрби характерҙа була. Ханлыҡҡа идара итеү йәһәтенән вәзир — ҡараса һәм кәңәшселәр хандың уң ҡулы була. Танылған мырҙалар һәм бәктәр идара иткән олоҫтарҙың эшенә Себер хандары бик үк ҡыҫылып бармаған. Һуғыш ваҡыттарында мырҙалар үҙ отрядтарфы менән хәрби походтарға ҡатнаша, сөнки хәрби аманат феодалдарҙың төп килем сығанағы була. Феодаль аҡһөйәктәр составының бәләкәй генә өлөшөнә ханты һәм мансиларҙың юғары ҡатламы ла ингән. Төрки булмаған башҡа халыҡтар буйһоноп йәшәгән, был үҙ сиратында ханлыҡта ҡапма-ҡаршылыҡтар тыуҙырған һәм уның ҡеүәтен кәметкән.

Тасуирлама үҙгәртергә

XV быуат аҙағында Алтын Урҙа дәүләтенең тарҡалыуы һәм Төмән ханлығында хакимлыҡ итеүсе Тайбуғауиҙәр һәм Шайбаниҙәрҙең үҙ-ара ыҙғышы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[32]. Баш ҡалаһы — Себер (Ҡышлау)[1].

Пермь ере, Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы, Ҡаҙаҡ ханлығы һәм Иртеш буйы далаларындағы телеуттар менән сиктәш булған.

Дәүләт башында урындағы аҡһаҡалдар тарафынан һайлап ҡуйылған Сыңғыҙ нәҫеленә ҡараған хан торған. Дәүләт мәсьәләләре ҡарасабәктәрҙән (юғары хауас вәкилдәре) торған диуан тарафынан хәл ителгән. Дәүләт дине — ислам. Рәсми теле — төрки. Дәүләт ҡоролошо ярым хәрби характерҙа булған. Территорияһы солтандар (тәхет вариҫтары), бәктәр (бейҙәр), мырҙалар, тархандар етәкселек иткән улустарға бүленгән. Төп хужалыҡ тармағы — малсылыҡ. Халҡы шулай уҡ төрлө кәсептәр, игенселек, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ханлыҡтың биләмәләрен һаҡлау өсөн ҡәлғәләр төҙөлгән.

Ҡасим-Тора, Ҡолары, Ҡыҙыл-Тора (Усть-Ишем), Тархан-Ҡала, Тун-Тора, Яулы-Тора һәм башҡалар.

Себер ханлығы Рәсәй дәүләте менән һуғыштар алып барған. Урал аръяғы башҡорттары (табын һ.б. ҡәбиләләр) хауас булған, бары бейҙәр, мырҙалар, тархандар башҡорт булған, хәрби ( Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) һ.б. йөкләмәләр атҡарған. П.И.Рычков мәғлүмәттәреһәм табын ҡәбиләһе шәжәрәһе буйынса, Себер хандары урындағы халыҡты бөлдөргән, Себер ханы Айбәк менән көрәш осоронда башҡорттар Ағиҙел һәм Инйәр йылғалары буйына күсенергә мәжбүр була. 16 быуаттың 2‑се яртыһында Себер ханы Күсем ғәскәренә башҡорттарҙың бәкәтин, ҡатай, табын, һалйот, һеңрән һ.б. ҡәбиләләре ингән. 16 быуат аҙағында — 17 быуат башында Рәсәй менән һуғыштар осоронда ханлыҡ уның тәркибенә инә. Һуңыраҡ Себер хандары улдары (Себер хандары вариҫтары, Күсем нәҫеле) һәм башҡорт милләте бер нисә тапҡыр ханлыҡты тергеҙергә ынтылыш яһай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Башҡа атмалары — Себер, Ибер, Иҫкәр.
  2. Сибирское ханство. Большая Российская энциклопедия 2019 йыл 18 декабрь архивланған.
  3. Тоган Валиди. А. История Башкир / Перевод с турецк. и вступ. ст. А.М. Юлдашбаева. Уфа: Китап, 2010. С. 37.
  4. Себер ханлығы һәм башҡалар
  5. 5,0 5,1 Сибирское ханство. bse.sci-lib.com. Дата обращения: 13 сентябрь 2015.
  6. Статья в Башкирской энциклопедии 2017 йыл 2 февраль архивланған.
  7. Иоганн Шильтбергер. Книга путешествий // Сибирь в известиях западно-европейских путешественников и писателей, XIII-XVII вв. — Новосибирск, 2006.
  8. Егоров В. Л. Глава вторая. Территория и границы Золотой Орды // Историческая география Золотой Орды в XIII-XIV вв. — М.: Наука, 1985. — 11,000 экз.
  9. Егоров В. Л. Глава третья. Города Золотой Орды и некоторые вопросы экономической географии государства // Историческая география Золотой Орды в XIII-XIV вв. — М.: Наука, 1985. — 11,000 экз.
  10. Белич И. В. К этимологии, семантике и истории происхождения средневекового имени г. Тюмени // Вестник археологии, антропологии и этнографии : Электр. журнал. — Тюмень: Изд-во ИПОС СО РАН, 2007. — № 7. — С. 152. — ISSN 2071-0437. Архивировано из первоисточника 14 июль 2015.
  11. Атласи, Хади. История Сибири. — Казань: Татар. кн. изд-во, 2005. — С. 24—29. — 96 с.
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 Файзрахманов Г. Л. История татар Западной Сибири: с древнейших времён до начала XX века. — Казань: Татар. кн. изд-во, 2007. — С. 112—121. — 431 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-298-01536-3.
  13. Вернадский Г. В. О составе Великой Ясы Чингисхана (С приложением главы о Ясе из истории Джувейни) // История права. — СПб.: Лань, 1999. — С. 120. — 176 с. — (Мир культуры, истории и философии). — 3000 экз. — ISBN 8-0114-0172-8.
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 Исхаков Д. М. Институт сибирских князей: генезис, клановые основы и место в социально-политической структуре Сибирского юрта // Научно-документальный журнал «Гасырлар авазы - Эхо веков» : журнал. — Казань: Главное архивное управление при Кабинете Министров Республики Татарстан, 2008. — № 2. — ISSN 2073-7483. Архивировано из первоисточника 22 март 2016.
  15. Нестеров А. Г. Искерское княжество Тайбугидов (XV—XVI вв.) // Сибирские татары. Монография. — Казань: Институт истории АН РТ, 2002. — С. 19—20. — 240 с. — 500 экз. — ISBN 5-94981-009-0. Архивная копия от 15 июль 2011 на Wayback Machine
  16. Трепавлов В. В. История Ногайской Орды. — М.: Восточная литература, 2001. — С. 325—326. — 752 с.
  17. Камал ад-дин Бинаи. Шайбани-наме // Материалы по истории казахских ханств XV-XVIII веков (Извлечения из персидских и тюркских сочинений). — Алма-Ата: Наука, 1969.
  18. Юдин В. П. Орды: Белая, Синяя, Серая... // Чингиз-наме. — Алма-Ата: Гылым, 1992. — С. 32—35.
  19. Сабитов Ж. М. Генеалогия Торе. — 3-е изд. — Алма-Ата, 2008. — С. 13. — 326 с. — 1,000 экз. — ISBN 9965-9416-2-9. Архивная копия от 27 ғинуар 2012 на Wayback Machine
  20. Костюков В. П. Улус Шибана в XIII–XIV вв. (по письменным источникам) // Проблемы истории, филологии, культуры : журнал. — Магнитогорск, 1998. — В. 6. — С. 210—224.
  21. Исхаков Д. М. Тюркско-татарские государства XV—XVI вв. — Казань: Институт истории им. Ш. Марджани АН РТ, 2004. — С. 21. — 132 с. — (Biblioteka TATARICA). — 500 экз.
  22. 22,0 22,1 Мустакимов И. А. Об одном списке «Дафтар-и Чингиз-наме» // Средневековые тюрко-татарские государства : Сборник статей. — Казань: Институт истории им. Ш. Марджани АН РТ, 2009. — В. 1. — С. 123—127. — ISBN 978-5-98245-048-7.
  23. 23,0 23,1 Сабитов Ж. М. Генеалогия Торе. — 3-е изд. — Алма-Ата, 2008. — С. 76—77, 82. — 326 с. — 1,000 экз. — ISBN 9965-9416-2-9. Архивная копия от 27 ғинуар 2012 на Wayback Machine
  24. Вэлиди Туган Э.З. Башкорттарзын тарихы. Тэрк татар тарихы. — Уфа, 1984. — С. 25—26.
  25. Утемиш-хаджи ибн маулана Мухаммада Дости. Чингиз-наме. — Алма-Ата: Гылым, 1992. — С. 117—118.
  26. Низам ад-Дин Шами. Книга побед=Зафар-наме // Материалы по истории киргизов и Киргизии. — М., 1973. — С. 109.
  27. Средневековые источники ислама Новосибирского региона - 3 (недоступная ссылка — история). Наш Новосибирск (15 октябрь 2010). Дата обращения: 18 февраль 2011. Архивировано 26 август 2011 года. 2011 йыл 26 август архивланған.
  28. Белов М. И. Арктическое мореплавание с древнейших времен до середины XIX века. — М.: Издательство «Морской Транспорт», 1956 2008 йыл 19 сентябрь архивланған.
  29. Сафаргалиев М. Г. Распад Золотой Орды. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 1960. — С. 181—182. — 279 с. — 1,500 экз.
  30. Исхаков Д. М. Тюркско-татарские государства XV—XVI вв. — Казань: Институт истории им. Ш. Марджани АН РТ, 2004.— Глава 1. Дата обращения: 29 июль 2009. Архивировано из оригинала 1 август 2009 года. 2009 йыл 1 август архивланған.
  31. Исхаков Д. М. О методологических аспектах исследования проблемы становления сибирско-татарской этнической общности // Сибирские татары. — Казань: Институт истории АН Республики Татарстан, 2002.— С. 13-14.
  32. Сибирское ханство — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Атласов X. Себер тарихы. Т. 1. — Ҡазан, 1911.
  • История Сибири с древнейших времен до наших дней. Т. 1. — Л., 1968.
  • Трепавлов В. В. История Ногайской Орды. — М., 2002.

Һылтанмалар үҙгәртергә