Рахманҡолов Дилүс Лотфулла улы

Рахманҡолов Дилүс Лотфулла улы (20 август 1939 йыл — 9 август 2008 йыл) — ғалим-химик-органик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1975), профессор (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981).

Рахманҡолов Дилүс Лотфулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 август 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Муса (Ырымбур өлкәһе), Шарлыҡ районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 9 август 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Дилүс Лотфулла улы Рахманҡолов[1]. 1939 йылдың 20 авгусында Чкалов (хәҙерге Ырымбур өлкәһе) өлкәһенең Шарлыҡ районы Яңы Муса ауылында тыуған.

1962 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Өфө нефть техникумында уҡытыусы (1962—1968); Өфө нефть институтында өлкән уҡытыусы (1968—1969), доцент (1969—1971), кафедра мөдире (1971—1993), ғилми эш буйынса проректор (1977—1993) булып эшләй; 1993 йылдан алып аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ғилми-тикшеренеү институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре; Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының химия һәм химик технологиялар өлкәһендә дәүләт фәнни-техник программаһы ғилми етәксеһе.

Рахманҡолов — химик-органик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1975), профессор (1976).

Рахманҡолов эшләгән фәнни эштәр йүнәлеше: ацеталдәрҙең, ортоэфирҙарҙың һәм уларҙың гетероаналогтарының әүерелештәре, аралыҡтағы актив киҫәксәләрҙең реакция механизмдары, төҙөлөшө һәм реакцияға һәләтле булыуы, барлыҡҡа килгән продукттарҙың стереохимияһы.

Уның эше һөҙөмтәһендә яңы эффектив металлдар коррозияһы ингибиторҙары, нефть сығарыу өсөн реагенттар, сүсле оптика, полиграфия, ядро энергетикаһы, махсус тәғәйенләнешле техника, радиоэлектроника өсөн материалдар алына. Барлығы сәнәғәт етештереүенә 500-ҙән артыҡ асыштар индерә. Асыштары халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә, СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелә, миҙалдар һәм дипломдар менән билдәләнә.

Рахманҡолов «Башҡорт химия журналы» (1993 йылдан алып), «Фән һәм техника тарихы» (2004 йылдан алып) журналдарын баҫып сығарыусы «Реактив» Дәүләт фәнни‑техник әҙәбиәт нәшриәтен; «Реактив» дәүләт инженер үҙәген, нәҙек органик синтез ғилми-тикшеренеү институтын, «Уфареактив» дәүләт унитар предприятиеһын, химия сәнәғәте министрлығының 4 тармаҡ ғилми-тикшеренеү лабораторияһын, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеге өсөн реагенттар буйынса проблемалы лабораторияһын ойоштора; 20 йылдан ашыу 120-нән ашыу юғары уҡыу йортон һәм аҙ күләмле химик продукттар, реагенттар һәм айырыуса таҙа матдәләр өлкәһендә СССР ғилми-тикшеренеү институтын берләштергән «Реактив» дәүләт фәнни-техник программаһын ойоштороусы һәм етәксеһе.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһын ойоштороусыларҙың береһе.

Уның уҡыусылары араһында 40-тан ашыу фән докторы һәм 200-ҙән ашыу фән кандидаты.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Химия бүлегендә (химия-технология фәндәре) тора.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

Рахманҡолов Дилүс Лотфулла улы — 2500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм 120-нән ашыу монография, 600-ҙән ашыу авторлыҡ таныҡлығы һәм патент авторы.

Ул «Башҡорт химия журналы», «Фән һәм техника тарихы» журналдарының баш мөхәррире була. Д. И. Менделеев исемендәге Бөтә союз химия йәмғиәтенең Башҡортостан идараһы рәйесе (1979—1992).

Реакция ацеталей, ортоэфиров и их аналогов с кремнийорганическими соединениями. Өфө: Реактив, 1997 (авторҙаш).

Ингибиторы коррозии. Т. 1: Основы теории и практики применения. Өфө: Реактив, 1997 (авторҙаш).

Интенсификация химических процессов в научных исследованиях и промышленности под воздействием микроволнового излучения. М.: Химия, 2003 (авторҙашы, ред.).

Эпихлоргидрин. Методы получения, физические и химические свойства, технология производства. М.: Химия, 2003 (авторҙашы, ред.).

Ингибиторы коррозии. В 4 т. Т. 3: Основы технологии получения и применения ингибиторов коррозии. М.: Интер, 2005. (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Бөтә донъя уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар күргәҙмәһенең Ҙур алтын миҙалы менән бүләкләнгән (1985, Болгария).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. РАХМАНКУЛОВ Дилюс Лутфуллович. Дата обращения: 8 ғинуар 2013. Архивировано 27 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 27 ғинуар архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Башкортостан: краткая энциклопедия. Уфа: башкирская энциклопедия, 1996.

Кто есть кто в российской химии: Справочник. 2-е изд. М.: Российское химическое общество имени Д. И. Менделеева, 2004.

Мелуа А. И. Российская академия естественных наук. М.; СПб.: Гуманистика, 1998.

Уфимский государственный нефтяной технический университет (доктора наук, профессора). М.: Недра, 1997

Һылтанмалар үҙгәртергә