Ишмөхәмәтов Рауил Әхмәтгәрәй улы
Ишмөхәмәтов Рауил Әхмәтгәрәй улы (20 август 1912 йыл — 15 май 1979 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре. Эшсе депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитетының тәүге рәйесе (1954—1963). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б) ағзаһы.
Рауил Ишмөхәмәтов | |||||||
| |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
1954 — 1963 | |||||||
Алдан килеүсе: | Собханғолов Сәхиулла Шакир улы | ||||||
Дауамсы: | Фәтҡуллин Хөсәйен Әһлиулла улы | ||||||
Тыуған: | 20 август 1912 Өфө губернаһы, Көбәк ауылы | ||||||
Үлгән: | 15 май 1979 (66 йәш) Башҡорт АССР-ы, Салауат ҡалаһы | ||||||
Партия: | КПСС | ||||||
Белеме: | Өфө тимер юл техникумы | ||||||
Профессияһы: | тимер юлсыһы | ||||||
Хәрби хеҙмәт | |||||||
Хеҙмәт иткән йылдары: | 1941—1946 | ||||||
Принадлежность: | РККА | ||||||
Звание: | |||||||
Бәрелештәр: | Бөйөк Ватан һуғышы | ||||||
Наградалары: |
|
Биографияһы
үҙгәртергәРауил Әхмәтгәрәй улы Ишмөхәмәтов 1912 йылдың 20 авгусында Өфө губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Көбәк ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте башҡорт[1].
1914 йылда атаһы вафат була. 1921 йылдан 1929 йылға тиклем ғаилә хәле буйынса балалар йорттарында, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ интернатындә тәрбиәләнә. Өфө ҡалаһында Ленин исемендәге 2-се баҫҡыс өлкә башҡорт мәктәбен тамамлай.
1929—1933 йылдарҙа Өфө тимер юлы техникумында белем ала. Уны тамамлағандан һуң, ике йыл дауамында Өфөлә техник-төҙөүсе булып эшләй. 1934—1936 йылдарҙа РККА сафында хеҙмәт итә.
1936 йылдан Өфөлә эшләй. 1939 йылдан Ишембай-Өфө нефть үткәргесе төҙөлөшөнә күсерелә, Ишембай ҡалаһында йәшәй. 1939 йылдан — ВЛКСМ ағзаһы, 1942 йылдан — ВКП(б) ағзаһы.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 5 октябрендә фронтҡа алына[1][2]. Капитан[2].
1946 йылдан Ишембай ҡалаһына ҡайта, бында И. В. Сталин исемендәге Ишембай заводында һөнәре буйынса эшләүен дауам итә, һуңыраҡ — Ишембай ҡала Советы рәйесе урынбаҫары.
1954 йылдың авгусында Эшсе депутаттарының Салауат ҡала Советы башҡарма комитетының тәүге рәйесе итеп һайлана һәм Салауат ҡалаһына күсә. Ҡала төҙөлөшөнә ҙур өлөш индерә[3].
4-6-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советының депутаты була[4].
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән, ҡыҙы — Эльмира Головина[5], ейәне Роберт.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944)[1].
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)[2].
- «Батырлыҡ өсөн»[6], «Ленинград оборонаһы өсөн», «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары.
Хәтер
үҙгәртергә2012 йылда Салауат ҡала тыуған яҡты өйрәнеү музейында Рауил Әхмәтгәрәй улы Ишмөхәмәтовтың тыуыуына 100 йыллығына күргәҙмә ойошторола. Телевидениела уның тураһында фильм төшөрөлә һәм күрһәтелә[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Память народа :: Документ о награде :: Ишмухаметов Рауль Ахмедгареевич, Орден Отечественной войны II степени
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Память народа :: Документ о награде :: Ишмухаметов Рауль Ахметгариевич, Орден Красной Звезды
- ↑ МУП Трамвайное Управление г. Салават
- ↑ IV созыв
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/6623/16389044.29/0_82057_1ace23ad_orig
- ↑ Память народа :: Документ о награде :: Ишмухаметов Рауль Ахметгалеевич, Медаль «За отвагу»
- ↑ Человек-легенда | Телекомпания «Салават»(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Калимуллин Б. Г. Салават. Планировка и застройка города. / Ред. Н. А. Пекарева; Акад. строительства и архитектуры СССР. — М.: Госстройиздат, 1962. — 60 с.
- Любимый город Салават. / К 60-летию города Салават. — 2009. — 2000 экз.
- Остаёмся с тобой, Салават. / Под ред. А. Т. Галиева. — Уфа: Изд. «Лето», 2000. — ISBN 5-87308-316-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ишмухаметов Рауль Ахметгалеевич на сайте «Память народа»