Табын кантоны (рус. Табынский кантон) — Башҡортостан кантоны.

Табын кантоны
Табын кантоны
Ил Башҡортостан автономияһы
Башҡортостан АССР-ы
Үҙәге Оло Үтәш (1919—1920) һәм Еҙем-Ҡаран (1920—1922) ауылдар
Ойошторолған 1919
Майҙаны 5 872 км²
Халҡы 140 348 кеш. (1920)
Рәсми телдәр башҡорт теле

Административ үҙәге — Оло Үтәш (1919—1920) һәм Еҙем-Ҡаран (1920—1922) ауылдар.

1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].

1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Бөрйән-Түңгәүер кантоны ла була.

Кантон составына Стәрлетамаҡ өйәҙенең (Архангел (бер өлөшө), Бишҡайын, Богоявленск, Боҙаяҙ, Дыуан-Табын, Кесе Табын, Кәлсер-Табын, Меркетле улустары) һәм Өфө өйәҙенең (Бишауыл-Уңғар, Биштәкә улустары) улустары инә.

1922 йылдың 5 октябрендә кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Стәрлетамаҡ кантоны һәм Өфө кантоны составына инә.

1920 йылда — 140 348 кеше (1920).

 
Башҡортостан кантондары, 1920

География

үҙгәртергә

Майҙаны — 5 872 км² (1922). Төньяҡ-көнсығышта — Көҙәй кантоны, көнсығышта — Тамьян-Ҡатай кантоны, көньяҡта Юрматы кантоны, төньяҡ-көнбайышта Өфө губернаһы менән сиктәш була.

Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
  2. Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә