Туғанлыҡ

халыҡ-ара театр фестивале

«Туғанлыҡ» — төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара фестивале.

«Туғанлык»
Үткәреү йылдары

1991, 1996, 2000, 2006, 2012, 2016

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ҡала

Өфө, Башҡортостан

Ойоштороусылар

Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы, ТӨРКСОЙ, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзы, Башҡортостан Республикаһының театр эшмәкәрҙәре союзы

Язык

төрки телдәр

Дөйөм характеристика

үҙгәртергә

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале Башҡортостандың баш ҡалаһы — Өфөлә 1991 йылдан башлап үткәрелә.

Төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара фестивален ойоштороусылар — Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы, ТӨРКСОЙ, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзы, Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы.

Төрки телле халыҡтар фестиваленең төп маҡсаты — Рәсәй Федерацияһында һәм сит илдәрҙә йәшәүсе төрки телле халыҡтар араһындағы ижади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе һаҡлау.

«Туғанлыҡ» фестивале йомғаҡтары буйынса 5 төп номинацияла премиялар булдырылған: «Фестивалдәге иң яҡшы спектакль», «Иң яҡшы режиссёр эше», «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», «Иң яҡшы ир-ат роле», "" «Иң яҡшы сценография». Быларҙан тыш, «Иң яҡшы композитор эше», «Иң яҡшы драматургия», «Икенсе пландағы иң яҡшы роль» тип аталған премиялар, «Дебют», «Өмөт», «Өлкән быуындар традицияларына һәм идеалдарына һаҡсыл мөнәсәбәт өсөн», «Тамашасылар һөйөүе призы» ише приздар тапшырыла. Төп номинацияларҙа еңеүсе тип табылған спектаклдәр сит илдәрҙәге гастролдәрҙә ҡатнашыу хоҡуғына эйә була. Фестиваль сиктәрендәрәссам-сценографистарҙың күргәҙмәләре (2000), «Төрки театрҙар традициялары һәм хәҙерге донъя» тип аталған фәнни-ғәмәли конференция (2006), «Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театр» тигән Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция, оҫталыҡ дәрестәре һ.б. үткәрелә.

1991 йылда театр фестивалендә 11 коллектив ҡатнашты, 1996 йылда — 9, 2000 йылда — 15, 2006 йылда — 15, ә 2012 йылда уларҙың һаны 14-кә барып етә[1][2].

Фестивалдә төрлө йылдарҙа Әзербайжан милли академия драма театры (Баҡы), Анкара дәүләт театры, Алтай республикаһының дәүләт милли драма театры (Тау-Алтай), Балҡар драма театры (Нальчик), Ысыҡкүл музыкаль-драма театры (Ҡаракүл), Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Салауат башҡорт дәүләт драма театры, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Хакасс милли драма театры (Абакан) һ.б. ҡатнашты

Фестиваль лауреаттары

үҙгәртергә

I фестиваль — 1991 йыл

үҙгәртергә

«Фестивалендә иң яҡшы спектакле»

1-се премия — «Ситән буйында бөрлөгән». Б. Б. Чиндыков. Сыуаш дәүләт академия драма театры (Чебоксар);
2-се премия — «Бөйөк Кудангса». П. А. Ойунский. Саха Республикаһы драма театры (Якутск);
3-сө премия — «Бисура». М. А. Ғиләжев. Татар академия театры (Ҡаҙан).

«Иң яҡшы режиссёр эше» — Ф. М. Бүләковтың «Ҡанатланып ос һин, Толпарым!». реж. Р. В. Исрафилов. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры (Өфө).

«Иң яҡшы сценография» — рәссамы В. В. Федоров (ЧАДТ, Чебоксар).

«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле»— Э. А. Юнусова (БАДТ).

«Иң яҡшы ир-ат роле» — А. Н. Островскийҙың «Төшөмлө урын» спектаклендә О. З. Ханов. Йәш тамашасы театры (Өфө).

II фестиваль — 1996 йыл

үҙгәртергә

«Фестивалдәге иң яҡшы спектакль» — «Бибинур, ах, Бибинур!» Ф. М. Бүләков, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры (Өфө).

«Иң яҡшы режиссёр эше» — В. Н. Яковлевтың В. Г. Распутин повесы буйынса ҡуйылған «Матера менән хушлашыу» спектакле, реж. В. Н. Яковлев, К. В. Иванов исемендәге Сыуаш дәүләт академия драма театры (Чебоксар).

«Иң яҡшы сценография» — «Кара һәм Седип» — В. Кок-Оол, рәссамы В. Шульга; В. Кок-оол исемендәгеТува милли музыка-драма театры (Ҡыҙыл).

«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» — К . Сейдалиева Ж. Кулмамбетовтың «Ҡәҙерле Манас» спектаклендә, Ҡырғыҙ академия драма театры (Бишкәк).

«Иң яҡшы ир-ат роле»— Г.-Б Санатчи, В . Исмаил С. Беккеттың һәм М. Хадиҙың «Өмөт, йәки өмөт тураһындағы Өс уйын» Әзербайжан йәштәр театры «Йуг»(Баку).

III фестивале — 2000 йыл

үҙгәртергә

«Фестивалдең иң яҡшы спектакле» — «Кем һин, Сүбидәй?» Э Миживат. В. Кок-оол исемендәге Тува милли музыка-драма театры (Ҡыҙыл).

«Иң яҡшы режиссёр эше» — «Каин — Әҙәм улы» К Ашир, реж. К. Ашир, М. О. Ауэзов исемендәгеҠаҙаҡ дәүләт академия драма театрында (Алма-ата).

«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле»— Л . Усеинова «Макбет» спектакле. У. Шекспир. Ҡырым татарҙары академия музыка-драма театры (Симферополь).

«Иң яҡшы ир-ат роле» — Ш. Т . Фәрхетдинов К. Ғ. Тинчуриндың «Атылған йондоҙ» спектаклендә. Татар драма һәм комедия театры (Ҡазан).

IV фестиваль — 2006 йыл

үҙгәртергә

«Фестивалдәге иң яҡшы спектакль»— «Кәкүк ояһы» — К Кизи романы буйынса, реж. А.Ә.Абушахманов. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры (Өфө).

«Иң яҡшы режиссёр эше» — А.Ә.Абушахманов, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры (Өфө).

«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле»— Л. М . Хәмитова А. П. Чеховтың "Апалы-һеңлеле өсәү"спектакле, Татар академия театры (Ҡаҙан).

«Иң яҡшы ир-ат роле»— Х. Ғ. Үтәшев «Кәкүк ояһы» — К Кизи романы буйынса, реж. А.Ә.Абушахманов. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры (Өфө).

V фестивале — 2012 йыл

үҙгәртергә

«Фестивалдәге иң яҡшы спектакль» — «Мәскәү-Васютки» ,Ф. М. Бүләков, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры (Стәрлетамаҡ).

«Иң яҡшы режиссёр эше»— А.Ә.Абушахманов — Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры (Өфө)[3].

«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» — Т . Осаева «Бай ҡатын» спектакле Али Амирлиҙың пьесаһы буйынса , А. Салауатов исемендәге Ҡумыҡ дәүләт музыка-драма театры.

«Иң яҡшы ир-ат роле»— Ф. А. Бәкеров спектакль , Ф. М. Бүләковтың «Мәскәү-Васютки» спектакле Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры (Стәрлетамаҡ).

«Милли классиканың оригиналь художестволы хәл ителеше өсөн» — Ҡаҙағстан Республикаһының Жамбыл исемендәге Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкә драма театры коллективы, «Мин-кешемен» спектакле, А Кунанбаев.

«Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш» — «Мәсих шайтан әйткән, ти». Төрөк Республикаһының Н. Асъялы исемендәге Анкара дәүләт театры.

«Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле»— А . Кривогорницына В. Иванов-Чиллэҙың «Кюбэджэ Кюн бәһлеүән» спектакле, Саха Республикаһының Баыылай Нюрбин дәүләт драма театры (Яҡутстан).

«Икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле» — В . Топоев «Күк селтәре утрауы» Тикамацу Мондзаэмондың драматик поэмаһы буйынса спектакль, Хакасс драма һәм этник музыка театры «Читиген».

«Иң яҡшы актёрҙар дуэты»  — Товаров һәм И. Кукуев «Тургак» спектаклендә, П. В. Кучияк исемендәге Алтай Республикаһының милли драма театры.

«Спектаклдәге иң яҡшы пластик хәл ителеш»— Эшреф Шемья-заданың «Аслыхан» поэмаһы буйынса спектакль, Ҡырым татарҙарының академия музыка-драма театры (Симферополь)[4].

Төрки телле халыҡ-ара театрҙар фестивалендә билдәле театр эшмәкәрҙәре, шул иҫәптән, рәйестәр: О. И. Пивоваров (1991), Ю. И. Еремин (1996), Я. В. Калиш (2000), В. А. Андреев (2006), А. С. Борисов (2012) жюри составына инә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә