Төрөмбәт
Төрөмбәт (рус. Турумбет) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 620 кеше[2]. Почта индексы — 453497, ОКАТО коды — 80205858001.
Ауыл | |
Төрөмбәт рус. Турумбет | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453497 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергәӨршәк йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәТөрөмбәт ауылы Меркет-Мең улусы сотнигы Төрөмбәт Ырыҫҡоловтың исемен йөрөтә. Сотник XVIII быуаттың 60-сы йылдарындағы сығанаҡтар буйынса билдәле. 1811 йылда VI ревизия ауыл халҡын милли ҡатнаш (Биштәк, Көҙәк, Этекәй ауылдарынан килгән 211 аҫаба башҡорт, 48 керҙәш башҡорт, 88 типтәр) күрһәтә. Әммә халыҡ һаны ике ауыл — Иҫке- һәм Яңы Төрөмбәт буйынса бирелә. Һуңғыһы 1784 йылда айырылып сыға. VII ревизия ваҡытында иҫке ауылда 13 йортта йәшәгән 77 кешене иҫәпкә ала, яңы ауылда 38 йортта 211 кеше теркәлә. ХIХ быуат уртаһында беренсеһендә — 124, икенсеһендә 373 кеше иҫәпләнгән. Яңы Төрөмбәттә ауылға нигеҙ һалыусының улдары йәшәй. Былар балалары менән йорт сотнигы Абдулкәрим, Абдрахман, Яңыбәк Төрөмбәтовтар. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сана яһау менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, бакалея кибете иҫәпкә алынған. 30‑сы йылдарҙан алып 1‑се Төрөмбәт (443 кеше) һәм 2‑се Төрөмбәт (296 кеше) ауылдары булараҡ теркәлгән, һуңынан улар хәҙерге исем менән бергә иҫәпкә алынған[3].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәТөрөмбәт ауылы — административ үҙәк. Төп мәктәп (Степановка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Йыйын” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 559 | 278 | 281 | 49,7 | 50,3 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (99 %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдары
үҙгәртергә1850 йылда Төрөмбәт ауылында ла ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана[5].
Атаманың килеп сығышы
үҙгәртергәАуылдың исеме антропонимдан. Төрөмбәт ауылы унда төпләнеүсе Меркет-Мең улусы сотнигы Төрөмбәт Ырыҫҡолов исеме менән атала.
Ер-һыу атамалары
үҙгәртергәЙылғалар
- Өршәк йылғаһы
- Бурлығул йылғаһы
- Ослотау[6]
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ибраҡов Миңнулла Шәйәхмәт улы (15 август 1943 йыл) — инженер-технолог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1994), СССР-ҙың почётлы химигы (1989)
- Рәшит Назаров (1 ноябрь 1944 йыл—14 октябрь 2006 йыл) — шағир. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2004), Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы (1996) лауреаты.
- Ғәҙелша Юнысов (1783—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Ильясов Вәкил Искәндәр улы (20 август 1960 йыл) — спортсы. Көрәш буйынса РСФСР‑ҙың спорт мастеры (1985). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2009)[8].
Видеояҙмаларҙа
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 51. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ 1850 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Баш3оростан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
- ↑ Госсправка сайтында урам исемдәре
- ↑ Ильясов Вәкил Искәндәр улы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- 1834 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1850 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 51. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Төрөмбәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |