Моталов Миңләхмәт Ғилметдин улы
Моталов Миңләхмәт Ғилметдин улы (19 март 1928 йыл — 5 апрель 2012 йыл) — ғалим-тау инженеры-геолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1961), профессор (1994]). 1963 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан инженерлыҡ һәм Рәсәй тау фәндәре академияларының мөхбир ағзаһы.
Миңләхмәт Ғилметдин улы Моталов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Йылайыр кантоны 1-се Йәнтеш ауылы[1] |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
геология-минералогия фәндәре кандидаты |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары |
Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1998) |
Биографияһы
үҙгәртергәМиңләхмәт Ғилметдин улы Моталов 1928 йылдың 19 мартында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантонының 1-се Йәнтеш ауылында[1] тыуған. Билдәле дирижёр Ғәйнетдин Моталовтың ауылдашы һәм ике туғаны.
1953 йылда М. И. Калинин исемендәге Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институтының геологик разведка факультетын, СССР Фәндәр академияһының «Һирәк осрай торған элементтар минералогияһы, геохимияһы һәм кристаллохимияһы» буйынса аспирантураһын тамамлай.
1954—1991 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы системаһында эшләй, комплекслы геологик разведка партияһына етәкселек итә, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре була.
1978—1982 йылдар — Мәскәү технология институтының Өфө филиалында уҡыта.
1985—1991 йылдар — Өфө нефть институтында уҡыта.
1992—1996 йылдар — «Башҡортостан энциклопедияһы» нәшриәтендә төп мөхәррир, география һәм геология бүлеге етәксеһе була[2].
1998 йылда юғары белем өлкәһендә юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә күрһәткән намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә[3].
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәМиңләхмәт Моталов фәнни тикшеренеүҙәрҙе комплекслы файҙаланыу һәм ҡырҡа киңәйтеү (1962 һәм 1975 йылдарҙа КПСС өлкә комитеты бюроһының ике ҡарары ҡабул ителә) һәм республиканың баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары урынлашҡан төбәге уртаһында ҡалдыҡһыҙ эшләүсе химия металлургияһы комбинаты төҙөү инициаторы була[4].
Миңләхмәт Ғилметдин улы — 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, шулай уҡ тыуған яҡтың тәбиғи байлыҡтары тураһындағы 13 фәнни-популяр китап менән 1000-ләгән мәҡәлә авторы. Ул геохимия һәм минералогия буйынса мәғлүмәттәрҙе системалаштырыу менән дә шөғөлләнә. Миңләхмәт Моталов АҠШ-тағы Азатлыҡ статуяһының плащы Башҡортостанда сығарылған ҡыҙыл баҡырҙан эшләнгәнлеген фараз итә һәм уны дәлилләй[5]. Билдәле булыуынса, был статуя Америкаға АҠШ-тың бойондороҡһоҙлоғоноң 100 йыллығы уңайынан Франция хөкүмәте тарафынан бүләк ителә. Француздар ҡыҙыл баҡырға Рәсәйгә заказ бирә. Был 19-сы быуаттың икенсе яртыһында була. Ул осорҙа баҡыр хәҙерге Башҡортостан ерҙәрендәге ятҡылыҡтарҙан сығарып иретелә. Ҡайһы заводта икәнлеген теүәл генә әйтеп булмаһа ла, Моталов фаразлауынса, сауҙагәрҙәр Мясников менән Твердышев заводында булырға тейеш, сөнки предприятие Тора йылғаһында урынлашҡан булған. Нәҡ ошо йылға буйлап металды Уралдан Балтик яғына оҙатҡандар, ә унан ул Европаға һәм Францияға алып кителгән. Завод 1895 йылға тиклем, йәмғеһе 50 йыллап, эшләгән. Ошо осорҙа бөтәһе миллион ярым бот баҡыр иретелгән. Азатлыҡ статуяһының плащын эшләүгә табаҡлап йәйелгән 225 тонна ҡыҙыл урал баҡыры киткән, хәҙер инде ул йәшкелт патина менән ҡапланған.
Нәшер ителгән хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Тылсымлы минералдар. Өфө: Китап, 1980;
- Волшебные минералы. Уфа, 1988;
- Цветные и облицовочные камни Башкирии. Уфа: Башк.кн.изд-во, 1986 (соавт.);
- Правда и легенды о камнях уральских. Уфа: Башк.кн.изд-во, 1992. — 176с.;
- Корифей нефтяной геологии. Уфа: Китап, 2001. — 184 с., илл.
- Башкирские рудопромышленники Тасимовы. Уфа: Гилем, 2010. — 408с. (соавт.);
- Благодарю судьбу: Общественно-политическое издание. Уфа: Китап, 2011.— 400с.:ил.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы
- ↑ Научное издательство «Башкирская Энциклопедия» 2013 йыл 7 март архивланған.
- ↑ Указ Президента РБ(недоступная ссылка)
- ↑ Литературная карта РБ
- ↑ Без Башкирии у Америки не было бы «Свободы»? [1]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Моталов Миңләхмәт Ғилметдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Шакуров Р. З. Муталов Минниахмет Гильмитдинович. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 418. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.