Ғаянов Илдар Ихсан улы

рәссам

Ғаянов Илдар Ихсан улы (19 март 1957 йыл) — рәссам, график. 1998 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар Союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004) (Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы менән берлектә).

Ғаянов Илдар Ихсан улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 19 март 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Балтас районы, Һәйтәк
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Екатеринбургское художественное училище им. И. Д. Шадра[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

БиографияһыҮҙгәртергә

Илдар Ихсан улы Ғаянов[1] Башҡорт АССР-ының Балтас районы Һәйтәк ауылында 1957 йылдың 19 мартында тыуған. Армия хеҙмәтен Германия территорияһында үтә. 1982 йылда Свердловск художество училищеһын (И. Д. Шадр исемендәге Екатеринбург художество училищеһы) тамамлай.

ЭштәреҮҙгәртергә

Илдар Ғаяновың йөҙҙән ашыу картинаһы бар, шулар араһында «Башҡорт илселәре Иван IV янында», 11 картинанан торған «Слауат тураһында иртәк» серияһы, 1812—1814 йылдарҙағы Ватан һуғышына арналған картиналар циклы.

Улар М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (Өфө), МНК НКЦ «Ҡаҙан» МКҮ (Ҡаҙан, ТР), ГИ «Academia» (Өфө, УГАЭС) һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

КүргәҙмәләрҮҙгәртергә

1988 йылдан — республика, төбәк-ара, Рәсәй, союз, халыҡ-ара күргәҙмәләр.

1988 йылдан ете шәхси, 14 төп күргәҙмә (төбәк-ара, төбәк, Рәсәй, Союз, халыҡ-ара күргәҙмәләр).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2004) («Салауат тураһында иртәк», 1812—1814 йылдарҙағы Ватан һуғышына арналған эштәре өсөн)[2].

ӘҙәбиәтеҮҙгәртергә

  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа, 1979
  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә