Ҡыңғыр-Мәнәүез

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районындағы ауыл

Ҡыңғыр-Мәнәүез (рус. Кенгер-Менеуз, икенсе атамаһы Ҡорған) — Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1323 кеше булған[5]. Почта индексы — 452055, ОКАТО коды — 80212831001.

Ҡыңғыр-Мәнәүез
Нигеҙләү датаһы 1762
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советы (Бишбүләк районы)[2]
Административ-территориаль берәмек Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл Советы (Бишбүләк районы), Бишбүләк районы, Бәләбәй районы һәм Бишбүләк районы
Халыҡ һаны 1344 кеше (2002)[3],
1348 кеше (2009)[3],
1323 кеше (2010)[4]
Почта индексы 452055
Урындағы телефон коды 34743
Карта

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1323 631 692 47,7 52,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Ҡыңғыр-Мәнәүез (Ҡорған) ауылы бай, әммә драматик тарихҡа эйә.Типтәрҙәрҙән торған Ҡорған ауылы 17411742 йылдарҙа Ҡаңлы улусының аҫаба ерендә нигеҙләнә. Һуңынан башҡорттар завод хужаһы И. Осокинға типтәрҙәр биләгән бөтә ерҙәрен һата. Шуға күрә типтәрҙәр Илекәй-Мең улусының аҫаба башҡорттары еренә күсергә мәжбүр була, уларға аҫаба башҡорттар 1761 йылғы килешеү яҙмаһы бирә. Был 1762 йылдың 15 июлендәге Өфө провинция канцелярияһы указы менән раҫлана.
Типтәр ҡатламына күскән яһаҡлы татарҙарҙан тыш, 1762 йылда Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында (улар үрҙә әйтелгәнсә, 1762 йылда барлыҡҡа килә) керҙәш башҡорттар ҙа йәшәй, 1816 йылда 23 кешенән 4 йорт тәшкил итә. Уларҙың исемдәрен шул уҡ йылдағы ревизия күсерә. Һибәтулла Мөхәмәтбаҡыев, 61 йәш,улдары: Фәйзулла, Сафиулла. Миңлейәр; Дәүләтша Мөхәмәтбаҡыев, 43 йәш, Шаһиморат, Нәҙерша, Тажетдин, Хөснөтдин, Сәйетбатталдың улдары; ахун Сәйфелмөлөк Мөхәмәтбаҡыев, 34 йәш, Мөхәмәт-Жандың улы; Абдулла Әбүзәров, 1815 йылда бында 9-сы башҡорт кантонынан (Ырымбур өйәҙе) күсерелгән 50 йәш.
Бында йәшәүселәрҙең бер өлөшө Атйетәр ауылынан күсеп килгән.
1762 йылда - 102, 1783 йылда - 178, 1795 йылда - 246, 1816 йылда - 318, 1834 йылда - 442, шул иҫәптән 25 башҡорт, 1859 йылда - 788, 1870 йылда - 803, 1920 йылда 400 йорт эргәһендә 2042 типтәр иҫәпләнә.
Бында XIX быуат башынан мәсет һәм уның эргәһендәге мәктәп, шулай уҡ 5 - 7 тирмән иҫәпкә алынған.[6]

Урам исемдәре

үҙгәртергә
  • Айрат Хисмәтуллин урамы, (рус. Айрата Хисматуллина(улица))
  • Көнсығыш урамы, (рус. Восточная(улица))
  • Шишмә урамы, (рус. Ключевая(улица))
  • Урман урамы, (рус.  Лесная (улица))
  • Йәштәр урамы, (рус. Молодежная(улица))
  • Тау аҫты урамы , (рус. Подгорная (улица)
  • Баҡса урамы, (рус.  Садовая (улица))
  • Совет урамы, (рус. Советская(улица))
  • Үҙәк урамы , (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы , (рус. Школьная (улица))[7]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. ОКТМО (урыҫ)
  3. 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  5. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.464
  7. Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО - ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов
  8. В Башкирии ушел из жизни ветеран Великой Отечественной войны Барый Гатауллин. ИА «Башинформ», 16 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2023)
  9. Светлые дороги Анвара Сулейманова (К 60-летию известного журналиста и писателя). ИА «Башинформ», 6 сентября 2014 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 сентябрь 2019)
  10. Х. Х. Мусин, Р. М. Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й.

Һылтанмалар

үҙгәртергә